Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Батшалар 3 - Изге Яҙма


Алланың Шемуилды саҡырыуы

1 Үҫмер Шемуил Ғәлиҙең ҡулы аҫтында Раббыға хеҙмәт итте. Ул осорҙа Раббының һүҙе һирәк килә, илаһи күренмештәр ҙә йыш түгел ине.

2 Бер көндө Ғәли үҙенең урынында ята ине. Күҙҙәренең нуры ҡайтҡанлыҡтан, ул инде йүнләп күрмәй ине.

3 Алланың шәме әле һүнмәгәйне һәм Шемуил Раббы йортонда – Алланың Изге һандығы торған урында ята ине.

4 Раббы Шемуилға өндәште. – Мин бында! – тип яуапланы Шемуил.

5 Ул Ғәли янына йүгереп барып: – Мине саҡырғайның. Мин бындамын! – тине. – Юҡ, мин һине саҡырманым. Бар, ят, – тине Ғәли. Шемуил урынына барып ятты.

6 Раббы уға тағы өндәште. – Шемуил! Шемуил тороп йәнә Ғәли янына килде. – Мине саҡырғайның. Мин бындамын! – тине. – Юҡ, мин һине саҡырманым, улым, – тине Ғәли. – Бар, ят.

7 Шемуил ул ваҡытта Раббыны танып белмәй ине – уға Раббы һүҙе асылмағайны әле.

8 Раббы Шемуилға өсөнсө тапҡыр өндәште. Үҫмер тороп Ғәли янына китте. – Мине саҡырғайның. Мин бындамын, – тине. Шунда Ғәли үҫмергә Раббы өндәшкәнен аңланы.

9 Ул Шемуилға: – Барып урыныңа ят. Ул яңынан өндәшһә: «Әйт, Раббым, ҡолоң Һине тыңлай», тиерһең, – тип өйрәтте. Шемуил урынына барып ятты.

10 Раббы унда килеп торҙо ла баяғы кеүек: – Шемуил! Шемуил! – тип өндәште. Шемуил: – Әйт, ҡолоң тыңлай! – тип яуап ҡайтарҙы.

11 Раббы Шемуилға былай тине: – Бына Мин Исраилда шундай бер эш ҡылмаҡсымын: уның хаҡында ишеткәндәрҙең бөтәһенең ҡолаҡтары сыңлар.

12 Ул көндө Мин Ғәлигә уның нәҫеле тураһында әйткәндәремдең барыһын да ғәмәлгә ашырасаҡмын. Башлармын да тамамлап та ҡуйырмын.

13 Улдарының Алланы хурлағанын белә тороп уларҙы тыймағаны өсөн нәҫел-ырыуын мәңгелек язаға тарттырасағым хаҡында Ғәлигә белдергәйнем инде.

14 Шуға күрә Ғәли нәҫеленә ант итеп әйтәм: Ғәли нәҫеленең ғәйебе ҡорбандар менән дә, саҙаҡалар менән дә мәңге юйылмаҫ.

15 Шемуил иртәнгә тиклем ятты, шунан тороп Раббы йортоноң ишектәрен асты. Күргән күренмешен Ғәлигә һөйләргә ҡурҡты.

16 Әммә Ғәли уны: – Шемуил улым! – тип саҡырып алды. – Мин бындамын! – тине Шемуил.

17 – Раббы һиңә нимәләр әйтте? – тип һораны Ғәли. – Минән йәшермәһәңсе. Үҙеңә әйтелгәндәрҙән берәй нәмәне йәшереп ҡалдырһаң, һиңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн.

18 Шемуил уға бөтәһен дә һөйләп бирҙе, бер нәмә лә йәшермәне. – Ул – Раббы, – тине Ғәли. – Үҙе нисек ҡулай күрә, шулай эшләһен.

19 Шемуил ҙурайҙы. Раббы һәр саҡ уның менән булды һәм Шемуилдың пәйғәмбәрлек һүҙҙәренең барыһын да ғәмәлгә ашырып торҙо.

20 Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем бөтә Исраил Шемуилдың Раббының ысын пәйғәмбәре икәнлеген белде.

21 Раббы Шилола күренеүен дауам итте: Ул Үҙенең һүҙе аша Шемуилға асыла торған булды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan