І Батшалар 19 - Изге ЯҙмаШаулдың Дауытты эҙәрләүе 1 Шаул улы Йонаҫан һәм ярандары менән Дауытты үлтереү тураһында һөйләште. Йонаҫан иһә Дауытты ифрат ярата ине. 2 – Атайым Шаул һине һәләк итергә форсат эҙләй, – тип хәбәр итте ул дуҫына. – Иртәгә иртәнсәк һаҡ бул, берәй ышаныслы урынға йәшен. 3 Ә мин атайым менән ҡырға сығырмын да, йәшенгән ереңә барып, уның менән һинең турала һөйләшермен. Берәй хәбәр ишетһәм, һиңә еткерермен. 4 Йонаҫан атаһы Шаулға Дауыт тураһында һәйбәт итеп һөйләне: – Батша үҙенең ҡоло Дауытҡа ҡарата гонаһ ҡылмаһын, сөнки уның һиңә бер яманлыҡ та ҡылғаны юҡ. Дауыт һәр бер эше менән һиңә ҙур файҙа килтерә, – тине. – 5 Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, пелештиҙе үлтерҙе. Раббы бөтә Исраилға бөйөк еңеү бирҙе. Быны һин үҙең дә күреп торҙоң, ҡыуандың. Шулай булғас, ниңә ғәйепһеҙгә ҡан түгергә, Дауытты бер сәбәпһеҙ үлтереп гонаһ ҡылырға уйлайһың? 6 Шаул Йонаҫандың әйткәндәрен тыңлап торҙо ла: – Тере Раббы шаһит! Дауыт үлтерелмәйәсәк! – тип ант итте. 7 Йонаҫан, Дауытты саҡырып, ошоларҙың барыһын да һөйләп бирҙе. Шунан ул Дауытты Шаулға алып барҙы. Бынан һуң Дауыт элекке кеүек батшаға хеҙмәтен дауам итте. 8 Шул арала тағы һуғыш башланды. Дауыт, яуға сығып, пелештиҙәр менән алышты һәм уларҙы ҡыйратып ташланы. Улар ҡасып китергә мәжбүр булды. 9 Бер көндө Шаул өйөндә ултыра, һөңгөһө ҡулында, ә Дауыт уға лирала уйнай ине. Шул саҡ Раббы күндергән яуыз рух Шаулды солғап алды. 10 Шаул һөңгөһө менән Дауытты диуарға ҡаҙаҡлап ҡуйырға уҡталды, әммә Дауыт тайшанып өлгөрҙө. Һөңгө диуарға барып сәнселде, ә Дауыт ҡасып китте һәм ул кисте ҡотолоп ҡалды. 11 Уны, һағалап тороп, иртәнсәк үлтерһендәр өсөн, Шаул хеҙмәтселәрен Дауыттың өйөнә ебәрҙе. Әммә ҡатыны Михәл: – Әгәр бөгөн төндә йәнеңде ҡотҡармаһаң, иртәгә үлтереләсәкһең, – тип киҫәтеп, 12 уны тәҙрәнән төшөрөп ебәрҙе һәм Дауыт ҡасып ҡотолдо. 13 Ә Михәл, бер йорт илаһының һынын алып, уны түшәккә һалды, баш урынына кәзә дебетенән ойпаланған кейеҙ ҡуйҙы ла, кейем менән ҡапланы. 14 Шаул ебәргән хеҙмәтселәр Дауытты тоторға килгәс, Михәл: – Ул ауырый, – тине. 15 Шаул: – Уны миңә түшәгендә килеш алып килегеҙ, үлтерәм, – тип кешеләрен ҡабат ебәрҙе. 16 Хеҙмәтселәр килде. Ҡараһалар: түшәктә һын, ә башы урынында – кәзә дебетенән кейеҙ. 17 Шаул Михәлдән: – Нишләп мине алданың, ә дошманымды ҡасырып ебәрҙең? – тип һораны. – Ул миңә: «Ебәр, юғиһә, мин һине үлтерәм», тине, – тип яуапланы Михәл. 18 Дауыт ҡасып ҡотолдо һәм Рамаға Шемуилға килде. Уға Шаулдың үҙенә нимәләр эшләгәнен һөйләп бирҙе. Шунан Шемуил менән икәүләп Найоҫҡа килделәр. 19 Дауыттың Рамалағы Найоҫта булыуын Шаулға еткерҙеләр. 20 Батша үҙенең хеҙмәтселәрен Дауытты тоторға ебәрҙе. Ҡараһалар, Шемуил етәкселегендә бер төркөм пәйғәмбәрҙәрҙең пәйғәмбәрлек иткәнен күрҙеләр. Шул саҡ Раббы рухы Шаулдың кешеләренә иңде, улар ҙа пәйғәмбәрлек итә башланы. 21 Был хаҡта Шаулға еткерҙеләр. Ул бүтән хеҙмәтселәрен ебәрҙе. Тик улары ла пәйғәмбәрлек итергә тотондо. Шаулдың өсөнсө тапҡыр ебәргән кешеләре лә пәйғәмбәрлек итергә кереште. 22 Шаул Рамаға үҙе юлланды. Сехуҙағы ҙур һыу соҡоро янына барып еткәс: – Шемуил менән Дауыт ҡайҙа? – тип һораны. – Рамалағы Найоҫта, – тинеләр. 23 Шаул Рамалағы Найоҫҡа китте. Әммә Алла рухы уны ла солғап алды һәм ул Найоҫҡа еткәнсе юл буйынса пәйғәмбәрлек итеп барҙы. 24 Ул да кейемдәрен сисеп ырғытты, Шемуил алдында пәйғәмбәрлек итте. Көнө буйы, төнө буйы яланғас ятты. Халыҡтың: «Шаул да пәйғәмбәр булғанмы?» – тигәне шунан тороп ҡалған. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia