Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Батшалар 9 - Изге Яҙма


Шаулдың Шемуил менән осрашыуы

1 Бинйәмин ырыуынан Ҡиш тигән бер арҙаҡлы кеше була торғайны. Атаһы Авиил, Авиилдың атаһы Серор, Серорҙың атаһы Бехораҫ, ә Бехораҫтыҡы – Афиах.

2 Ҡиштың Шаул исемле йәш, күркәм улы бар ине. Исраилдар араһында унан да матурырағы булмағандыр. Буйы һәр кешенән бер башҡа ҡалҡыуыраҡ ине.

3 Бер көндө Шаулдың атаһы Ҡиштың инә ишәктәре юғалды. Ҡиш улы Шаулға: – Хеҙмәтселәрҙең берәйһен ал да ишәктәрҙе эҙләп алып ҡайт, – тине.

4 Шаул хеҙмәтсеһе менән Әфраим таулығын артылды, Шалиша ерен үтте, тапманы, Шағалим ерен уҙҙы – ишәктәр унда ла юҡ ине. Унан Бинйәмин еренә еттеләр – унда ла булманы.

5 Суфҡа килеп еткәс, Шаул хеҙмәтсеһенә: – Әйҙә боролайыҡ. Юғиһә атайым, ишәктәре өсөн борсолоуҙан туҡтап, беҙҙең өсөн хафалана башлар, – тине.

6 Хеҙмәтсеһе иһә: – Ҡара әле, был ҡалала бер Алла бәндәһе бар, бик абруйлы кеше. Нимә әйтһә лә, ғәмәлгә аша. Әйҙә шунда барайыҡ. Бәлки, ул беҙгә юл күрһәтер, – тине.

7 Шаул хеҙмәтсеһенә: – Барырбыҙ, тик уға нимә бирербеҙ һуң? Моҡсайыбыҙҙа икмәгебеҙ ҙә бөттө. Алла бәндәһенә бирерлек күстәнәсебеҙ ҙә юҡ. Нимәбеҙ ҡалды һуң? – тип һораны.

8 – Бына, миндә сирек шекел көмөш бар, – тине хеҙмәтсеһе. – Барасаҡ юлыбыҙҙы әйткән өсөн Алла бәндәһенә шуны бирермен.

9 Борон Исраилда Алланан берәй нәмә һорарға уйлаған кеше: «Әйҙә, әүлиәгә барайыҡ», – тип әйтә торған булған, сөнки пәйғәмбәрҙе ул заманда «әүлиә» тип йөрөткәндәр.

10 Шаул хеҙмәтсеһенә: – Яҡшы, әйҙә барайыҡ, – тине. Улар Алла бәндәһе йәшәгән ҡалаға йүнәлделәр.

11 Ҡалаға күтәрелгәндә, һыу алырға сыҡҡан ҡыҙҙарҙы осраттылар. Уларҙан: – Әүлиә бындамы? – тип һоранылар.

12 – Эйе, ана, алдығыҙҙа. Тик тиҙерәк барығыҙ. Бөгөн ул ҡалаға килде, сөнки халыҡ табыныу ҡалҡыулығында ҡорбан килтерә, – тип яуапланы ҡыҙҙар. –

13 Ҡалаға барһағыҙ, уны табыныу ҡалҡыулығына ашҡа киткәнсе осратырһығыҙ. Ул ҡорбанға фатиха бирмәй тороп, халыҡ табынға ултырмай. Саҡырылғандар ул килгәс кенә ашай башлаясаҡ. Йәһәтерәк атлаһағыҙ, тап итерһегеҙ.

14 Шаул менән хеҙмәтсеһе ҡалаға китте. Ҡалаға килеп ингәндә, табыныу ҡалҡыулығына барырға тип сыҡҡан Шемуил уларҙың ҡаршыһына осраны.

15 Шаул килерҙән бер көн алда Раббы Шемуилға былай тип әшкәрткәйне:

16 – Иртәгә ошо ваҡытта Бинйәмин еренән һиңә бер кешене ебәрермен. Уны халҡым Исраилдың хакимы итеп мәсехләрһең. Ул халҡымды пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр. Мин халҡымдың ғазабына баҡтым, уның аһ-зарҙары Миңә килеп етте, – тине.

17 Шемуил Шаулды күргәс, Раббы уға: – Бына Мин һиңә әйткән кеше. Халҡыма ул идара итер, – тине.

18 Шаул ҡапҡа эргәһендә торған Шемуил янына килеп: – Әүлиәнең өйө ҡайҙа икән, әйтмәҫһеңме? – тип һораны.

19 – Әүлиә мин булам, – тип яуапланы Шемуил Шаулға. – Әйҙә алдымдан атла, табыныу ҡалҡыулығына барайыҡ. Бөгөн һеҙ минең менән тәғәм ейерһегеҙ. Иртәгә китерһең. Күңелеңдәгенең барыһын да әйтеп оҙатырмын.

20 Ә өс көн элек юғалған ишәктәрең өсөн борсолма, улар табылды. Исраилдың бөтөн өмөтө һиңә һәм һинең атайың ғаиләһенә йүнәлгән түгелме?

21 Шаул уға: – Мин Исраилдың иң бәләкәй ырыуы Бинйәминдән түгелме ни? – тип яуап ҡайтарҙы. – Нәҫелем дә Бинйәмин ырыуындағы нәҫелдәр араһында иң бәләкәйе. Ни өсөн миңә улай тип әйтәһең?

22 Шемуил Шаул менән хеҙмәтсеһен бүлмәгә алып инде, саҡырылған утыҙлап кеше араһында иң түрҙән урын бирҙе.

23 Шунан ашнаҡсыға: – Мин һиңә, быныһын ситкәрәк һалып тор, тип биргән өлөштө алып кил, – тине.

24 Ашнаҡсы, ботто ундағы бөтөн нәмәһе менән һайлап алып, Шаулдың алдына һалды. – Был өлөш һиңә тип ҡалдырылған, – тине Шемуил. – Алдыңа ал да аша. Уны һин тәғәйен ваҡытта мин саҡырған халыҡ менән бергә ашаһын өсөн һаҡлап ҡуйғанмын. Был көндө Шаул Шемуил менән бер табында ултырып ашаны.

25 Табыныу ҡалҡыулығынан ҡалаға төшкәс, Шемуил Шаул менән өйөнөң башында һөйләште.

26 Икенсе көндө иртән иртүк торҙолар. Шемуил Шаулды өй башынан саҡырып: – Әйҙә тор, мин һине оҙатып ҡуяйым, – тине. Шаул Шемуил менән бергә тышҡа сыҡты.

27 Ҡала ситенә еткәс, Шемуил Шаулға: – Хеҙмәтсеңә әйт, беҙҙән алдараҡ атлаһын, – тине. Тегеһе алға киткәс: – Ә һин туҡта, – тип өндәште. – Һиңә Алланың һүҙен еткерәм.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan