Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Батшалар 4 - Изге Яҙма

1 Шемуилдың һүҙе бөтә Исраилға таралды. Шул осорҙа исраилдар пелештиҙәргә ҡаршы яуға сыҡты. Улар Әвән-Ғезәрҙә, ә пелештиҙәр Афеҡта туплам ҡорҙо.


Изге һандыҡтың пелештиҙәр ҡулына төшөүе

2 Пелешти ғәскәре исраилдарға ҡаршы теҙелеп баҫты. Алыш ваҡытында исраилдар пелештиҙәрҙән еңелде. Яу яланында дүрт меңгә яҡын Исраил яугире ҡырылды.

3 Һуғышсылар тупламға ҡайтҡас, Исраил аҡһаҡалдары: – Ни өсөн Раббы бөгөн беҙҙе пелештиҙәрҙән еңелдерҙе икән? Раббының Килешеү һандығын Шилонан бында алып киләйек. Ул арабыҙҙа булһын һәм беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарһын, – тинеләр.

4 Халыҡ Шилоға кешеләр ебәрҙе һәм кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Килешеү һандығын килтерҙеләр. Ғәлиҙең ике улы Хофни менән Пинхас Алланың Килешеү һандығы янында ине.

5 Раббының Килешеү һандығы тупламға килгәс, бөтә исраилдар шул тиклем ҡысҡырышты, хатта ер тетрәне.

6 Ҡысҡырышҡан тауыштарҙы ишеткән пелештиҙәр: – Ғивриҙәр тупламында ниндәй шау-шыу ул? – тип ғәжәпләнде. Тупламға Раббы һандығы килгәнен белгәс,

7 ҡурҡыуға ҡалдылар: – Аллалары уларҙың тупламдарына килгән, – тинеләр. – Харап булдыҡ! Әлегә тиклем бындай хәлдең булғаны юҡ ине.

8 Бөттө баш! Был ҡөҙрәтле аллалар ҡулынан беҙҙе кем ҡотҡарыр? Сүлдә мысырҙарҙы һәр төрлө ҡазалар менән язалаған аллалар бит улар.

9 Ҡыйыу булығыҙ, пелештиҙәр! Батыр тороғоҙ, юғиһә, әүәл ғивриҙәр һеҙгә нисек ҡол булһа, һеҙ ҙә шулай уларға ҡол булырһығыҙ! Шуға күрә ҡаһармандарса алышығыҙ!

10 Пелештиҙәр яуға ташланды. Исраилдар еңелде һәм һәр береһе үҙ сатырына ҡасты. Ҡырылыш шул тиклем аяуһыҙ булды: яу яланында исраилдарҙан утыҙ мең йәйәүле ятып ҡалды.

11 Алла һандығы тартып алынды, Ғәлиҙең ике улы – Хофни менән Пинхас үлде.


Ғәлиҙең вафаты

12 Бинйәмин ырыуынан бер кеше, һуғыш яланынан ҡасып, шул көндө үк Шилоға барып етте. Кейеме йыртылған, башына тупраҡ һибелгән ине.

13 Ул Шилоға килеп ингәндә, Алланың һандығы өсөн күңеле хәүефләнгән Ғәли юл буйында ултырғыста ҡарап ултыра ине. Теге кеше ҡалаға инеп яу яланында булған хәлдәр хаҡында хәбәр һалғас, ҡала халҡы ҡысҡырып илаша башланы.

14 Үкереп илаған тауыштарҙы ишеткән Ғәли: – Был ниндәй шау-шыу? – тип һораны. Хәбәр килтергән әҙәм ашығып Ғәли янына килде лә һөйләп бирҙе.

15 Ул осорҙа Ғәли туҡһан һигеҙ йәшендә булып, күҙҙәре зәғифләнгән, күрмәй ине.

16 Әлеге кеше Ғәлигә: – Мин яу яланынан килә ятам, – тине. – Бөгөн һуғыштан ҡастым. – Нимә булды, улым? – тип һораны Ғәли.

17 – Исраилдар пелештиҙәрҙән ҡасты, – тине хәбәр килтереүсе. – Халыҡ ныҡ ҡыйралды. Шулай уҡ ике улың – Хофни менән Пинхас үлде. Алланың һандығы тартып алынды.

18 Был әҙәм Алла һандығын телгә алыу менән, Ғәли ҡапҡа төбөндә ултырған урынынан салҡан йығылды ла муйынын һындырып йән бирҙе, сөнки ныҡ ҡартайғайны, ауыр кәүҙәле ине. Ул Исраилға ҡырҡ йыл хаким булды.

19 Ғәлиҙең килене – Пинхастың ҡатыны – йөклө ине, етешеп бөткәйне. Алла һандығының дошман ҡулына төшөүе, ҡайныһы менән иренең үлеме тураһында ишеткәс, тулғағы тотоп сүгәләне лә балаһы тыуҙы.

20 Үлеп барған сағында, эргәһендә торған ҡатындар уға: – Ҡурҡма, улың тыуҙы, – тинеләр. Ләкин ул иғтибар итмәне, яуап та бирмәне.

21 Алла һандығы алынғанға, ҡайныһы менән ире үлгәнгә күрә: – Исраилдың даны китте! – тине лә сабыйына Ихавод тип исем ҡушты.

22 – Исраилдың даны китте, сөнки Алланың һандығы ҡулдан китте, – тине ул.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan