І Батшалар 16 - Изге ЯҙмаДауыттың батшалыҡҡа мәсехләнеүе 1 Раббы Шемуилға: – Һин ҡасанға тиклем Шаул өсөн көймәксеһең? Мин унан баш тарттым – ул Исраилға башҡаса батша булмаясаҡ. Мөгөҙгә зәйтүн майы тултыр ҙа юлға сыҡ. Мин һине Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишай тигән кешегә ебәрәм: уның улдарының береһен батша итеп күҙләнем, – тине. 2 – Мин унда нисек барайым? – тине Шемуил. – Шаул ишетеп ҡалһа, мине үлтерәсәк бит. – Үҙең менән бер орғасы башмаҡ ал. Раббыға ҡорбан салырға килдем, тип әйтерһең, – тине Раббы. – 3 Ишайҙы ҡорбан ашына саҡыр. Мин һиңә нимә эшләргә икәнен белгертермен. Кемде күрһәтһәм, Минең өсөн шуны мәсехләрһең. 4 Шемуил Раббы әйткәнсә эшләне – Бейт-Ләхәмгә килде. Ҡаланың аҡһаҡалдары ҡурҡышып уға ҡаршы сыҡты. – Именлек менән килдеңме? – тип һоранылар. 5 – Именлек менән, – тип яуапланы Шемуил. – Раббыға ҡорбан ҡылырға килдем. Изгеләнегеҙ ҙә минең менән бергә ҡорбан ашына барығыҙ. Ул Ишай менән улдарын пакландырҙы һәм ҡорбан мәжлесенә саҡырҙы. 6 Улар килгәс, Әлиавты күреп: «Раббының мәсихе ошолор, моғайын», – тип уйланы. 7 Әммә Раббы Шемуилға: – Уның матурлығы менән буйсанлығына ҡарама. Мин уны кире ҡаҡтым, Раббы әҙәм кеүек күрмәҫ. Кеше тышҡы ҡиәфәткә, ә Раббы йөрәккә ҡарай, – тине. 8 Ишай Авинадавты Шемуил алдынан үткәрҙе. Шемуил: – Раббы быныһын да һайламаны, – тине. 9 Бынан һуң Ишай Шамманы алып килде. – Раббы быныһын да һайламаны, – тине Шемуил. 10 Ишай Шемуил янына бер-бер артлы ете улын да алып килеп ҡараны. Әммә Шемуил: – Раббы быларҙың береһен дә һайламаны, – тине. 11 Шунан Ишайҙан: – Улдарыңдың һәммәһе лә бындамы? – тип һораны. – Йәнә төпсөк улым бар, – тип яуап бирҙе Ишай. – Ул һарыҡ көтә. – Берәйһен ебәр, алып килһендәр, – тине Шемуил. – Ул килмәйенсә, тәғәм ейергә ултырмаясаҡбыҙ. 12 Ишай кеше ебәреп, улын килтертте. Ул ике бите ҡыҙарып янып торған, матур күҙле, күркәм йөҙлө ине. Раббы Шемуилға: – Тор, уны мәсехлә, һайлаған кешем ошо, – тине. 13 Шемуил, зәйтүн майы һалынған мөгөҙөн алып, уны ағалары алдында мәсехләне. Ошо көндән башлап Дауытты Раббы рухы солғап алды. Ә Шемуил Рамаға ҡайтып китте. Дауыттың Шаулға хеҙмәт итә башлауы 14 Раббы рухы Шаулдан айырылды. Уны Раббы күндергән бер яуыз рух бошоноуға һалды. 15 Ярандары Шаулға: – Алланан булған бер яуыз рух ғазаплай һине, – тинеләр. – 16 Хакимыбыҙ, беҙгә, һиңә хеҙмәт иткән ҡолдарыңа, әмер бир, лирала оҫта уйнаған берәй кешене эҙләйек. Алланан килгән яуыз рух иңгәндә, ул уйнар ҙа һиңә рәхәтерәк булыр. 17 Шаул хеҙмәтселәренә: – Миңә лирала оҫта уйнаған берәйһен табып килтерегеҙ, – тип бойорҙо. 18 Ярандарының береһе: – Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишайҙың бер улын күргәйнем, – тине. – Лирала матур уйнай. Ҡыйыу йөрәкле көслө бер һуғышсы, хәбәре аҡыллы, ҡиәфәте күркәм. Раббы ла уның менән. 19 – Һарыҡ көткән улың Дауытты миңә ебәр, – тип Шаул Ишайға сапҡын юлланы. 20 Ишай ишәккә икмәк, бер турһыҡ шарап һәм кәзә бәрәсе артмаҡлатып, улы Дауытты Шаулға оҙатты. 21 Дауыт килеп, Шаулға хеҙмәт итә башланы. Батша уны бик оҡшатты, үҙенә ҡорал йөрөтөүсе итеп тәғәйенләне. 22 Ә Ишайға: «Дауыт миндә хеҙмәттә ҡалһын. Уны бик хушһындым», – тип хәбәр ебәрҙе. 23 Шул ваҡыттан башлап, Алла ебәргән яуыз рух Шаулды биләп алғанда, Дауыт лираһын алып уйнай ҙа батшаның хәле еңеләйеп ҡалыр булды. Яман рух та унан китеп тора ине. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia