Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Батшалар 26 - Изге Яҙма


Дауыттың йәнә Шаул йәнен һаҡлап ҡалыуы

1 Зиф кешеләре, Гивғаға килеп, Шаулға: – Дауыт Йешимон ҡаршыһындағы Хахила ҡалҡыулығында йәшенеп ята, – тип хәбәр итте.

2 Шаул Исраилдың өс мең ҡаһарман ир-егете менән Дауытты эҙләргә Зиф сүленә төштө.

3 Шаул Йешимон ҡаршыһындағы Хахила ҡалҡыулығында, юл буйында туплам ҡорҙо. Сүлдә йөрөгән Дауыт, Шаулдың үҙе артынан төшкәнен аңлап,

4 күҙәтселәр ебәрҙе. Улар Шаулдың ысынлап та килгәнен дөрөҫләне.

5 Дауыт тороп Шаул туплам ҡорған ергә барҙы, батша менән ғәскәр башлығы Нер улы Авнер йоҡлаған урынды ҡараны. Шаул туплам уртаһында йоҡлай, ә яугирҙәр уны уратып ятҡайны.

6 Шунан Дауыт хитти халҡынан булған Ахимәләхкә һәм Йоавтың ҡәрҙәше Серуяһ улы Авишайға: – Кем минең менән тупламға, Шаул янына бара? – тип һораны. – Мин барам, – тине Авишай.

7 Дауыт менән Авишай төндә ғәскәргә килде. Бына Шаул тупламда йоҡлап ята. Һөңгөһө баш осонда ергә ҡаҙап ҡуйылған. Авнер менән яугирҙәре уны уратып ятҡан.

8 Авишай Дауытҡа: – Бөгөн Алла дошманыңды ҡулыңа тотторҙо, – тине. – Ҡана, рөхсәт ит миңә, уны бер һелтәүҙә һөңгөһө менән ергә сәнсә ҡаҙайым. Икенсе тапҡыр һелтәнеүҙең кәрәге лә булмаҫ.

9 Тик Дауыт Авишайға: – Юҡ, уны үлтермә! – тине. – Раббының мәсихенә ҡул күтәреп, кем язаһыҙ ҡалыр?

10 Тере Раббы шаһит! Раббы уны үҙе язалар. Бәлки, көнө еткәс, ул үҙе үлер. Бәлки, яуҙа йығылыр ҙа юҡҡа сығыр.

11 Әммә Раббы мәсехләгән батшаға ҡул күтәреүҙән мине Раббы Үҙе һаҡлаһын. Баш осондағы һөңгөһө менән һыулы һауытты алайыҡ та китәйек.

12 Шунан Дауыт Шаулдың баш осондағы һөңгөһө менән һыулы һауытты алды ла, киттеләр. Уларҙы күреүсе лә, белеүсе лә булманы. Бер кем дә уянманы, бөтөнөһө йоҡланы, сөнки Раббы уларға тәрән йоҡо күндергәйне.

13 Дауыт ҡаршы яҡҡа сыҡты ла тауҙың башына менеп баҫты. Аралары алыҫ ҡына ине.

14 Дауыт яугирҙәргә һәм Нер улы Авнерға: – Эй Авнер, миңә яуап бирмәйһеңме? – тип ҡысҡырҙы. – Һин кем? Нишләп ҡысҡыраһың, батшаны борсойһоң? – тип һораны Авнер.

15 – Һин ир түгелме ни? Исраилда һиндәй тағы ла кем бар? Ни өсөн хакимың батшаны ҡарамайһың? – тине Дауыт. – Әле берәү тупламға уны үлтерергә инде.

16 Яҡшы түгел был ҡылығың. Тере Раббы шаһит: хакимығыҙҙы, Раббының мәсихен, һаҡламаған өсөн үлемгә лайыҡһығыҙ. Ана ҡара әле, батшаның баш осондағы һөңгөһө менән һыулы һауыт ҡайҙа?

17 Шаул, Дауыттың тауышын сырамытып: – Дауыт улым, был һинең тауышың түгелме? – тип һораны. – Минеке, батша хакимым, – тип яуап бирҙе Дауыт.

18 – Ни өсөн хакимым ҡолоноң артынан баҫтыра? Нимә эшләнем мин? Ниндәй яманлыҡ ҡылдым?

19 Хакимым батша! Зинһар, ҡолоңдо тыңлаһаңсы! Әгәр һине миңә ҡаршы Раббы ҡуҙғатҡан булһа, килтерелгән ҡорбан менән ҡәнәғәт ҡалһын. Әгәр ҙә быны әҙәм балалары эшләгән икән, улар Раббының ҡарғышын алһын, сөнки: «Кит, ят илаһтарға хеҙмәт ит», – тип мине Раббымдың биләмәһендәге өлөшөмдән ситкә тибәрәләр.

20 Ҡаным Раббынан алыҫ тупраҡтарға түгелмәһен ине. Исраил батшаһы гүйә бер бөртөк бөрсә эҙләргә, тау-таш араһында ағуна ауларға сыҡҡан!

21 Бынан һуң Шаул: – Гонаһ ҡылдым, – тине. – Дауыт улым, кире ҡайт. Мин башҡаса һиңә яуызлыҡ эшләмәйәсәкмен, сөнки бөгөн йәнем һинең өсөн ғәзиз булды. Алйот булдым, бик ныҡ яңылыштым.

22 – Бына батшаның һөңгөһө, – тип яуапланы Дауыт. – Егеттәрҙең берәйһе килеп алһын!

23 Һәр кемгә тоғролоғона һәм ғәҙеллегенә күрә Раббы Үҙе бирер. Бөгөн Раббының һине ҡулыма тапшырыуына ҡарамаҫтан, Раббының мәсихенә хаслыҡ ҡылырға теләмәнем.

24 Һинең ғүмерең бөгөн миңә ни тиклем ҡиммәт булған, Раббы минекен дә шулай баһалаһын, бөтә бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын.

25 – Фатихалы бул, Дауыт улым! – тине Шаул. – Һин әле бөйөк эштәр башҡарырһың һәм уңыш һиңә гел генә юлдаш булыр. Бынан һуң Дауыт үҙ юлынан китте. Шаул боролоп өйөнә ҡайтты.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan