І Батшалар 28 - Изге ЯҙмаПелештиҙәрҙең яуға әҙерләнеүе 1 Ул осорҙа пелештиҙәр исраилдарға ҡаршы һуғышыр өсөн ғәскәр туплай ине. Ахиш Дауытҡа: – Белеп тор, кешеләреңде алып, минең менән бергә яуға барасаҡһың, – тине. 2 – Ул саҡта ҡолоңдоң ниҙәр эшләй алғанын күрерһең, – тип яуап бирҙе Дауыт Ахишҡа. – Яҡшы, – тине Ахиш. – Шулай була икән, ғүмерлеккә һине башымды һаҡлаусы нөгәрем итеп ҡуйырмын. Шаулдың күрәҙәсегә мөрәжәғәт итеүе 3 Шемуил вафат булғас, Исраилдың барса халҡы уның өсөн йәш түкте. Уны тыуған ҡалаһы Рамала ерләнеләр. Ә Шаул бөтә әруах саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе илдән ҡыуып сығарғайны. 4 Пелештиҙәр йыйылышып Шунемға киттеләр ҙә шунда туплам ҡорҙолар. Шаул да, бөтә Исраилды йыйып, Гилбоағ тауында урынлашты. 5 Пелешти тупламын күргәс, Шаул ҡурҡыуға ҡалды, йөрәге ҡалтырап төштө. 6 Ул Раббыға кәңәш һорап мөрәжәғәт итте. Әммә Раббы уға төшөндә лә, урим аша ла, пәйғәмбәрҙәр арҡылы ла яуап бирмәне. 7 Шуға күрә Шаул хеҙмәтселәренә: – Миңә әруах саҡырыусы берәй ҡатын табығыҙ, барып унан һорашам, – тип бойорҙо. – Ғейн-Дорҙа шундай ҡатын бар, – тине хеҙмәтселәре. 8 Шаул, танымаһындар өсөн кейемен алыштырҙы ла, ике кешеһен алып, төндә теге ҡатынға китте. Уға: – Зинһар, миңә күрәҙәлек ит, мин һиңә кемде әйтәм, шуның әруахын саҡыр, – тине. 9 Әммә ҡатын: – Шаулдың әруах саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе илдән ҡыуғанын беләһең бит. Ни өсөн минең йәнемә тоҙаҡ ҡораһың? – тип ҡаршы төштө. 10 Шаул Раббы менән ант итте: – Тере Раббы шаһит: бынан һиңә бер ниндәй ҙә зыян булмаҫ, – тине. 11 Шунан һуң ғына ҡатын: – Һиңә кемде сығарайым? – тип һораны. – Шемуилды сығар, – тине Шаул. 12 Ҡатын, Шемуилды күргәс, ҡысҡырып ебәрҙе. – Нишләп мине алданың? Һин бит Шаул! – тине. 13 – Ҡурҡма! – тине уға батша. – Нимә күрәһең? – Ер аҫтынан күтәрелгән бер илаһи зат күрәм, – тип яуап бирҙе ҡатын. 14 – Ҡиәфәте ниндәй? – тип һораны Шаул. Ҡатын: – Оҙон сапанға төрөнгән өлкән бер кеше өҫкә сығып килә, – тине. Шаул уның Шемуил икәнен аңланы ла йөҙтүбән ергә ҡапланды. 15 Шемуил Шаулдан: – Ниңә һин мине сығарып бимазалайһың? – тип һораны. – Бик ауыр хәлгә ҡалдым, – тип яуап ҡайтарҙы Шаул. – Пелештиҙәр миңә ҡаршы яу асты. Ә Алла миңә арты менән боролдо, пәйғәмбәрҙәр аша ла, төшөмдә лә яуап бирмәй. Шуға күрә, миңә ни эшләргә кәрәклеген өйрәтһәң ине тип, һине саҡырттым. 16 – Раббы һине ташлаған, һиңә дошман булған икән, ни өсөн минән һорайһың? – тине Шемуил. – 17 Раббы минең аша әйткәндәрен эшләне, батшалыҡты һинән тартып алып, яҡының Дауытҡа бирҙе. 18 Сөнки һин Раббының бойороғон үтәмәнең, Уның ғәмәлектәргә булған сикһеҙ ҙур асыуын тормошҡа ашырманың. Шуға күрә лә Раббы бөгөн һине ошо хәлгә ҡалдырҙы. 19 Раббы һине генә түгел, Исраил халҡын да пелештиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Иртәгә һин дә улдарың менән минең янда буласаҡһығыҙ. Раббы исраилдарҙың ғәскәрен дә пелештиҙәр ҡулына бирер. 20 Шул саҡ Шаул ҡапыл бөтөн кәүҙәһе менән ергә йығылды, сөнки Шемуилдың әйткәндәренән ныҡ ҡурҡҡайны. Хәле лә юҡ ине, сөнки көнө буйы, төнө буйы ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡапмағайны. 21 Ҡатын Шаулдың эргәһенә килде. Батшаның ҡото осҡанын күреп: – Мин ҡолоң әйткәнеңде тыңланым һәм, ғүмеремде хәүеф аҫтына ҡуйып, әмереңде үтәнем. 22 Инде мин ҡолоңдоң һүҙҙәренә лә ҡолаҡ һал. Алдыңа бер генә һыныҡ икмәк һалайым, аша, зинһар. Аҙыраҡ хәл инер, шунан үҙ юлыңа китерһең, – тине. 23 Әммә Шаул: – Ашамайым, – тип баш тартты. Шулай ҙа хеҙмәтселәре лә, ҡатын да ныҡ өгөтләгәс, тыңланы. Ерҙән тороп, түшәккә ултырҙы. 24 Ҡатындың һимертелгән башмағы бар ине. Шуны тиҙ генә салдыртты. Ҡамыр баҫып, сөсө икмәк бешерҙе. 25 Барыһын да Шаул менән хеҙмәтселәре алдына ҡуйҙы. Улар, тамаҡтарын туйҙырғандан һуң, шул төндө үк киттеләр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia