Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Йылъяҙма 12 - Изге Яҙма


Сиҡлағта Дауытҡа ҡушылған батырҙар

1 Ҡиш улы Шаулдан Сиҡлағҡа килеп йәшенгән Дауытҡа ҡушылып, яу барышында уға ҙур ярҙамы тейгән батырҙар ошонда һанала.

2 Уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған, уң ҡул менән дә, һул ҡул менән дә таш ырғыта һәм йәйәнән уҡ ата торған был бинйәминдәр Шаулдың ағай-энеһе була.

3 Гивғанан Шемаға улдары башлыҡ Ахиғәзер һәм Йоаш; Ғазмауыҫ улдары Йезиил менән Пәләт; Ғанаҫоҫтан Бераха менән Йеһу;

4 Ғивғондан Йишмағъяһ, утыҙ батырҙың береһе һәм уларҙың башлығы; Гедеранан Йермеяһ, Яхазиил, Йоханан һәм Йозавад;

5 Әлғузай, Йеримоҫ, Беғалъяһ, Шемаръяһ, харуфлы Шефатъяһ;

6 ҡорахтар Әлҡана, Йишшияһ, Ғазарил, Йөғәзәр һәм Яшовғам;

7 Гедорҙан Йерохамдың улдары Йоғола менән Зевадъяһ.

8 Дауыт сүлдәге нығытмаһында торғанда, ҡалҡан һәм һөңгө менән эш итеүҙә оҫта булған тәжрибәле ғад ҡаһармандары уның яғына сыға; уларҙың йөҙө арыҫландыҡы кеүек, ә үҙҙәре тауҙағы ғәзәлдәй етеҙ була.

9 Ғезәр – баш, икенсеһе – Ғовадъяһ, өсөнсөһө – Әлиав,

10 дүртенсеһе – Мишманна, бишенсеһе – Йермеяһ,

11 алтынсыһы – Ғаттай, етенсеһе – Әлиил,

12 һигеҙенсеһе – Йоханан, туғыҙынсыһы – Әлзавад,

13 унынсыһы – Йермеяһ, ун беренсеһе – Махбаннай.

14 Был ғадтар ғәскәр башлыҡтары була: кәм тигәндә – йөҙ башы, иң юғарыһы – мең башы.

15 Беренсе айҙа, ярҙарынан ташып киткән Иорданды кисеп сығып, үҙәндәрҙә йәшәгәндәрҙе көнсығышҡа һәм көнбайышҡа ҡыуып ебәргәндәр нәҡ улар була ла инде.

16 Дауыт янына нығытмаға бинйәминдәр менән йәһүҙиҙәрҙән дә киләләр.

17 Уларҙың ҡаршыһына сығып, Дауыт былай ти: – Әгәр һеҙ изге ниәт менән, миңә ярҙам итергә тип килһәгеҙ, йөрәгем һеҙҙең менән булыр; ә инде ҡулым яуызлыҡтан пак булған мине дошмандарыма тотоп бирергә тигән мәкер менән килһәгеҙ, ата-бабаларыбыҙ Аллаһы күрһен дә Үҙе хөкөм ҡылһын.

18 Шул саҡ утыҙҙың башлығы Ғамасайҙы рух сорнап ала һәм ул былай ти: – Эй Дауыт, беҙ һинекеләр! Эй Ишай улы, беҙ һинең менән! Именлек һиңә, именлек! Һиңә ярҙам итеүселәр ҙә имен булһын! Һиңә ярҙам итеүсе Аллаң Үҙе бит! Шул саҡ Дауыт уларҙы ҡабул итә лә ғәскәр башлығы итеп ҡуя.

19 Дауыт пелештиҙәр менән Шаулға ҡаршы һуғышҡа барған саҡта, Дауытҡа Менашше ырыуынан да эйәреүселәр була. Тик Дауыт һәм уның кешеләре пелештиҙәр яғында һуғышмай, сөнки пелешти башлыҡтары үҙ-ара: «Был хакимы Шаул яғына сығып ҡуйыр ҙа башыбыҙға бәлә өҫтәр», – тип кәңәшләшеп, уны айырып ебәргән була.

20 Дауыт Сиҡлағҡа кире ҡайтҡанда менашшеларҙың уның яғына сыҡҡандары: Ғаднах, Йозавад, Йедиғаил, Михаил, Йозавад, Әлиһу, Силлеҫай – менашшеларҙың мең башлыҡтары.

21 Дошман баҫҡынсыларына ҡаршы торғанда Дауытҡа улар ҙур ярҙам күрһәтә, сөнки ҡаһарман яугирҙәр була. Улар Дауыт ғәскәрендә башлыҡтар булып китә.

22 Шулай итеп, Дауытҡа ярҙамға көн-төн кеше ағыла, шунлыҡтан уның ғәскәре Алла ғәскәре кеүек осһоҙ-ҡырыйһыҙға әүерелә.


Дауыттың Хеврондағы ғәскәре

23 Раббы һүҙе буйынса Шаул батшалығын уға тапшыртыр өсөн Дауыт янына Хевронға килгән ҡораллы яугирҙәрҙең һаны:

24 Йәһүҙә ырыуынан – ҡалҡан менән һөңгө йөрөткән яуға әҙер алты мең һигеҙ йөҙ кеше;

25 Шимғон ырыуынан – ете мең бер йөҙ ҡаһарман яугир;

26 Леви ырыуынан – дүрт мең алты йөҙ кеше;

27 йәнә Һарун нәҫеле башлығы Йеһоядағ менән өс мең ете йөҙ кеше;

28 ҡаһарман егет Садоҡ һәм уның нәҫеленән егерме ике башлыҡ;

29 Шаул нәҫеле булған бинйәминдәрҙән өс мең кеше, тик әлегә уларҙың күбеһе Шаул яҡлыраҡ булып тора;

30 Әфраим ырыуынан егерме мең һигеҙ йөҙ ҡаһарман яугир, үҙ нәҫелдәренең абруйлы кешеләре;

31 Менашше ырыуының яртыһынан ун һигеҙ мең кеше, улар Дауытты батшалыҡҡа ултыртырға тип исемләп билдәләнгән була;

32 Исасхар ырыуынан Исраилға ҡасан һәм нимә эшләргә кәрәклеген белгән аҡыллы кешеләр, башлыҡтарының һаны ике йөҙ булып, бөтә ағай-энеләре лә уларға эйәрә;

33 зевулундарҙан яуға әҙер булған, төрлө һуғыш ҡоралы менән ҡоралланған илле мең кеше килә, сафтағылар барыһы ла бер төптән була;

34 нафталиҙарҙан мең башлыҡ менән уларға эйәргән ҡалҡанлы-һөңгөлө утыҙ ете мең кеше килә;

35 дандарҙан – яуға әҙер егерме һигеҙ мең алты йөҙ кеше;

36 ашерҙарҙан – алышҡа әҙер ҡырҡ мең яугир;

37 Иордан аръяғынан, Рәүвән, Ғад һәм Менашше ырыуының яртыһынан һәр төрлө яу ҡоралы тотҡан йөҙ егерме мең кеше килә.

38 Бөтә был яугирҙәр, ихлас йөрәктән Дауытты бөтә Исраилға батша итеп ҡуйырға тип, Хевронға саф-саф булып теҙелеп килә. Башҡа исраилдар ҙа Дауытты батша итеү ниәтендә берҙәмлек күрһәтә.

39 Улар Дауыт янында өс көн була, ашап-эсеп һыйлана, сөнки туғандары улар өсөн барыһын да әҙерләп торған була.

40 Шулай уҡ уларҙың яҡындары ла, хатта Исасхар, Зевулун һәм Нафтали ырыуҙары ла, ишәктәргә, дөйәләргә, ҡасырҙарға, үгеҙҙәргә тейәп, ризыҡ килтерә: он, киптерелгән инжир, кипкән йөҙөм, шарап, зәйтүн майы; эре һәм ваҡ малды ла күп итеп алып киләләр, сөнки барлыҡ Исраил оло шатлыҡ кисерә.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan