І Батшалар 15 - Изге ЯҙмаШаулдың ғәмәлектәрҙе тар-мар итеүе 1 Шемуил Шаулға былай тине: – Раббы мине Үҙенең халҡы Исраилға һине батша итеп мәсехләргә ебәргәйне. Инде Раббының һүҙҙәрен тыңла. 2 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы һиңә: «Исраилдар Мысырҙан сығып килгәндә, уларҙың юлына арҡыры төшкәндәре өсөн ғәмәлектәрҙе язалайым. 3 Хәҙер бар ҙа ғәмәлектәрҙе ҡыйрат. Нимәләре бар, шуларҙың бөтәһен дә харам ҡыл. Ҡыҙғанма уларҙы: ирҙәрен һәм ҡатындарын, үҫмерҙәрен һәм имсәк балаларын, эре һәм ваҡ малын, дөйәһен һәм ишәген – һәммәһен дә үлтер», – тип бойора. 4 Шаул ғәскәр йыйҙы һәм Телаим ҡалаһында уларҙы һананы. Ике йөҙ мең йәйәүле ғәскәр һәм Йәһүҙәнән ун мең кеше бар ине. 5 Шаул, ғәмәлектәр ҡалаһы янына барып, ҡороған йылға үҙәнендә туҡтаны. 6 Шунан ҡыни ҡәүеменә: – Һеҙ бынан китегеҙ. Сығығыҙ ғәмәлектәр араһынан. Юғиһә һеҙҙе лә улар менән бергә юҡ итеүем бар. Ә бит һеҙ Исраил халҡына ул Мысырҙан сыҡҡан сағында игелек ҡылдығыҙ, – тине. Ҡыниҙар ғәмәлектәрҙән айырылды. 7 Шаул ғәмәлектәрҙе ҡыйратты һәм Хауиланан алып Мысыр сигендәге Шурға тиклем уларҙы эҙәрләп барҙы. 8 Агагты, ғәмәлектәрҙең батшаһын, тереләй эләктерҙеләр, ә бөтә халҡын, харам ҡылып, ҡылыстан үткәрҙеләр. 9 Әммә Шаул менән кешеләре Агагты, шулай уҡ иң яҡшы эре һәм ваҡ малды, иң һимеҙ башмаҡ һәм бәрәстәрҙе – бөтә ҡиммәтле нәмәләрҙе ҡыҙғандылар, уларҙы харам ҡылманылар, бары тик файҙаһыҙ, кәрәге булмаған әйберҙәрҙе генә юҡ иттеләр. Раббының Шаулдан ваз кисеүе 10 Шемуилға Раббы һүҙе булды. Ул былай тине: 11 – Шаулды батша итеп ҡуйғаныма үкенәм. Сөнки ул Минән ситкә боролдо, бойороғомдо еренә еткереп үтәмәне. Шемуил борсоуға ҡалды һәм төнө буйы Раббыға ялбарып доға ҡылды. 12 Икенсе көндө иртүк тороп, Шемуил Шаулды күрергә китте. Әммә уға Шаулдың үҙенә һәйкәл ҡуйыр өсөн Кармәлгә барғаны, унан боролоп ҡайтҡандан һуң Гилгалға төшкәне хаҡында әйттеләр. 13 Шемуил шунда юлланды. Шаул уны: – Раббы һине мөбәрәк ҡылһын. Мин Уның әмерен үтәнем, – тип ҡаршыланы. 14 – Улай булғас, нишләп ҡолағыма һарыҡ баҡырғаны, үгеҙ мөңрәгәне ишетелә һуң? – тип һораны Шемуил. 15 – Уларҙы ғәмәлектәрҙән алып килделәр, – тине Шаул. – Халыҡ ваҡ мал менән һыйыр малының иң яҡшыларын Раббыға, һинең Аллаңа, ҡорбан итергә тип ҡалдырҙы. Ә башҡаларын харам ҡылып юҡ иттек. 16 – Туҡтап тор, – тине Шемуил Шаулға. – Үткән төндә Раббының миңә нимәләр әйткәнен һөйләйем һиңә. – Һөйлә, – тине Шаул. 17 Шемуил былай тип бәйән итте: – Үҙеңде түбән тип һанаған хәлдә лә Исраил ырыуҙарына башлыҡ булманыңмы? Раббы һине мәсехләп, Исраилға батша итеп ҡуйманымы ни? 18 Раббы һиңә әмер бирҙе. «Бар, залим ғәмәлектәрҙе харам ҡыл. Бөтәһен дә ҡырып бөтөргәнгә тиклем улар менән һуғыш», – тип һине яуға оҙатты. 19 Ни өсөн Раббының бойороғон тыңламаның, яумалдарҙы алып ҡалып, Раббы күҙендә яман булған эш ҡылдың? 20 – Мин Раббының әйткәндәрен тыңланым, – тип яуапланы Шаул. – Ҡайҙа ебәргән, шунда барҙым. Ғәмәлек батшаһы Агагты бында алып килдем, башҡа ғәмәлектәрҙе харам ҡылдым. 21 Халыҡ, юҡ ителергә тейеш булған яумалдарҙан Гилгалда Раббыға, һинең Аллаңа, ҡорбан итеп салыр өсөн ваҡ мал менән эре малдың иң көрҙәрен генә алып ҡалды. 22 – Раббының күңеленә нимә нығыраҡ оҡшай: уның ҡушҡандарын тыңлаумы, әллә һәр төрлө ҡорбандар, тотош яндырыу ҡорбандарымы? Тыңлаусанлыҡ – ҡорбандан, күндәмлек һарыҡ тәкәһенең эс майынан яҡшыраҡ. 23 Сөнки башбаштаҡлыҡ – сихырсылыҡ кеүек үк гонаһ, тиҫкәрелек – йорт илаһтарына табыныу кеүек әшәкелек. Һин Раббының һүҙен кире ҡаҡҡан өсөн, Раббы һине батша булараҡ кире ҡаҡты. 24 – Гонаһ ҡылдым! Раббының бойороғон, һинең һүҙҙәреңде тотманым, – тине Шаул Шемуилға. – Сөнки халыҡтан ҡурҡтым, уларҙы тыңланым. 25 Инде минең гонаһымды ярлыҡа, бергәләп кире ҡайтайыҡ – Раббыға ғибәҙәт ҡылайым. 26 – Һинең менән ҡайтмайым, – тине Шемуил Шаулға. – Сөнки һин Раббының һүҙен кире ҡаҡҡас, Раббы һине Исраилға батша булыуҙан кире ҡаҡты. 27 Шемуил боролоп китмәксе булғайны, Шаул уның сапанының сабыуына йәбеште. Сабыу йыртылып сыҡты. 28 – Бөгөн Раббы Исраил батшалығын һинән ошолай йыртып алды һәм һинән яҡшыраҡ яҡыныңа бирҙе, – тине Шемуил. – 29 Исраилдың Даны ялған һөйләмәҫ һәм фекерен үҙгәртмәҫ. Фекерен үҙгәртергә Ул әҙәм балаһы түгел. 30 – Гонаһ ҡылдым, – тине Шаул. – Тик һин, исмаһам, халҡымдың аҡһаҡалдары ҡаршыһында, Исраил ҡаршыһында миңә хөрмәт күрһәт, бергә ҡайтайыҡ, Раббыға, һинең Аллаңа, ғибәҙәт ҡылайым. 31 Шемуил уның менән бергә кире боролдо, һәм Шаул Раббыға ғибәҙәт ҡылды. 32 – Ғәмәлек батшаһы Агагты алып килегеҙ, – тине Шемуил. Бығауланған Агаг уның янына килгәндә: «Үлем әсеһе урап үткәндер», – тип өмөтләнгәйне. 33 Әммә Шемуил: – Ҡылысың ҡатындарҙы ҡайһылай балаһыҙ ҡалдырған, хәҙер әсәйең дә шулай улһыҙ ҡаласаҡ, – тип Гилгалда, Раббы ҡаршыһында, Агагты ҡылыс менән сабып үлтерҙе. 34 Шунан һуң Шемуил Рамаға, Шаул үҙенең өйөнә – Гивғаһына ҡайтып китте. 35 Шемуил Шаул менән үҙенең аҡтыҡ көнөнә тиклем башҡа бер ҡасан да осрашманы, әммә уның өсөн бик көйөндө. Раббы иһә Шаулды Исраилға батша итеп ҡуйғанына үкенде. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia