Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Батшалар 31 - Изге Яҙма


Шаул менән улдарының үлеме
( 1 Йыл 10:1-12 )

1 Пелештиҙәр исраилдарға ҡаршы һуғыш алып бара ине, бер мәл Исраил яугирҙәре пелештиҙәрҙән ҡаса башланы һәм күбеһе Гилбоағ тауында һәләк булып йығылды.

2 Пелештиҙәр, Шаул менән улдарын ҡыуып етеп, Шаулдың улдары Йонаҫанды, Авинадавты, Малкишуағты үлтерҙе.

3 Шаулдың үҙе менән аяуһыҙ алыш ҡыҙҙы һәм уҡсы яугирҙәр уны бик ҡаты яраланы.

4 Шаул ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер. Юҡһа, анау сөннәтһеҙҙәр килеп, мине сәнсер һәм мәсхәрә итер, – тине. Әммә ҡорал йөрөтөүсеһе, бик ныҡ ҡурҡҡанлыҡтан, баш тартты. Шунда Шаул ҡылысын алды ла үҙе уның өҫтөнә йығылды.

5 Шаулдың һәләк булғанын күреп, ҡорал йөрөтөүсе лә ҡылысына йығылды һәм Шаул менән бергә үлде.

6 Шулай итеп, Шаул, уның өс улы, ҡорал йөрөтөүсеһе, бөтә һуғышсылары бер көндә һәләк булды.


Пелештиҙәрҙең Шаулдың үлеменә ҡыуаныуы

7 Үҙәнлектең икенсе яғында һәм Иордан аръяғында йәшәгән исраилдар, Исраил ғәскәренең ҡасҡанын, Шаулдың һәм уландарының үлгәнен күреп, ҡалаларын ташлап ҡасты. Ә пелештиҙәр уларға барып урынлашты.

8 Иртәгәһенә һәләк булғандарҙы таларға килгән пелештиҙәр Гилбоағ тауында Шаул менән уның өс улының мәйетен табып алды.

9 Улар Шаулдың башын ҡырҡтылар, ҡоралдарын систереп алдылар, шунан был турала боттарының ғибәҙәтханаларында һәм халыҡҡа хәбәр итер өсөн бөтә Пелешеҫ еренә сапҡындар ебәрҙеләр.

10 Шаулдың ҡоралдарын Ғаштареҫтың ҡорамына ҡуйҙылар, ә мәйетен Бейт-Шеан ҡалаһының диуарына ҡаҙаҡланылар.

11 Ғилғәд Явешы халҡы пелештиҙәрҙең Шаул менән ни ҡылғанын ишеткәс,

12 ҡаланың ғәйрәтле ирҙәре аяҡҡа баҫты һәм, төнө буйы барып, Шаул менән уның улдарының кәүҙәләрен Бейт-Шеан диуарынан алдылар ҙа Явешҡа алып ҡайтып яндырҙылар.

13 Ә һөйәктәрен йыйып алып Явештағы тамариск ағасы төбөнә ерләнеләр һәм ете көн ураҙа тоттолар.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan