Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Батшалар 2 - Изге Яҙма


Ханнаның доғаһы

1 Ханна Раббыға былай тип доға ҡылды: «Раббы йөрәгемә шатлыҡ бирҙе. Раббы менән көс-ҡеүәтем артты. Дошмандар алдында ауыҙ йырам, Сөнки ҡотҡарыуыңа ҡыуанам.

2 Изгелектә Раббыға тиңе юҡ, Эйе, Һинең кеүек һис кем юҡ, йә Раббы! Аллабыҙ кеүек һыйыныр ҡаябыҙ юҡ.

3 Һауалы хәбәрҙәр ҡуйыртмағыҙ, Телегеҙҙән тәкәббер һүҙҙәр сыҡмаһын, Сөнки Раббы – бар нәмәне белгән Алла. Һәр эш Уның тарафынан үлсәмле.

4 Көслөләрҙең йәйәләре һыныр, Көсһөҙ иһә ғәйрәт менән билен быуыр.

5 Туҡ булғандар бер һыныҡ икмәк өсөн бил бөгөр, Ас булғаны һый-хөрмәттә йәшәр. Түлһеҙ ҡатын ете бала табыр, Күп балалы япа-яңғыҙ һулыр.

6 Раббы үлтерер ҙә, терелтер ҙә, Үлеләр донъяһына ырғытыр һәм сығарыр.

7 Раббы ярлыландырыр ҙа, байытыр ҙа, Түбән дә төшөрөр, күтәрер ҙә.

8 Ярлыны саң-туҙандан ҡалҡытыр, Хәйерсене сүплектән күтәрер. Затлылар ҡорона ултыртып, Дан тәхетен мираҫ итеп бирер. Сөнки ерҙең нигеҙе – Раббыныҡы, Уның өҫтөнә донъяны ҡорҙо.

9 Үҙенә тоғроларҙың һәр аҙымын ҡурсып тора, Ә яуыздарҙы ҡараңғылыҡ убыр, Сөнки кешенең ныҡлығы көсөндә түгел.

10 Раббы ҡаршы торғандарҙы тар-мар итер, Уларға күк дөһөрләтеп ябырылыр. Раббы ерҙең һәр тарафын хөкөм ҡылыр, Үҙ батшаһына ҡеүәт бирер, Мәсихенә бөйөк көс күндерер».

11 Әлҡана Рамаға, өйөнә, ҡайтып китте. Бәләкәй Шемуил Ғәли ҡаһин янында Раббыға хеҙмәт итергә ҡалды.


Ғәли улдары ҡылған яуызлыҡтар

12 Ғәлиҙең улдары йүнһеҙ кешеләр ине. Улар Раббыны таныманы,

13 үҙҙәренең халыҡ алдындағы ҡаһинлыҡ бурыстарын бар тип тә белмәне. Берәйһе ҡорбан салһа, ит бешкән арала ҡаһиндың хеҙмәтсеһе ҡулына өс тешле сәнске тотоп килә лә

14 уны ҡаҙанғамы, кәстрүлгәме, табағамы, көршәккәме тыға, сәнскегә нимә эләгеп сыға, шуны ҡаһин өсөн ала. Улар Шилоға килгән бөтә исраилдар менән дә шулай ҡылана торғайны.

15 Был ғына ла етмәй, ҡаһиндың хеҙмәтсеһе эс майын яндырғанға тиклем үк килеп, ҡорбан килтергән кешегә: – Ҡаһинға ҡурырға ит бир. Ул һинән бешкән ит алмаҫ, сейен бир, – тиер ине.

16 Ҡорбан килтереүсе: – Тәүҙә эс майы яндырылһын, шунан теләгәнеңсә алырһың, – тип әйтһә, хеҙмәтсе: – Юҡ, хәҙер үк бир, юғиһә тартып алам, – тип яуап ҡайтара торғайны.

17 Был йәштәрҙең Раббы алдында гонаһы бик ҙур ине, сөнки улар Раббыға килтергән ҡорбандарға хөрмәт менән ҡараманылар.

18 Үҫмер Шемуил иһә, етен эфод кейеп, Раббыға хеҙмәт итте.

19 Йыл һайын атаһы менән әсәһе ҡорбан салыр өсөн Шилоға килгәндә, әсәһе улына өҫкө кейем тегеп килтерер булды.

20 Ғәли Әлҡана менән ҡатынына фатиха биреп: – Алланан теләп алып, Уға биргән балаң урынына Раббы һиңә ошо ҡатыныңдан башҡа балалар бирһен, – тип әйтә торғайны. Шунан улар өйҙәренә ҡайталар ине.

21 Раббының хәстәрлеге менән Ханна, ауырға ҡалып, өс ул, ике ҡыҙ тапты. Шемуил иһә Раббы хозурында үҫте.

22 Ғәли бик ҡартайғайны инде. Ул улдарының бөтә исраилдарға нимәләр ҡылғаны, Осрашыу сатырына ингән ерҙә хеҙмәт иткән ҡатындар менән йоҡлап йөрөгәне хаҡында ишетә ине.

23 Уларға: – Ни өсөн һеҙ ундай эштәр ҡылаһығыҙ? Бөтә халыҡтан һеҙҙең яманлыҡтарығыҙ тураһында ишетә йөрөйөм.

24 Ярамай былай, уландарым! Раббы халҡы араһында таралған хәбәрҙәр яҡшы түгел.

25 Кеше кешегә ҡаршы гонаһ ҡылһа, Алла аралашсы була алыр. Әммә кеше Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылһа, кем уға аралашсы булыр? – тине. Тик улар аталарының әйткәнен тыңламаны, сөнки Раббы улар үлергә тейеш тип ҡарар ҡылғайны инде.

26 Ул арала үҫмер Шемуил ҙурайҙы, Раббының да, халыҡтың да хөрмәтен ҡаҙана барҙы.


Ғәли нәҫеленә ҡаршы пәйғәмбәрлек һүҙе

27 Бына бер Алла бәндәһе килеп, Ғәлигә былай тине: – Раббы әйтә: «Ата-бабаң нәҫеленә Мысырҙа фирғәүенгә ҡол булған саҡтарында уҡ асылманыммы ни Мин?

28 Ҡорбан усағыма күтәрелһен, хуш еҫ төтәтһен, эфод кейеп алдымда йөрөһөн тип, Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан бары ата-бабаңды Үҙемә ҡаһин итеп һайлап алдым, Исраил халҡы биргән бөтә ҡорбандарҙан атаң нәҫеленә өлөш бирҙем.

29 Шулай булғас, ни өсөн торлағыма килтерергә бойорған ҡорбан һәм саҙаҡаларҙы һанға һуҡмайһығыҙ? Ни өсөн һин, улдарыңды Минән өҫтөн ҡуйып, халҡым Исраил килтергән бөтә ҡорбандарҙың иң яҡшы өлөшөн ашап һимереп ятаһың?»

30 Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.

31 Бына, шундай көндәр килә: һинең дә, атаң нәҫеленең дә көсөн ҡоротасаҡмын, тоҡомоңдан һис кем өлкән йәшкә еткәнсе йәшәмәҫ.

32 Раббының Исраилға яҡшылыҡ ҡылғанына көнләшеп ҡарарһың, сөнки һинең зат-зәүереңдә берәү ҙә өлкәнәйгәнсе йәшәмәҫ.

33 Ҡорбан усағымдан нәҫелеңдән бер кешене алмаҫмын, тик берәүегеҙҙе генә ҡалдырырмын, уның илап күҙҙәре һуҡырайыр, йөрәге тулы хәсрәт булыр. Нәҫелеңдән булғандарҙың һәммәһе лә ғүмеренең иң сәскә атҡан мәлендә китер.

34 Улдарың Хофни һәм Пинхас менән буласаҡ хәл һинең өсөн билдә булыр: улар икеһе бер көндө үләсәк.

35 Мин иһә Үҙемә теләгемә һәм маҡсатыма ярашлы эш итәсәк тоғро ҡаһин ҡуйырмын. Уның нәҫелен нығытырмын. Ул ғүмере буйы Минең мәсихем янында хеҙмәт итер.

36 Һинең нәҫелеңдән тере ҡалған һәр кем, саҡ ҡына көмөш һәм бер һыныҡ икмәк өсөн баш эйеп, уның алдына килер: „Тамаҡ ялына мине берәй ҡаһинлыҡ вазифаһына тәғәйенләһәң ине“, – тип ялыныр».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan