Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Батшалар 12 - Изге Яҙма


Шемуилдың халыҡҡа мөрәжәғәте

1 Шемуил бөтә Исраилға былай тине: – Бына мин, һеҙ миңә нимә тип әйтәһегеҙ, шуларҙың барыһын да тыңланым: өҫтөгөҙҙән батша ҡуйҙым.

2 Инде һеҙҙең алдан батшағыҙ йөрөр. Ә мин инде олоғайҙым, сәстәрем салланды. Бына, улдарым һеҙҙең менән бергә. Йәш сағымдан алып ошо көнгә тиклем һеҙҙең юлбашсығыҙ булдым.

3 Бына мин ҡаршығыҙҙа торам. Хәҙер миңә Раббы хозурында һәм Ул мәсехләгән батша алдында шаһитлыҡ ҡылығыҙ. Ҡайһығыҙҙың үгеҙен алдым? Кемдең ишәгенә ҡул һуҙҙым? Кемде таланым? Кемде йәберләнем? Эшенә күҙ йомор өсөн кемдән ришүәт алдым? Әйтегеҙ, мин ҡайтарып бирермен.

4 Халыҡ: – Һин беҙҙе таламаның, – тип яуап бирҙе. – Беҙҙе йәберләмәнең. Бер кемдән дә һис бер нәмә алманың.

5 Шемуил уларға: – Миңә ҡаршы бер нәмә лә тапмауығыҙға бөгөн Раббы һәм Ул мәсехләгән батша шаһит, – тине. – Эйе, шаһит! – тинеләр.

6 – Муса менән Һарунды тәғәйенләгән, ата-бабаларығыҙҙы Мысыр еренән сығарған Раббы шаһит, – тине Шемуил халыҡҡа. –

7 Хәҙер иһә хозурыма баҫығыҙ. Раббының һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға ҡылған барлыҡ яҡшылыҡтарын бәйән итеп, мин һеҙгә Раббы алдында хөкөм ҡылам.

8 Яҡуп Мысырға килгәндән һуң ата-бабаларығыҙ Раббыға ярҙам һорап ялбарҙы. Раббы Муса менән Һарунды ебәрҙе һәм улар ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан алып сығып, ошо ерҙә төйәкләндерҙе.

9 Әммә ата-бабаларығыҙ Аллалары Раббыны онотто. Шуға күрә Раббы уларҙы Хасор ғәскәре башлығы Сисераның, пелештиҙәрҙең һәм Моав батшаһының ҡулына тапшырҙы. Улар ата-бабаларығыҙға ҡаршы һуғышты.

10 Ата-бабаларығыҙ Раббыға: «Гонаһлыбыҙ, сөнки, Раббыны ташлап, Бәғел һәм Ғаштареҫ боттарына ҡол булдыҡ. Әммә беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡар һәм беҙ Һиңә генә хеҙмәт итербеҙ», – тип ялбарҙы.

11 Раббы Йеруббәғелде, Баракты, Ифтахты, Шемуилды ебәрҙе һәм һеҙҙе уратып алған дошмандарығыҙ ҡулынан ҡотҡарҙы. Хәүефһеҙ йәшәнегеҙ.

12 Әммә Ғаммон батшаһы Нахаштың һеҙгә ҡаршы сыҡҡанын күргәс, миңә: «Юҡ, беҙҙең өҫтән батша хакимлыҡ итһен», – тинегеҙ, ә бит һеҙҙең батшағыҙ Раббы Үҙе!

13 Шулай итеп, бына үҙегеҙ һайлаған, үҙегеҙ теләгән батша! Бына, Раббы һеҙҙең өҫтән батша ҡуйҙы.

14 Әгәр Раббынан ҡурҡһағыҙ, Уға хеҙмәт итһәгеҙ, Уның әйткәндәрен тыңлаһағыҙ, бойороҡтарына ҡаршы килмәһәгеҙ, һеҙ ҙә, һеҙгә етәкселек иткән батшағыҙ ҙа Аллағыҙ Раббы артынан йөрөһә, барыһы ла яҡшы булыр.

15 Әммә Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Уның бойороҡтарына ҡаршы килһәгеҙ, Раббы, ата-бабаларығыҙҙы язалаған кеүек, һеҙҙе лә язалар.

16 Ә хәҙер баҫығыҙ ҙа Раббы һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа ҡыласаҡ ошо оло мөғжизәне күрегеҙ.

17 Әле бойҙай урағы ваҡыты түгелме? Күк күкрәтһен, ямғыр яуҙырһын, тип Раббыға ялбарасаҡмын. Үҙегеҙгә батша һорауығыҙҙың Раббы күҙендә ниндәй ҙур золом икәнен аңларһығыҙ һәм күрерһегеҙ.

18 Шемуил Раббыға мөрәжәғәт итте һәм Раббы ул көндө күк күкрәтеп ямғыр яуҙырҙы. Бөтә халыҡ Раббынан да, Шемуилдан да бик ҡурҡты.

19 Бөтәһе лә Шемуилға: – Беҙ ҡолдарыңды һәләк итмәһен өсөн Аллаң Раббыға доға ҡыл, – тинеләр. – Сөнки булған гонаһтарыбыҙ өҫтөнә үҙебеҙгә батша һорап, тағы бер золом ҡылдыҡ.

20 – Ҡурҡмағыҙ, – тине Шемуил халыҡҡа. – Ҡылған яуызлыҡ ҡылынған инде, әммә башҡаса Раббынан ситләшмәгеҙ, Уға бөтә йөрәгегеҙ менән хеҙмәт итегеҙ.

21 Бер нәмәнән дә ҡотҡара алмаған файҙаһыҙ боттар артынан эйәрмәгеҙ, сөнки улар юҡ-бар.

22 Раббы Үҙенең бөйөк исеме хаҡына Үҙ халҡын ташламаҫ, сөнки һеҙҙе Үҙенең халҡы итеүҙе хуш күрҙе.

23 Миңә килгәндә инде, һеҙҙең өсөн Раббыға доға ҡылыуҙан ваз кисеп, Уға ҡаршы гонаһ эшләү ҡайҙа! Һеҙҙе артабан да яҡшы һәм хаҡ юлға өгөтләйәсәкмен.

24 Тик Раббынан ҡурҡығыҙ, Уға бөтә йөрәктән тоғро хеҙмәт итегеҙ. Уның һеҙҙең өсөн ниндәй бөйөк эштәр башҡарғанын аңлағыҙ!

25 Әгәр ҙә золом ҡылыуҙан туҡтамаһағыҙ, үҙегеҙ ҙә, батшағыҙ ҙа юҡ булыр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan