ІV Батшалар 9 - Изге ЯҙмаЙеһуҙың Исраилға батша булыуы 1 Ильясиғин пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән берәүһен саҡырып алды ла уға: – Юлға әҙерлән, бынау зәйтүн майлы һауытты алып, Ғилғәд Рамоҫына бар, – тине. – 2 Унда барғандан һуң, Нимшиҙың ейәне, Йеһошафаттың улы Йеһуҙы тап. Уны иптәштәре араһынан саҡырып ал да төпкө бүлмәгә алып ин. 3 Шунан һауыттағы зәйтүн майын башына ҡой ҙа: «Раббы һиңә: „Мин һине Исраилға батша итеп мәсехләнем“, тип белдерә», – тиерһең дә ишектән сыға һалып йүгерерһең. 4 Йәш пәйғәмбәр Ғилғәд Рамоҫына юлланды. 5 Унда яу баштарының бер урында кәңәшләшеп ултырғанын күрҙе. – Һиңә әйтәһе хәбәрем бар ине, яу башы, – тине ул. – Ҡайһыбыҙға өндәшәһең? – тип һораны Йеһу. – Һиңә, яубашы, – тип яуапланы егет. 6 Йеһу, урынынан тороп, өйгә инде. Йәш пәйғәмбәр зәйтүн майын Йеһуҙың башына ҡойҙо ла былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Һине халҡым Исраилға батша итеп мәсехләнем. 7 Хакимың Ахавтың ғаиләһен тотош юҡ итерһең. Шулай итеп Мин Үҙемә хеҙмәт иткән пәйғәмбәрҙәремдең һәм бөтә ҡолдарымдың түгелгән ҡандары өсөн Изевелдән үс алам. 8 Ахав йорто юҡ булыр. Исраилда уның нәҫеленән булған ир енесенең барыһын да, иреклеме ул, ҡолмо, ҡырып бөтәм. 9 Неват улы Яровғам менән Ахияһ улы Бағшаның нәҫеленә ни ҡылған булһам, Ахав нәҫеленә лә шуны эшләйем. 10 Изреғил биләмәһендә Изевелдең мәйетен эттәр ашар, уны ерләүсе булмаҫ». Йәш пәйғәмбәр ошоларҙы әйтеп бөттө лә тиҙ генә ишектән сығып йүгерҙе. 11 Йеһу хеҙмәттәштәре янына сыҡты. Араларынан береһе: – Имен-аманмы? Был тиленең һиндә ниндәй йомошо бар? – тип һораны. – Уның кем икәнен, нимәләр һөйләй алғанын һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ, – тине Йеһу. 12 – Һин нимәлер йәшерәһең. Уның нимә тип әйткәнен һөйлә әле, – тиештеләр. Йеһу ул йәш пәйғәмбәрҙең: «Раббы былай тип әйтә: „Мин һине Исраилға батша итеп мәсехләнем“», – тигәнен һөйләп бирҙе. 13 Хеҙмәттәштәре шунда уҡ өҫ кейемдәрен сисеп Йеһуҙың аяҡ аҫтына, баҫҡысҡа түшәнеләр ҙә борғо ҡысҡыртып: – Йеһу батша булды! – тип иғлан иттеләр. Йеһуҙың Йорамды үлтереүе ( 2 Йыл 22:7-9 ) 14 Нимшиҙың ейәне, Йеһошафаттың улы Йеһу Йорамға ҡаршы фетнә күтәрҙе. Ул саҡта Йорам менән Исраил ғәскәре Ғилғәд Рамоҫында Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы тора ине. 15 Йорам батша Изреғилгә Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы һуғышта алған яраһын дауаларға ҡайтҡайны. – Әгәр минең яҡлы булһағыҙ, бер кемдең дә Рамоҫтан Изреғилгә барып хәбәр еткереүенә юл ҡуймағыҙ, – тине Йеһу иптәштәренә. 16 Шунан яу арбаһына ултырып, Изреғилгә китте. Яралы Йорам шунда ята һәм Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ уның хәлен белергә килгәйне. 17 Изреғил манараһы башында торған күҙәтсе күмәк атлылар менән сабып килгән Йеһуҙы абайлап ҡалды ла: – Бер төркөм сапҡынсыларҙы күрәм! – тип ҡысҡырҙы. – Ҡаршыларына һыбайлы ебәрегеҙ. Именлек менән киләләрме, һораһын, – тип бойорҙо Йорам. 18 Һыбайлы Йеһуға ҡаршы сабып барҙы ла: – Батша: «Именлек менән киләһегеҙме?» тип һорай, – тине. – Был һинең эшең түгел, – тип яуапланы Йеһу. – Әйҙә, минең арттан төш! Күҙәтсе илсенең сапҡынсыларға барып еткәнен, әммә кире боролоп ҡайтмағанын хәбәр итте. 19 Икенсе һыбайлыны ебәрҙеләр. Ул да былар алдына килеп: – Батша: «Именлек менән киләһегеҙме?» тип һорай, – тине. – Был һинең эшең түгел, – тип яуапланы Йеһу. – Әйҙә минең арттан төш! 20 – Илсе барып етте, әммә кире боролманы, – тип хәбәр итте күҙәтсе батшаға. – Ҡотороноп сапҡанына ҡарағанда, Нимши улы Йеһуға оҡшаған. 21 – Ат егегеҙ! – тип бойорҙо Йорам. Уның яу арбаһына ат ектеләр. Исраил батшаһы Йорам менән Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ, һәр ҡайһыһы үҙенең яу арбаһында, Йеһуға ҡаршы сыҡты. Улар Изреғил кешеһе Навоҫтың биләмәһендә осрашты. 22 – Именлек менән килеүеңме? – тип һораны Йорам Йеһуҙы күргәс. – Әсәйең Изевелдең боттарға табыныуы, сихыр ҡылыуы дауам итә икән, ниндәй именлек булһын? – тине Йеһу. 23 Йорам арбаһын кире борҙо ла: – Ахазъяһ, был хыянат! – тип ҡысҡырҙы. 24 Йеһу йәйәһен йән көсөнә тартып, батшаның арҡаһына, ике ҡалаҡ һөйәгенең уртаһына, атып ебәргәйне, уҡ Йорамдың йөрәген үтә тишеп сыҡты. Батша арбаһына ҡапланып барып төштө. 25 Йеһу ярҙамсыһы Бидҡарға: – Мәйетте ал да изреғилле Навоҫтың баҫыуына алып барып ырғыт, – тип бойорҙо. – Хәтерләйһеңме, һинең менән бергә Йорамдың атаһы Ахав артынан килгән сағыбыҙҙа, Раббы Ахав тураһында: 26 «Кисә Мин Навоҫ менән уның улдарының ҡанын күрҙем. Ант итеп әйтәм, Мин һине ошо баҫыуҙа язалаясаҡмын», – тигәйне. Раббының шул һүҙҙәренә ярашлы, Йорамдың мәйетен Навоҫтың баҫыуына ташла, – тине. Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһтың үлтерелеүе 27 Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ быларҙы күреп, Бейт-Һагган ҡалаһына табан ҡаса башланы. Артынан ҡыуа төшкән Йеһу: – Уны ла үлтерегеҙ! – тип ҡысҡырҙы. Үҙенең арбаһындағы Ахазъяһты Йивлеғамға етәрәк, Гур ҡалҡыулығында уҡтан атып яраланылар. Ул йәрәхәтләнгән килеш Мегиддоға барып етте лә, шунда үлде. 28 Хеҙмәтселәре уны яу арбаһында Йәрүсәлимгә алып ҡайтты һәм Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында үҙ төрбәһенә дәфен ҡылды. 29 Ахазъяһ Йәһүҙә тәхетенә Йорам Ахав улы Исраилда ун беренсе йыл батшалыҡ иткәндә ултырғайны. Изевелдең үлтерелеүе 30 Йеһу Изреғилгә юлланды. Быны ишетеп, Изевел күҙҙәренә һөрмә тартты, сәсен-башын тараны. Унан тәҙрә төбөнә баҫып Йеһуҙың килгәнен көтә башланы. 31 Йеһу ҡала ҡапҡаһынан килеп ингәс, Изевел уға: – Именһеңме, эй хакимын үлтергән Зимри? – тип ҡысҡырҙы. 32 Йеһу тәҙрәгә туп-тура төбәлеп: – Кемегеҙ минең яҡлы? – тип ҡысҡырҙы. Һарай әһелдәренең икәү-өсәүһе үрелеп ҡарағас: 33 – Ырғытығыҙ уны аҫҡа! – тип бойорҙо. Һарай әһелдәре батшабикәне аҫҡа бырғаны. Изевелдең ҡаны һарай диуарына һәм аттарға сәсрәне. Йеһу уның кәүҙәһен яу арбаһы менән тапап үтеп китте. 34 Шунан һарайға инеп ашаны, эсте. Һуңынан: – Ул ҡәһәр төшкән ҡатынды ерләгеҙ, нисек кенә булмаһын, батша ҡыҙы бит әле ул, – тип бойорҙо. 35 Әммә Изевелде ерләргә барған кешеләр уның баш һөйәге һәм аяҡ-ҡулдарынан башҡа бер нәмәһен дә тапманылар. 36 Кире килеп был хаҡта Йеһуға әйттеләр. – Раббының Үҙенең ҡоло Тишбе кешеһе Ильяс пәйғәмбәр аша әйткән һүҙҙәре бойомға ашты, – тине Йеһу. – Ул: «Изевелдең мәйетен Изреғил ерендә эттәр тамаҡлаясаҡ, – тип белдергәйне. – 37 Ҡалдыҡтары Изреғил тупрағында баҫыуҙағы тиҙәк кеүек аунап ятыр. Һис кем уны: „Был – Изевел“, – тип әйтә алмаҫ». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia