Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Батшалар 25 - Изге Яҙма


Шемуилдың вафаты

1 Шемуил вафат булды. Бөтә Исраил йыйылып, уның өсөн йәш түкте. Уны Рамала, үҙ төйәгендә ерләнеләр. Бынан һуң Дауыт Паран сүленә китте.


Дауыт, Навал һәм Авигаил

2 Мағонда бер әҙәм бар ине. Биләмәһе Кармәлдә була торғайны. Үҙе бик бай: өс мең баш һарығы, мең баш кәзәһе бар. Ул осорҙа Кармәлдә һарыҡ йөнөн ҡырҡтыра ине.

3 Ул кешенең исеме – Навал, ҡатыныныҡы – Авигаил. Ҡатыны бик аҡыллы, төҫкә-башҡа ғәйәт күркәм, ә Калев ырыуынан булған Навал ҡаты күңелле, яуыз холоҡло ине.

4 Сүлдә саҡта Дауыт Навалдың һарыҡ ҡырҡа башлағанын ишетте лә

5 уға үҙенең ун егетен ебәрҙе. – Кармәлгә менеп Навалға барығыҙ ҙа минең исемемдән сәләм тапшырығыҙ.

6 «Үҙеңә лә, йортоңа, мал-мөлкәтеңә лә именлек булһын!

7 Әле бына һарыҡ ҡырҡтыраһың, тип ишеттем. Көтөүселәрең беҙҙең менән булғанда, уларҙы рәнйетмәнек. Кармәлдә саҡтарында уларҙың бер нәмәһе лә юғалманы.

8 Быны хеҙмәтселәреңдән дә һорай алаһың, улар һиңә әйтер. Егеттәремә яҡты йөҙ күрһәт, сөнки ырыҫлы мәлеңдә килдек. Ҡолдарыңа һәм улың Дауытҡа ҡулыңдан килгәнде бир», – тип әйтегеҙ, – тине.

9 Дауыттың егеттәре барып, уның исеменән ошоларҙың барыһын да Навалға еткерҙе. Улар тынып ҡалғас,

10 Навал Дауыттың хеҙмәтселәренә: – Кем ул Дауыт? Ишай улы кем? Әлеге заманда хужаларынан ҡасып йөрөгән ҡолдар үтә күбәйеп китте түгелме? – тип яуапланы. –

11 Икмәгемде, һыуымды, һарыҡ ҡырҡыусылар өсөн салған малымдың итен белмәгән-күрмәгән кешеләргә тоттороп ебәрәйемме инде хәҙер?

12 Дауыттың егеттәре килгән юлдарынан кире китте һәм Навалдың һүҙҙәрен түкмәй-сәсмәй Дауытҡа еткерҙе.

13 – Ҡылыстарығыҙҙы тағығыҙ, – тип бойорҙо Дауыт. Үҙе лә, яугирҙәре лә ҡылыстарын таҡты. Дүрт йөҙләгән кеше Дауыт артынан ҡуҙғалды, ике йөҙө ылау янында ҡалды.

14 Навалдың хеҙмәтселәренең береһе уның ҡатыны Авигаилгә: – Дауыт сүлдән әфәндебеҙгә сәләм әйтеп илселәр күндергәйне, – тине. – Тик хужабыҙ уларҙы әрләп ебәрҙе.

15 Ә ул кешеләр беҙгә ҡарата бик яҡшы мөнәсәбәттә булды. Рәнйетмәнеләр, ҡырҙа улар менән йөрөгән сағыбыҙҙа бер нәмәбеҙ ҙә юғалманы.

16 Ҡуйҙы улар янында көткәндә беҙ төндә лә, көндөҙ ҙә таш диуар артындағы кеүек булдыҡ.

17 Шулай булғас, үҙең уйлап ҡара ла берәй ҡарарға кил, сөнки әфәндебеҙгә һәм уның йортона ҡотолғоһоҙ хәүеф янай. Ә ул тупһыҙ кеше, уның менән һөйләшеүҙән файҙа юҡ.

18 Авигаил тиҙ генә ике йөҙ икмәк, ике турһыҡ шарап, бешерелгән биш һарыҡ, биш сеа ҡурмас, йөҙ бәйләм кипкән йөҙөм, ике йөҙ бәйләм киптерелгән инжир алды ла уларҙы ишәктәргә артмаҡлатты.

19 Шунан хеҙмәтселәренә: – Һеҙ минең алдан китегеҙ, ә мин артығыҙҙан барам, – тине. Ире Навалға бер нәмә лә әйтмәне.

20 Авигаил, ишәгенә атланып, тарлауыҡҡа төшә ине, ҡараһа, ҡаршыһына кешеләре менән Дауыт килә.

21 Дауыт: «Сүлдә саҡта был бәндәнең малдарын бушҡа ғына һаҡлағанмын. Бер нәмәһе лә юғалманы, ә ул яҡшылыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирҙе.

22 Әгәр таңға тиклем Навал кешеләренең ир енесенән булған берәйһе ҡалһа, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн!» – тип килә ята ине.

23 Авигаил, Дауытты күргәс, ашығып ишәгенән төштө лә, уның алдында эйелеп, йөҙтүбән ергә ҡапланды.

24 Шунан уның аяғына йығылып: – Мин генә ғәйеплемен, хакимым, – тине. – Ҡолоңа әйтергә рөхсәт итһәнә. Ҡолаҡ һалһаңсы ҡолоңдоң һүҙҙәренә.

25 Хакимым ул тупһыҙ бәндә Навалға иғтибар итмәһен. Исеме Навал булған кеүек, үҙе лә ахмаҡтың ахмағы ул. Ә мин, ҡолоң, һин хакимым ебәргән егеттәрҙе күрмәй ҡалғанмын.

26 Ә әле, эй хакимым, тере Раббы ла, һин дә шаһит: ҡан ҡойоуҙан, үҙ ҡулың менән үс алыуҙан тыйып ҡалған Раббы дошмандарыңды һәм һин хакимыма ҡарата күңелдәрендә асыу-мәкер һаҡлаусыларҙың барыһын да Навал һымаҡ итһен!

27 Бына мин ҡолоңдан хакимыма килтерелгән ниғмәттәр. Улар эргәңдә йөрөгән егеттәргә бирелһен.

28 Мин ҡолоңдоң ғәйебен кисерә күр, зинһар. Раббы хакимыма мотлаҡ ышаныслы йорт ҡорор, сөнки хакимым Раббының һуғыштарын алып бара. Ә яуызлыҡ һиндә ғүмерҙә лә булмаясаҡ.

29 Берәй әҙәм, йәнеңде көҫәп, һине эҙәрләй башлаһа, хакимымдың йәне Аллаң Раббының ғүмер төйөнөндә төйнәлгән булыр. Дошмандарыңдың йәнен иһә Ул һапҡылағы таш кеүек сойорғотор.

30 Раббы, хакимыма әйтелгән бөтә был яҡшылыҡтарҙы ғәмәл ҡылып, уны Исраилға етәксе итеп ҡуйғас,

31 хакимымдың, үҙем өсөн үс алып, юҡҡа ҡан түктем, тип үкенергә йәки выждан ғазабына тарырға сәбәбе булмаясаҡ.

32 Дауыт Авигаилгә: – Бөгөн һине ҡаршыма ебәргән Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! – тип яуап ҡайтарҙы. –

33 Аҡылыңа ҡеүәт! Үҙем өсөн үс алып, ҡан түгергә юл ҡуймауың өсөн һиңә рәхмәт төшһөн!

34 Мине һиңә ҡарата яуызлыҡ эшләүҙән тыйған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит! Әгәр ашығып ҡаршыма сыҡмаһаң, таң һарыһына тиклем Навалдың ир енесенән булған бер генә кешеһен дә ҡалдырмаҫ инем.

35 Шунан Дауыт Авигаил килтергән ашамлыҡтарҙы алды ла: – Иҫән-аман өйөңә ҡайт. Әйткәндәреңде тыңлап, теләгеңде үтәнем, – тине.

36 Авигаил Навал янына ҡайтты. Ҡараһа, ул өйөндә батшаларға торошло табын ҡороп ултыра. Күңеле күтәренке, ныҡ иҫерек. Шуға күрә ҡатын иртәнсәккә тиклем уға бер нәмә лә өндәшмәне.

37 Әммә икенсе көндө иртән, Навал айнығас, Авигаил уға бөтә был хәлдәрҙе һөйләп бирҙе. Навалдың йөрәге туҡтай яҙҙы, үҙе таш булып ҡатты.

38 Ун көн тирәһе үткәс, Раббы Навалды ҡазаландырҙы, ул үлде.

39 Дауыт, Навалдың үлгәнен ишеткәс: – Мине хурлаған өсөн Навалға хөкөм ҡылған, мин ҡолон яуызлыҡ ҡылыуҙан ҡурсалап ҡалған Раббы мөбәрәк булһын. Навалдың яуызлығы үҙ башына төштө, – тине. Шунан Авигаилгә өйләнергә теләүен әйтеп яусылар ебәрҙе.

40 Хеҙмәтселәре Кармәлгә Авигаилгә килеп: – Дауыт һиңә өйләнергә теләй, беҙҙе һине һоратырға ебәрҙе, – тине.

41 Авигаил тороп йөҙтүбән ергә ҡапланды: – Мин ҡолоң хакимымдың хеҙмәтселәренең аяҡтарын йыуырға ла әҙер, – тип яуапланы.

42 Авигаил тороп йәһәт кенә йыйынды ла ишәгенә атланды. Үҙе менән биш хеҙмәтсе ҡыҙын алып, Дауыттың илселәренә эйәрҙе. Шулай итеп, Авигаил Дауытҡа тормошҡа сыҡты.

43 Дауыт шулай уҡ Изреғилдән Ахиноғамды ла алды. Улар икеһе лә Дауыттың ҡатыны булды.

44 Шаул иһә ҡыҙы Михәлде, Дауыттың ҡатынын, сығышы менән Галлимдан булған Лаиш улы Палтиға кейәүгә биргәйне.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan