І Йылъяҙма 1 - Изге ЯҙмаӘҙәм нәҫеле ( Баш 5:1-32 ; 10:1-32 ; 11:10-26 ) 1 Әҙәм, Шеҫ, Әнош, 2 Ҡынан, Маһалалил, Йәрәд, 3 Ханох, Меҫушелах, Ләмәх 4 һәм Нух. Нухтың улдары: Шем, Хам, Йәфәҫ. Нух нәҫеле шәжәрәһе 5 Йәфәҫтең улдары: Ғүмәр, Магог, Мадай, Яуан, Тувал, Мәшәх һәм Тирас. 6 Ғүмәрҙең улдары: Ашкеназ, Дифаҫ һәм Тогарма. 7 Яуандың улдары: Әлиша, Таршиш, шулай уҡ киттиҙәр һәм роданиҙар. 8 Хамдың улдары: Куш, Мисраим, Пут һәм Ҡәнғән. 9 Куштың улдары: Сева, Хауила, Савта, Рағма һәм Савтеха. Рағманың улдары: Шева менән Дедан. 10 Куштың Нимрүд исемле улы була, ул ер йөҙөндә иң беренсе батыр була. 11 Мисраим луди, ғанами, леһави, нафтухи, 12 паҫруси, каслухи (уларҙан пелештиҙәр тарала) һәм кафториҙарҙың тәүбабаһы була. 13 Ҡәнғәндең улдары: баш балаһы Сидон, Хит, 14 шулай уҡ унан йевусиҙәр, әмөриҙәр, гиргашиҙәр, 15 хиууиҙәр, ғарҡиҙар, синиҙәр, 16 аруадиҙар, семариҙар һәм хамаҫиҙар тарала. 17 Шемдың улдары: Ғелам, Ашшур, Арпахшад, Луд, Арам, Ғус, Хул, Ғәҫәр һәм Мәшәх. 18 Арпахшад – Шелахтың, Шелах – Ғевәрҙең атаһы. 19 Ғевәрҙең ике улы тыуа: береһенең исеме – Пәләг, сөнки тап шул ваҡытта ерҙәр бүленгән була, икенсеһенеке – Йоҡтан. 20 Йоҡтан – Алмодад, Шәләф, Хасармавеҫ, Ярах, 21 Һадорам, Узал, Диҡла, 22 Ғевал, Авимаил, Шева, 23 Офир, Хауила һәм Йовавтың тәүатаһы була. Былар барыһы ла – Йоҡтандан таралған нәҫелдәр. 24 Шемдың нәҫеле: Арпахшад, Шелах, 25 Ғевәр, Пәләг, Реғу, 26 Серуг, Нахор, Терах, 27 Ибрам, йәғни Ибраһим. Ибраһим нәҫеле ( Баш 25:1-4 , 12-16 ) 28 Ибраһимдың улдары: Исхаҡ һәм Исмәғил. 29 Бына уларҙың нәҫел шәжәрәһе. Исмәғилдең улдары – баш балаһы Невайоҫ, артабанғылары – Ҡыдар, Адбеил, Мивсам, 30 Мишмағ, Дума, Масса, Хадад, Тема, 31 Йетур, Нафиш һәм Ҡыдма. Былар – Исмәғилдең улдары. 32 Ибраһимдың Ҡытура исемле йәриәһе Зимран, Йоҡшан, Медан, Мидйән, Йишбаҡ, Шуах исемле улдар табып бирә. Йоҡшандың улдары: Шева менән Дедан. 33 Мидйәндең улдары: Ғефа, Ғефәр, Ханох, Авидағ һәм Әлдаға. Улар барыһы ла Ҡытураның нәҫелдәре була. 34 Ибраһим Исхаҡтың атаһы була. Исхаҡтың улдары: Ғаяз менән Исраил. Ғаяз нәҫеле ( Баш 36:10-14 ) 35 Ғаяздың улдары: Әлифаз, Реғуил, Йеғуш, Яғлам һәм Ҡорах. 36 Әлифаздың улдары: Теман, Омар, Сефи, Ғағтам, Ҡыназ, Тимнағ, Ғәмәлек. 37 Реғуилдың улдары: Нахаҫ, Зерах, Шамма һәм Мизза. Сеғир нәҫеле ( Баш 36:20-28 ) 38 Сеғирҙең улдары: Лотан, Шовал, Сивғон, Ғана, Дишон, Эсәр һәм Дишан. 39 Лотандың улдары: Хори менән Һомам. Лотандың һеңлеһе – Тимнағ. 40 Шовалдың улдары: Ғалъян, Манахаҫ, Ғевал, Шефи һәм Онам. Сивғон улдары: Айяһ менән Ғана. 41 Ғананың улы: Дишон. Дишондың улдары: Хамран, Әшбан, Иҫран һәм Керан. 42 Эсәрҙең улдары: Билһан, Зағауан һәм Яғаҡан. Дишандың улдары: Ғус менән Аран. Эдом батшалары ( Баш 36:31-43 ) 43 Былар – исраилдарҙа батшалар барлыҡҡа килгәнгә тиклем Эдомда хакимлыҡ иткән батшалар: Беғор улы Белағ. Уның ҡалаһы Динһава тип атала. 44 Белағ донъя ҡуйғас, Босранан Зерахтың улы Йовав тәхеткә ултыра. 45 Йовав мәрхүм булғас, Теман иленән Хушам батша була. 46 Хушам вафат булғандан һуң, Моав тигеҙлегендә мидйәндәрҙе тар-мар иткән Бедад улы Һадад батшалыҡ итә, уның ҡалаһы Ғауиҫ тип атала. 47 Һадад үлгәс, уның урынына Масреҡанан Самла батша була. 48 Самла үлгәс, уның урынына йылға буйындағы Реховоҫтан Шаул батша була. 49 Шаул үлгәс, уның урынына тәхеткә Ғахбор улы Бәғел-Ханан ултыра. 50 Бәғел-Ханан үлгәс, уның урынына тәхеткә Һадад ултыра. Уның ҡалаһы Пағи, ҡатынының исеме – Меһетавел. Меһетавел – Матредтың ҡыҙы, Мезаһавтың ейәнсәре була. 51 Һадад мәрхүм булғас, Эдомдың тармаҡтары өҫтөнән башлыҡтар хакимлыҡ итә. Эдомдың тармаҡтары: Тимнағ, Ғалуа, Йеҫеҫ, 52 Оһоливама, Эла, Пинон, 53 Ҡыназ, Теман, Мивсар, 54 Магдиил, Ғирам. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia