І Йылъяҙма 10 - Изге ЯҙмаШаул менән улдарының үлеме ( 1 Бат 31:1-13 ) 1 Пелештиҙәр менән исраилдар араһында һуғыш барған саҡта, бер мәл Исраил яугирҙәре пелештиҙәрҙән ҡаса башлай һәм күбеһе Гилбоағ тауында һәләк булып йығыла. 2 Пелештиҙәр, Шаул менән улдарын ҡыуып етеп, Шаулдың улдары Йонаҫанды, Авинадавты, Малкишуағты үлтерәләр. 3 Шаулдың үҙе менән аяуһыҙ алыш ҡыҙа һәм уҡсы яугирҙәр уны ҡаты яралай. 4 Шаул ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер, – ти. – Юҡһа, анау сөннәтһеҙҙәр килеп мәсхәрә итер. Әммә ҡорал йөрөтөүсеһе, бик ныҡ ҡурҡҡанлыҡтан, баш тарта. Шунда Шаул ҡылысын ала ла үҙе уның өҫтөнә йығыла. 5 Шаулдың һәләк булғанын күреп, ҡорал йөрөтөүсе лә ҡылысҡа йығыла һәм үлә. 6 Шулай итеп, Шаул, өс улы, бөтә нәҫеле бергә һәләк була. 7 Үҙән буйында йәшәгән исраилдар, үҙ ғәскәрҙәренең ҡасҡанын, Шаулдың һәм уландарының үлгәнен күреп, ҡалаларын ташлап ҡаса. Ә пелештиҙәр уларға килеп урынлаша. 8 Иртәгәһенә, һәләк булғандарҙы таларға килгән пелештиҙәр, Гилбоағ тауында Шаул менән уның улдарының мәйетен табып ала. 9 Шаулды сисендереп, ҡоралдарын һалдырып, башын ҡырҡып алалар, шунан, был турала боттары алдында һәм халыҡҡа хәбәр итер өсөн, бөтә Пелешеҫ еренә сапҡындар ебәрәләр. 10 Шаулдың ҡоралдарын үҙҙәренең илаһтары торған ғибәҙәтханаға ҡуялар, ә башын Дагон ҡорамының диуарына ҡаҙаҡлайҙар. 11 Ғилғәд Явешы халҡы пелештиҙәрҙең Шаул менән ни ҡылғанын ишеткәс, 12 ҡаланың ғәйрәтле ирҙәре аяҡҡа баҫа һәм Шаул менән уның улдарының кәүҙәләрен Явешҡа алып ҡайта. Шунан уларҙың һөйәктәрен Явештағы имән ағасы аҫтына ерләйҙәр һәм ете көн ураҙа тоталар. 13-14 Раббыға тоғролоғон боҙғаны, Раббы әйткәнде тыңламағаны, Раббыға ялбарыр урынға әруахтарҙың рухын саҡырыусыға мөрәжәғәт иткәне өсөн, Шаулдың ғүмере бына шулай ҡыйыла. Раббы уны юҡ итә һәм батшалыҡты Ишай улы Дауытҡа тапшыра. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia