І Батшалар 29 - Изге ЯҙмаПелештиҙәрҙең Дауытҡа ышанмауы 1 Пелештиҙәр бөтә ғәскәрҙәрен Афеҡта тупланы. Исраилдар иһә Изреғилдәге инеш янында урынлашты. 2 Пелешти хакимдары йөҙәр һәм меңәр кешелек ғәскәрҙәре менән бара, ә Дауыт үҙенекеләр менән Ахиш янында арттан килә ине. 3 – Бында ғивриҙәр нимә эшләй? – тип һөйләнде пелешти башлыҡтары. Ахиш уларға: – Был Исраил батшаһы Шаулдың яраны булған Дауыт та инде! Бер йылдан ашыу ул янымда йөрөй. Шаулды ташлап килгәненән алып бөгөнгәсә бер ниндәй ҙә яманлығын күргәнем юҡ, – тип яуап ҡайтарҙы. 4 Әммә пелешти башлыҡтары Ахишҡа бик асыуланды. – Был кешене кире ебәр. Һин уға тәғәйенләгән урынға кире ҡайтһын, тик беҙҙең менән һуғышҡа бармаһын. Юғиһә яу мәлендә беҙгә ҡаршы сығыр. Ышаныс ҡаҙаныр өсөн, хужаһына беҙҙең кешеләребеҙҙең башын биреүҙән дә яҡшыраҡ берәй әмәл бармы? 5 Бейешкәндә: «Шаул ҡырҙы меңдәрҙе, Ә Дауыт ун меңдәрҙе», – тип йырланған Дауыт түгелме ни ул? – тинеләр. 6 Шунан Ахиш Дауытты янына саҡырып: – Тере Раббы шаһит: һин намыҫлы кешеһең. Яуға минең менән бергә инһәң, бергә сыҡһаң, күңелемә рәхәт булыр ине. Килгәнеңдән алып, бөгөнгәсә бер яманлығыңды ла күрмәнем. Тик пелешти хакимдары һине хушһынманы. 7 Шуға күрә кире ҡайт. Имен-аман йөрө, пелешти хакимдарының йәнен көйҙөрмә, – тине. 8 Дауыт Ахиштан: – Нимә эшләнем мин? Яныңа килгәндән алып, бөгөнгә тиклем ҡолоңдан ниндәй яманлыҡ күрҙең? Ни өсөн миңә батша хакимымдың дошмандарына ҡаршы һуғышырға ярамай? – тип һораны. 9 Ахиш: – Хафаланма. Белә йөрөйөм, минең өсөн һин Алланың бер фәрештәһе кеүек яҡшыһың, – тип яуапланы. – Тик пелешти башлыҡтары: «Ул беҙҙең менән һуғышҡа бармаһын», – тип талап итә. 10 Яныңдағы ҡасандыр хакимыңа хеҙмәт иткән башҡа кешеләрең менән бергә таңдан тороғоҙ ҙа, яҡтырыр-яҡтырмаҫтан ҡуҙғалығыҙ. 11 Дауыт менән кешеләре, ҡабат пелешти еренә китер өсөн, таң һарыһынан уҡ ҡалҡты. Ә пелештиҙәр Изреғилгә йүнәлде. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia