Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йырҙар йыры 7 - Изге Яҙма


Ҡыҙҙың әхирәттәре

1 Борол, боролоп ҡайт, Шулам ҡыҙы, Борол, һине тағы бер күрәйек. Шулам ҡыҙына ни өсөн ҡарайһығыҙ? Әйтерһең дә Маханаимды бейейем?


Ҡыҙ Егет

2 Ҡата кейгән аяҡтарың ниндәй матур, Аҫыл зат ҡыҙ! Янбаштарың йомро, әйтерһең дә, Оҫта ҡулдар юнған аҫылташтар.

3 Хуш еҫле шарапҡа мөлдөрәмә тулы Йомро бер туҫтаҡ – кендегең. Эсең – лилиәләр менән уратылған Бойҙай көлтәһеләй матур.

4 Түштәрең ике болан балаһы һымаҡ, Гүйә ғәзәлдең игеҙ быҙауы.

5 Муйының гүйә фил һөйәгенән юнылған бағана. Күҙҙәрең Бат-Раббим ҡапҡаһы янындағы Хешбон быуаларына оҡшап мөлдөрәмә. Танауың Дамаскка ҡараған Ливан манараһы кеүек текә.

6 Башың ғорур – гүйә Кармәл тауы. Тулҡын сәсең – балҡып торған ҡарағусҡыл ҡыҙыл, Бөҙрәләрең тотҡонға алды батшаны.

7 Ниндәй сибәрһең һөйгәнем минең! Ниндәй ләззәт миңә һине һөйөү.

8 Буйың хөрмә ағасылай зифа, Түштәрең уның емеше кеүек тулы.

9 Уйланым мин: «Үрмәләйем хөрмә ағасына, Емешле ботаҡтарыңа тотонайым». Күкрәктәрең – йөҙөм тәлгәшеләй, Һулышыңдан алманың хуш еҫен тояйым.

10 Ирендәрең затлы шарап һымаҡ татлы. Был шарап һөйгәнемә ағылһын, Ирендәрем һәм тештәрем араһынан тамылйыһын.


Ҡыҙ

11 Мин – һөйгәнемдеке, Ул бары тик мине теләй.

12 Әйҙә, һөйгәнем, ҡырға сығайыҡ, Ҡына гөлдәре араһында ҡунайыҡ.

13 Иртүк тороп йөҙөм баҡсаларына барырбыҙ, Ҡарарбыҙ: улар япраҡ ярғанмы, Сәскәләре тумалғанмы, Анарҙары сәскәләргә күмелгәнме? Шунда мин һиңә һөйөүемде бүләк итермен.

14 Һөйҙөргөс алмаһы хуш еҫен аңҡыта, Ишек төбөбөҙгә һәр төрлө емештәр баулап, Һинең өсөн һаҡлап ҡуйҙым, һөйгәнем.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan