Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

І Батшалар 1 - Изге Яҙма


Шемуилдың тыуыуы

1 Әфраим таулығындағы Рамаҫаим-Суфим ҡалаһында бер кеше йәшәй ине. Уның исеме Әлҡана булып, Әфраим ырыуынан Йерохамдың улы ине. Йерохам – Әлиһу, Әлиһу – Тоху, ә Тоху иһә Суфтың улы.

2 Әлҡананың ике ҡатыны булып, береһенең исеме – Ханна, икенсеһенеке Пенинна ине. Пениннаның балалары бар, ә Ханна балаһыҙ ине.

3 Әлҡана, Күк ғәскәрҙәре Раббыһына ғибәҙәт ҡылыу һәм ҡорбан салыу өсөн, йыл һайын тәғәйен көндәрҙә үҙ ҡалаһынан Шилоға бара торғайны. Унда Ғәлиҙең ике улы, Хофни менән Пинхас, Раббының ҡаһиндары ине.

4 Ҡорбан салған көндө Әлҡана ҡатыны Пениннаға һәм уның улдары менән ҡыҙҙарына иттән берәр өлөш,

5 Ханнаға айырым өлөш бирә ине, сөнки Раббы Ханнаны түлһеҙ итһә лә, Әлҡана уны нығыраҡ ярата торғайны.

6 Раббы Ханнаны әсә булыу бәхетенән мәхрүм иткәнгә күрә, көндәше Пенинна уның йәненә тейә, кәмһетә.

7 Раббы йортона барған һайын йылдың-йылы шулай була. Тегеһе уның йәненә тейә, быныһы илай, тамағына ашамай.

8 Ире Әлҡана иһә: – Ханна! – тиер ине. – Һин ниңә илайһың, нишләп ашамайһың? Ни өсөн шул тиклем өҙгөләнәһең? Мин һинең өсөн ун улдан да артығыраҡ түгелме ни?

9 Бер көндө улар Шилола ашап-эскәндән һуң, Ханна урынынан торҙо. Ғәли ҡаһин Раббы йортоноң ишеге янында ултырғыста ултыра ине.

10 Күңелен хәсрәт баҫҡан ҡатын әрнеп илай-илай Раббыға ялбарҙы.

11 Нәҙер әйтеп, былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, мин ҡолоңдоң ҡайғыһына күҙ һалып, иҫеңә алһаң, ҡолоңдо онотмайынса бер ир бала бирһәң, уны, башына бәке лә тейҙермәйенсә, Раббыға бағышлар инем.

12 Ҡатын оҙаҡ итеп Раббыға доға ҡылған мәлдә, Ғәли уның ирендәренә ҡарап ултырҙы.

13 Ханна күңеленән генә ялбара, уның тик ирендәре генә ҡыбырлай, ә тауышы ишетелмәй ине. Шунлыҡтан Ғәли уны иҫерек тип уйланы.

14 – Ҡасанға тиклем иҫерек йөрөрһөң? Шарабыңдан айны инде! – тине уға Ғәли.

15 – Юҡ, хакимым! Мин – йәне ғазаплы ҡатынмын. Шарап та, хәмер ҙә эсмәнем, Раббыма күңелемде бушатам, – тип яуап бирҙе Ханна. –

16 Мин ҡолоңдо йүнһеҙ ҡатын тип уйлама. Сикһеҙ ҡайғым менән һағышымды һөйләүем был.

17 – Бар, иҫән-аман йөрө. Исраил Аллаһы һорағаныңды бирә күрһен, – тип яуапланы Ғәли Ханнаға.

18 Ҡатын: – Мин ҡолоң күңелеңә хуш килһәм икән! – тине лә үҙ юлынан китте. Барып тамағына ашаны, йөҙө лә элекке кеүек ҡайғылы түгел ине инде.

19 Иртәгәһенә таңдан тороп Раббыға ғибәҙәт ҡылдылар ҙа Рамалағы өйҙәренә әйләнеп ҡайттылар. Әлҡана ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылды, һәм Раббы Ханнаны иҫенә төшөрҙө.

20 Ханна ауырға ҡалды һәм, мәле еткәс, ир бала тапты. «Мин уны Раббынан һорап алдым», – тип, Шемуил тигән исем ҡушты.


Ханнаның Шемуилды Аллаға бағышлауы

21 Ире Әлҡана бөтә ғаиләһе менән Раббыға йыллыҡ ҡорбандарын биреү, нәҙерҙәрен үтәү өсөн Шилоға юлланды.

22 Ханна иһә уның менән барманы. Иренә: – Баланы имсәктән айырғас, уны Раббы хозурына үҙем алып барырмын да ул шунда ғүмерлеккә ҡалыр, – тине.

23 – Нисек ҡулай күрәһең, шулай эшлә, – тине уға ире Әлҡана. – Имсәк ташлатҡанға тиклем ҡал. Раббы әйткәнеңде ғәмәл ҡылһын. Ҡатын өйҙә ҡалды һәм улын күкрәгенән айырғанға тиклем имеҙҙе.

24 Сабыйҙы имсәк ташлатҡас, Ханна, өс йәшлек үгеҙ, бер эфа он, бер турһыҡ шарап алып, улын Раббының Шилолағы йортона алып килде. Бала әле сабый ғына ине.

25 Үгеҙҙе салғандан һуң, сабыйҙы Ғәлигә килтерҙеләр.

26 – Эй хакимым! Ғүмерең менән ант итәм, хакимым, – тине Ханна. – Яныңда тороп Раббыға ялбарған ҡатын мин.

27 Ошо бала өсөн доға ҡылғайным. Раббы үтенесемде ҡабул итте, һорағанымды бирҙе.

28 Һәм бына мин уны Раббыға бирәм. Инде ғүмере буйы Раббыныҡы булһын. Шунан улар Раббыға сәждә ҡылдылар.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan