І Батшалар 17 - Изге ЯҙмаГолиаҫтың исраилдарҙы алышҡа саҡырыуы 1 Пелештиҙәр, һуғыш асмаҡ булып, ғәскәр йыйҙы һәм Йәһүҙәнең Сохо ҡалаһында тупланды. Улар Сохо менән Ғазыҡа араһындағы Әфәс-Даммимда туплам ҡорҙо. 2 Шаул менән исраилдар ҙа йыйылды. Улар Эла үҙәнендә туплам ҡороп пелештиҙәргә ҡаршы һуғышҡа әҙерләнде. 3 Пелештиҙәр бер ҡалҡыулыҡҡа, исраилдар икенсе ҡалҡыулыҡҡа урынлашты. Араларында үҙәнлек ине. 4 Пелештиҙәр тупламынан Ғаҫ ҡалаһынан булған Голиаҫ атлы бәһлеүән сыҡты. Буйы – алты терһәк тә бер ҡарыш ине. 5 Башына баҡыр торҡа, өҫтөнә баҡыр һарайта кейгәйне. Кейеменең ауырлығы биш мең шекел тарта ине. 6 Аяҡтарын да баҡыр теҙлек менән ҡаплаған. Арҡаһына баҡырҙан ҡыҫҡа һөңгө аҫҡан. 7 Оҙон һөңгөһөнөң һабы туҡыу ыҫтанының арҡыры таяғы кеүек, ә тимер башағы – алты йөҙ шекел ауырлығында. Голиаҫтың алдынан ҡалҡан йөрөтөүсеһе килә. 8 Голиаҫ туҡтаны ла сафта торған Исраил яугирҙәренә: – Нимә һеҙ һуғышырға тип теҙелеп торған булаһығыҙ? – тип һөрәнләне. – Мин пелешти, ә һеҙ Шаул ҡолдары түгелме ни? Арағыҙҙан берәй кешене һайлағыҙ, әйҙә ул минең яныма төшһөн. 9 Әгәр ҙә көрәшеп мине үлтерә алһа, беҙ һеҙгә ҡол булырбыҙ. Ә инде мин өҫтөн сығып, уны юҡ итһәм, һеҙ ҡол булырһығыҙ, беҙгә хеҙмәт итерһегеҙ. 10 Шунан әлеге пелешти: – Бөгөн мин Исраил ғәскәрен мәсхәрәгә ҡалдырам. Минең менән көрәшергә берәй кешегеҙҙе ебәрегеҙ! – тип өҫтәне. 11 Уның был һүҙҙәрен ишетеп, Шаулдың да, барса исраилдарҙың да ҡоттары алынды, барыһы ла ҡурҡыуға ҡалды. Дауыттың яу яланына килеүе 12 Дауыт Йәһүҙәнең Бейт-Ләхәм ҡалаһынан Әфраҫ кешеһе Ишайҙың улы ине. Ишайҙың һигеҙ улы бар ине. Шаул батшалыҡ иткән заманда Ишай өлкән йәштә ине инде. 13 Ишайҙың өлкән улдарының өсәүһе Шаул менән яуға киткәйне. Һуғышҡа киткән улдарының исемдәре былай: баш балаһы – Әлиав, икенсеһе – Авинадав, өсөнсөһө – Шамма. 14 Дауыт, кинйә малай ине. Уның өлкән ағаларының өсәүһе иһә Шаул янында ине. 15 Дауыт атаһының һарыҡтарын көтөр өсөн, әленән-әле Шаул янынан Бейт-Ләхәмгә ҡайтып йөрөй торғайны. 16 Пелешти Голиаҫ ҡырҡ көн буйы иртәле-кисле уртаға сығып майҙан тотто. 17 Ишай бер көндө улы Дауытҡа: – Бер эфа ҡурмас, бынау ун икмәкте ал да тупламға ағайҙарыңа алып барып бир. 18 Ә был ун йомарлам сырҙы мең башына бирерһең. Ағайҙарыңдың хәл-әхүәлен бел, иҫән-аман йөрөгәндәрен белдергән берәй нәмә алып ҡайт. 19 Ағайыңдар Шаул янында, бөтә исраилдар менән бергә Эла үҙәнендә пелештиҙәргә ҡаршы һуғыша, – тине. 20 Дауыт иртәгәһенә иртүк торҙо, һарыҡтарын икенсе бер көтөүсегә ҡалдырҙы ла, әйберҙәрҙе алып, атаһы ҡушҡанса, юлға ҡуҙғалды. Ул тупламға килеп еткәндә, ғәскәрҙәр сафҡа теҙелешеп, ҡысҡырышып алышҡа әҙерләнә ине. 21 Исраилдар менән пелештиҙәр бер-береһенә ҡапма-ҡаршы саф булып торалар ине. 22 Дауыт әйберҙәрен ылау ҡарауылсыһына ҡалдырҙы ла сафтар яғына йүгерҙе. Ағалары янына килеп, уларҙан һаулыҡ һорашты. 23 Дауыт ағалары менән һөйләшеп тора ине, пелештиҙәр сафынан Ғаҫ ҡалаһынан булған Голиаҫ атлы бәһлеүән сығып, ғәҙәттәгесә, хәбәр һалды. Дауыт уның һөйләгәндәрен ишетеп торҙо. 24 Был кешене күреү менән, бөтә исраилдар, ҡоттары осоп, унан ҡаса башланы. 25 Улар бер-береһенә: – Алға сыҡҡан анау кешене күрәһегеҙме? Ул Исраилды мәсхәрәләр өсөн сыға, – тиештеләр. – Кем уны үлтерә, батша шул кешегә күп итеп байлыҡ бирер, ҡыҙына кейәү итер, атаһының йортон Исраилда һалымдан азат ҡылыр ине. 26 Дауыт эргәһендәге кешеләрҙән: – Был пелештиҙе үлтереп Исраилды хурлыҡтан ҡотҡарған кешегә нимә буласаҡ? – тип һораны. – Тере Алланың ғәскәрен мәсхәрәләргә, был сөннәтһеҙ пелешти шул тиклем кем һуң? 27 Яугирҙәр: – Уны үлтергән кешегә шулар-шулар эшләнәсәк, – тип әлеге һүҙҙәрҙе ҡабатланы. 28 Өлкән ағаһы Әлиавтың, Дауыттың кешеләр менән һөйләшеп торғанын ишетеп, асыуы ҡабарҙы. – Нишләп килдең бында? Ҡырҙағы аҙ ғына ҡуйҙы кемгә ышанып ҡалдырҙың? Тәкәбберлегеңде, күңелеңдең боҙоҡлоғон беләм мин. Бында һин алыш ҡарарға килгәнһең, – тип әрләп ташланы. 29 – Мин нимә эшләнем? – тине Дауыт. – Һөйләшәм генә бит. 30 Шунан икенсе яугиргә боролоп, йәнә шул турала һорашырға тотондо. Кешеләр уға баяғыса яуап бирҙе. 31 Дауыттың әйткән һүҙҙәрен ишетеп, Шаулға һөйләп бирҙеләр. Ул Дауытты саҡырып алды. 32 – Был пелешти арҡаһында бер кем дә күңелен төшөрмәһен. Мин ҡолоң барып, уның менән алышасаҡмын, – тине Дауыт Шаулға. 33 – Һин ул пелештигә ҡаршы алышҡа сыға алмайһың, – тине Шаул. – Һин әле үҫмер генәһең, ул йәш сағынан алып һуғышсы. 34 Әммә Дауыт уға: – Мин ҡолоң атаһының ҡуйҙарын көтә, – тип яуапланы. – Арыҫлан йәки айыу килеп, көтөүҙән берәй бәрәсте урлаһа, 35 уның артынан барам да, һөжүм итеп, ауыҙынан тартып алам. Әгәр ҙә ул миңә ташланһа, ялынан эләктерәм дә һуғып үлтерәм. 36 Ҡолоңдоң арыҫлан да, айыу ҙа үлтергәне бар. Был сөннәтһеҙ пелешти менән дә шулай буласаҡ, сөнки ул тере Алланың ғәскәрен хурланы. 37 Мине арыҫлан менән айыу тырнағынан ҡотҡарған Раббы был пелештиҙең ҡулынан да ҡотҡарыр. – Улайһа, бар, – тине Шаул. – Раббы һинең менән булһын. 38 Батша Дауытҡа үҙенең кейемдәрен бирҙе. Башына баҡыр торҡа, өҫтөнә баҡыр һарайта кейҙерҙе. 39 Дауыт кейеме өҫтөнән уның ҡылысын таҡты ла арлы-бирле йөрөп ҡараны, сөнки бындай хәрби кейем кейгәне юҡ ине. Шунан Шаулға: – Былар менән йөрөй алмайым, күнекмәгәнмен, – тип уларҙы систе. 40 Ҡулына таяғын алды, шишмәнән шыма ғына биш таш һайлап, биштәренә – көтөүсе муҡсаһына – һалды. Шунан һапҡыһын тотоп, пелештигә ҡаршы китте. 41 Пелешти ҙә Дауытҡа яҡынлашты. Ҡалҡан йөрөтөүсеһе уның алдынан килә ине. 42 Ике бите янып торған күркәм йөҙлө йәш егетте күреп, Голиаҫ уға мыҫҡыллы ҡараш ташланы. 43 – Мин этме әллә, нишләп миңә ҡаршы таяҡ тотоп киләһең? – тине пелешти Дауытҡа. Уны үҙенең илаһтары менән ҡарғап: – 44 Яҡыныраҡ кил, – тине. – Хәҙер мин һинең үләкһәңде һауалағы ҡоштарға, ҡырҙағы йәнлектәргә емтек итеп бирәм. 45 Ә Дауыт пелештигә: – Һин миңә ҡаршы ҡылыс тотоп, һөңгө менән, ҡыҫҡа һөңгө менән киләһең, – тип яуапланы. – Ә мин Күк ғәскәрҙәре Раббыһының, һин хурлаған Исраил ғәскәре Аллаһының, исеме менән киләм. 46 Бөгөн Раббы һине минең ҡулыма тапшыра. Мин һине үлтереп, башыңды ҡырҡып аласаҡмын. Ә пелешти яугирҙәренең мәйеттәрен һауалағы ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә бирәсәкмен. Бөтә донъя Исраилда Алла барлығын белер. 47 Шул саҡта бөтә был йыйын Раббының ҡылыс һәм һөңгө менән ҡотҡармағанын төшөнөр. Был һуғыш – Раббыныҡы, Ул һеҙҙе беҙҙең ҡулға тапшыра. 48 Пелешти, урынынан ҡуҙғалып, Дауытҡа яҡынлаша башлағас, Дауыт та ашығып ғәскәрҙәр яғына, уға ҡаршы йүгерҙе. 49 Дауыт ҡулын тығып муҡсаһынан бер таш алды ла һапҡыһы менән уны һелтәп ебәрҙе. Таш пелештиҙең маңлайына барып ҡаҙалды. Пелешти йөҙтүбән ергә йығылды. 50 Шулай итеп, Дауыт пелештиҙе һапҡы һәм таш менән еңде. Ул пелештиҙе бәреп үлтерҙе. Дауыттың ҡулында ҡылысы юҡ ине. 51 Шунан Дауыт йүгереп барҙы ла уның янына килеп баҫты. Ул пелештиҙең ҡылысын ҡынынан һурып алды, уны үлтереп, башын сабып өҙҙө. Бәһлеүәндәренең үлгәнен күреп, пелештиҙәр ҡаса башланы. 52 Исраил һәм Йәһүҙә яугирҙәре күтәрелеп, ҡысҡырыша-ҡысҡырыша пелештиҙәрҙе Ғаҫҡа һәм Ғәҡрондың ҡапҡаларына тиклем баҫтырҙы. Шағараим юлы, Ғаҫ менән Ғәҡронға тиклем, пелештиҙәрҙең мәйете менән ҡапланды. 53 Пелештиҙәрҙе ҡыуалағандан һуң, исраилдар кире килеп уларҙың тупламын таланы. 54 Дауыт пелештиҙең башын алып, Йәрүсәлимгә килтерҙе, ҡоралдарын үҙенең сатырына ҡуйҙы. 55 Пелештигә ҡаршы барған Дауытты күргәс, Шаул ғәскәр башлығы Авнерҙан: – Авнер, был үҫмер кемдең улы? – тип һораны. – Ғүмерең оҙон булһын, батшам, белмәйем, – тип яуап ҡайтарҙы Авнер. 56 – Белмәһәң, бел, кемдең улы икән ул малай? – тип бойорҙо батша. 57 Дауыт пелештиҙе үлтереп кире килә ятҡан саҡта, Авнер уны Шаул янына алып барҙы. Голиаҫтың башы Дауыттың ҡулында ине. 58 Шаул: – Үҫмер, һин кемдең улы булаһың? – тип һораны. – Бейт-Ләхәмдән ҡолоң Ишайҙың улымын, – тип яуап ҡайтарҙы Дауыт. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia