Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йырҙар йыры 5 - Изге Яҙма


Егет

1 Баҡсама килдем, һылыуым, кәләшем минең. Миррам менән хуш еҫле үләндәремде йыйҙым, Кәрәҙемдән балымды ашаным, Һөтөм менән шарабымды эстем. Туйғансы ашағыҙ, дуҫтар! Эй ғашиҡтар, Һөйөүҙән иҫергәнсе эсегеҙ!


Ҡыҙҙың әхирәттәре Ҡыҙ

2 Үҙем йоҡлаһам да йөрәк уяу… Ана, минең йән һөйгәнем шаҡый: «Ас миңә, һылыуым, һөйгән йәрем, Күгәрсенем минең, гүзәлем! Башым сыланды төнгө ысыҡҡа, Тамсыларҙан сәсем дымланды».

3 Мин инде күлдәгемде сискәнмен, Уны нисек яңынан кейәйем? Аяҡтарымды йыуғанмын, Нисек уларҙы ҡабаттан бысратайым?

4 Һөйгәнем ҡулын ишек ярығынан һонғайны – Эс-бауырым ҡалтыранып китте.

5 Һөйгәнемә асырға тип торҙом. Ҡулдарымдан мирра тамды, Бармаҡтарымдан еҫле май Ишек тотҡаһына ағып төштө.

6 Һөйгәнемә ишек астым, Ә ул инде китеп барған! Ул киткәнгә йөрәгем өҙөлөп төштө… Эҙләнем мин, әммә таба алманым, Саҡырҙым, тик яуап ҡайтарманы.

7 Ҡала буйлап йөрөгән һаҡсыларҙы осраттым, Улар мине туҡманы, яраланылар. Ҡала диуарының һаҡсылары Япмамды тартып алдылар.

8 Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Тапһағыҙ һөйгәнемде, әйтегеҙ уға: Мин һөйөү утында янам!


Ҡыҙҙың әхирәттәре

9 Эй сибәрҙәрҙең сибәре, әйтсе, Башҡаларҙан нимәһе менән артыҡ һөйгәнең? Уның нимәһе башҡаларҙан артыҡ булғанға, Шул тиклем һин беҙгә ялбараһың?


Ҡыҙ

10 Һөйгәнем нурлы, биттәре алһыу ғына, Ун меңдәр араһында берҙән-бер.

11 Башы уның, әйтерһең, саф алтын, Бөҙрә сәсе ҡарға һымаҡ ҡара.

12 Күҙҙәре гүйә ағын һыу буйындағы күгәрсендәр, Быуа янында ултырған, Һөттә ҡойонған күгәрсен.

13 Яңаҡтары – хуш еҫле сәскә түтәле, Ирендәре – мирра тамып торған лилиә таждары,

14 Беләктәре – аҫылташтар теҙелгән алтындай. Тәне зәңгәр яҡуттар менән биҙәлгән Фил һөйәге һымаҡ ҡатҡыл, шыма.

15 Аяҡтары алтын таяуға ҡуйылған Мәрмәр бағаналар һымаҡ көслө. Һыны Ливан тауҙарылай ғорур, Кедр ағастарылай мөһабәт.

16 Ирендәре татлы, Үҙе иһә һәр йәһәттән килгән. Бына шундай ул минең һөйгәнем, Бына ниндәй минең дуҫым, Эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan