Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Батшалар 20 - Изге Яҙма


Йонаҫан менән Дауыттың дуҫлығы

1 Дауыт Рамалағы Найоҫтан ҡасып, Йонаҫанға килде лә унан: – Ни эшләнем мин? Ғәйебем нимәлә? – тип һораны. – Атайыңа ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылдым, ниңә ул минең йәнемде көҫәй?

2 – Был булмаясаҡ! Һин үлмәйәсәкһең, – тине Йонаҫан. – Атайым миңә белдермәйенсә ҙур эшкә лә, бәләкәй эшкә лә тотонмай. Нишләп ул был ниәтен минән йәшерһен? Улай булмаясаҡ!

3 Әммә Дауыт ант итеп: – Һинең мине хуш күргәнеңде атайың бик яҡшы белә. Шуға күрә: «Был хаҡта Йонаҫан һиҙмәһен, юғиһә көйәләнер», тип уйлай. Әммә тере Раббы ла, һин дә шаһит: минең менән әжәл араһында тик бер аҙым ғына, – тине.

4 Йонаҫан Дауытҡа: – Йәнең нимә теләй, һинең өсөн барыһын да эшләйем, – тине.

5 – Ҡара, иртәгә Яңы ай байрамы, – тине Дауыт Йонаҫанға. – Мин батша менән бер табында ултырырға тейешмен. Ләкин һин мине ебәрһәң, мин иртәгәнән һуңға кискә тиклем ҡырҙа йәшенеп торор инем.

6 Әгәр атайың юҡлығымды абайлаһа: «Дауыт тыуған ҡалаһы Бейт-Ләхәмгә ҡайтырға һораны, сөнки нәҫел-нәсәбе йыллыҡ ҡорбандарын сала», – тип әйтерһең.

7 Әгәр ҙә ул «ярар» тиһә, тимәк, мин ҡолоңа ҡурҡыныс янамай. Ә инде асыуы тоҡанһа, бел, ул миңә яуызлыҡ эшләргә ниәтләй.

8 Ә һин ҡолоңа мәрхәмәт ҡыл, сөнки Раббы алдында минең менән вәғәҙәләштең. Ғәйебем бар икән, үҙең үлтер. Ниңә мине атайыңа алып барырға? – тине.

9 – Булыуы мөмкин түгел! – тип яуапланы Йонаҫан. – Әгәр атайымдың уйында яуызлыҡ икәнен ысынлап та белһәм, һиңә әйтмәй ҡаламмы һуң?

10 – Әгәр атайың һиңә асыулы яуап бирһә, кем миңә хәбәр итер? – тип һораны Дауыт.

11 – Әйҙә, ҡырға сығайыҡ, – тине Йонаҫан. Икәүләп яланға киттеләр.

12 Йонаҫан былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы хаҡы менән ант итәм! Иртәгә йәки иртәгәнән һуң ошо ваҡытҡа атайымдың ниәтен беләсәкмен. Әгәр ҙә ул һиңә ҡарата яҡшы теләктә булһа, әлбиттә, хәбәр ебәрермен.

13 Әгәр атам һиңә яуызлыҡ уйлаһа, был хаҡта һиңә хәбәр итмәһәм һәм һинең иҫән-аман ҡасып китеүеңә юл ҡуймаһам, миңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн! Раббы нисек атайым менән булған, һинең менән дә шулай юлдаш булһын.

14 Тик һин дә мине, иҫән сағымда, Раббының мәрхәмәтенән айырма. Әгәр ҙә мин үлһәм,

15 хатта Раббы Дауыттың бөтә дошмандарын ер йөҙөнән юҡ иткән саҡта ла, нәҫел-ырыуымды яҡшылығыңдан мәңге мәхрүм итмә!

16 Шулай итеп, Йонаҫан Дауыттың нәҫел-нәсәбе менән килешеү төҙөнө. – Раббы Дауыттың дошмандарын язалаһын! – тине.

17 Йонаҫан Дауытты үҙенең йәнеләй күреп ярата ине. Ул: – Миңә булған дуҫтарса һөйөүеңде раҫла, – тип Дауытты тағы бер мәртәбә ант иттерҙе.

18 Йонаҫан уға былай тине: – Иртәгә Яңы ай байрамы. Һинең турала һорарҙар, сөнки урының буш буласаҡ.

19 Шуға күрә иртәгәнән һуңға тиҙ генә элек йәшеренгән урынға кил, Әзәл ташы янына ултыр.

20 Ә мин, сәпкә төҙәгән булып, шул яҡҡа өс уҡ атырмын.

21 Шунан: «Уҡтарҙы эҙләп тап», – тип хеҙмәтсе малайҙы ебәрермен. Әгәр ҙә уға: «Ана бит, уҡтар артыңда ята, уларҙы алып кил», – тиһәм, сығырһың. Тимәк, хәүеф юҡ. Тере Раббы шаһит: һиңә бер нәмә лә булмаҫ.

22 Ә инде малайға: «Ана бит, уҡтар алдыңда ята», – тиһәм, китерһең. Тимәк, Раббы һине ебәрә.

23 Ә үҙ-ара килешеүебеҙгә килгәндә инде, Раббы һинең менән минең арала мәңге шаһит булһын.

24 Дауыт ҡырға китеп йәшенде. Яңы ай тыуғас, батша килеп байрам табынына ултырҙы.

25 Ғәҙәттәгесә, батша үҙенең диуар эргәһендәге урынын алды. Йонаҫан баҫып торҙо, ә Авнер Шаул янына урынлашты. Дауыттың урыны буш ҡалды.

26 Был көндө Шаул бер нәмә лә өндәшмәне: «Моғайын, Дауыт берәй хәлгә юлыҡҡандыр. Эйе, шулайҙыр, ул үҙен нәжесләгәндер», – тип уйланы.

27 Иртәгәһенә, айҙың икенсе көнөндә, Дауыттың урыны йәнә буш ҡалды. Шаул улы Йонаҫандан: – Ишай улы ни өсөн кисә лә, бөгөн дә табынға килмәне? – тип һораны.

28 Йонаҫан батшаға: – Дауыт Бейт-Ләхәмгә ҡайтыр өсөн минән бик үтенеп рөхсәт һораны, – тип яуап бирҙе. –

29 «Зинһар рөхсәт ит, нәҫелебеҙ ҡалала ҡорбан сала. Ағайым миңә лә ҡайтырға ҡушты. Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, ебәр, барып туғандарымды күреп киләйем», тине. Шуға ул батша табынына килмәне.

30 Шаулдың Йонаҫанға ҡаршы асыуы ҡупты. – Һин йүнһеҙ, тиҫкәре әсәңдең балаһы! Ишай улы менән дуҫлашҡаныңды белмәй йөрөйөммө ни мин? Был ҡылығың менән үҙеңде һәм һине тапҡан әсәңде оятҡа ҡалдырҙың бит.

31 Ишай улы ер йөҙөндә йәшәгәндә, үҙең дә, батшалығың да имен булмаясаҡ! Хәҙер үк кеше ебәр, уны бында килтерт. Ул мотлаҡ үлергә тейеш! – тине.

32 – Ниңә уны үлтерергә? Ни эшләгән ул? – тип ҡаршы төштө Йонаҫан атаһы Шаулға.

33 Шаул, үлтерергә теләп, улына һөңгөһөн ырғытты. Йонаҫан атаһының ысынлап та Дауытты һәләк итергә ниәтләгәнен аңланы.

34 Йонаҫан нәфрәтләнеп табынды ташлап сығып китте. Яңы ай байрамының икенсе көнөндә ул тамағына ашаманы, сөнки атаһының Дауытты хурлауы уны ҡаты ҡайғыға һалғайны.

35 Иртәгәһенә иртәнсәк ул Дауыт менән алдан килешелгәнсә ҡырға сыҡты. Янында бер бәләкәй малай ҙа бар ине.

36 – Йүгер, атҡан уҡтарымды эҙләп тап, – тине ул малайға. Малай йүгерҙе, ә Йонаҫан уҡтарын унан аша барып төшөрлөк итеп атты.

37 Малай уҡ төшкән ергә барып етеп килгән саҡта, Йонаҫан уның артынан: – Ана ҡара, уҡ алдыңда ята, – тип ҡысҡырҙы.

38 Шунан йәнә: – Тиҙ бул, йүгер, туҡтама! – тип һөрәнләне. Малай, Йонаҫандың уҡтарын йыйып алып, хужаһына килтереп бирҙе.

39 Малай бер нәмә лә һиҙмәне. Эштең ниҙә икәнлеген Йонаҫан менән Дауыт ҡына белә ине.

40 Йонаҫан малайға ҡоралын бирҙе лә: – Бар, ҡалаға алып ҡайт, – тине.

41 Малай киткәс, Дауыт көньяҡ тарафтан килеп сыҡты ла, ергә тиклем бөгөлөп, өс тапҡыр баш эйҙе. Үбешеп күрештеләр, икәүләшеп илаштылар. Дауыт бигерәк тә ныҡ иланы.

42 – Иҫән-аман йөрө, – тине Йонаҫан Дауытҡа. – Раббы минең менән һинең арала, минең тоҡомом менән һинең тоҡомоң араһында мәңге булһын, тип Раббы исеме менән ант бирешкәнбеҙ.

43 Бынан һуң Дауыт үҙ юлына китте, Йонаҫан кире ҡалаға ҡайтты.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan