Йырҙар йыры 3 - Изге ЯҙмаҠыҙ 1 Төнө буйы түшәгемдә Йән һөйгәнемде эҙләнем. Эҙләнем, тик таба алманым. 2 «Торайым, ҡаланы әйләнәйем, Урамдарҙан, майҙандарҙан йөрөп Йән һөйгәнемде эҙләйем», – тинем. Эҙләнем, тик таба алманым. 3 Ҡала буйлап йөрөгән һаҡсыларҙы осраттым, Һораным: «Күрмәнегеҙме һөйгәнемде?» 4 Улар янынан китеүем булды, Йән һөйгәнемде мин таптым. Ҡосаҡлап алдым да ебәрмәнем; Уны әсәйем өйөнә, Мине тапҡан әсәм бүлмәһенә алып ҡайттым. 5 Ғәзәлдәр һәм боландар хаҡына Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Беҙҙе был һөйөүҙән уятмағыҙ, ҡуҙғатмағыҙ, Танһығыбыҙ ҡанғанғаса ҡалһын. Ҡыҙҙың әхирәттәре 6 Ни был сүлдән күтәрелгән Төтөн бағанаһы һымаҡ килгән, Сауҙагәрҙең төрлө хушбуйҙары, Мирра-ладан еҫен таратҡан? 7 Был – Сөләймәндең тәхет-түшәге! Алтмыш баһадир уратҡан уны, Исраилдың батыр егеттәре. 8 Барыһы ла ҡылыс таҡҡан, Оҫта һуғышсылар. Төнгө дәһшәттән һаҡланыу өсөн Һәммәһенең ҡылысы билендә. 9 Сөләймән батша тәхет-түшәген Ливан ағастарынан яһатҡан. 10 Терәүҙәре – көмөш, һөйәнгесе – алтын. Ултырғысы ҡуйы ҡыҙыл туҡыманан. Йәрүсәлимдең ҡыҙҙары уның эсен Мөхәббәт менән биҙәгән. 11 Сион ҡыҙҙары, сығығыҙ, Туй көнөндә, йөрәге шатлыҡҡа тулған көндә, Әсәһе биргән таж кейгән Сөләймәнгә ҡарағыҙ! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia