Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІV Батшалар 4 - Изге Яҙма


Ильясиғиндың тол ҡатынға ярҙам итеүе

1 Бер көндө Ильясиғинға пәйғәмбәрҙәр төркөмөндәге бер кешенең ҡатыны ярҙам һорап килде. – Эй хакимым, минең ирем, һинең ҡолоң, үлде! Үҙең беләһең, ул Раббынан ҡурҡҡан кеше ине. Әле иһә унан аласағы булған бер әҙәм килде лә бурыс өсөн ике улымды ҡол итергә теләй, – тине ул.

2 – Һиңә нисек ярҙам итәйем һуң? – тине Ильясиғин. – Өйөңдә нимәләрең бар? – Мин ҡолоңдоң өйөндә бер һауыт зәйтүн майынан башҡа бер нәмә лә юҡ шул, – тип яуап ҡайтарҙы ҡатын.

3 – Бөтә күршеләреңдән дә буш һауыт йыйып ал. Ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ.

4 Шунан улдарың менән өйөгөҙгә инегеҙ ҙә, ишегегеҙҙе эстән бикләп, һауыттарға май тултырығыҙ. Тулған береһен ситкә ҡуя барығыҙ, – тине Ильясиғин.

5 Ҡатын уның янынан ҡайтып китте. Улдары менән өйгә инеп, ишекте бикләнеләр. Улдары буш һауыттарҙы биреп торҙо, ҡатын уларҙы май менән тултырҙы.

6 Ахыр сиктә улдарының береһенә: – Ҡана, тағы бир, – тигәйне, тегеһе: – Башҡа һауыт ҡалманы, – тип яуап ҡайтарҙы. Май шунда уҡ ағыуҙан туҡтаны.

7 Ҡатын, Алла бәндәһенә барып, бөтәһен дә һөйләп бирҙе. – Бар, майҙы һатып, бурысыңды түлә, – тине пәйғәмбәр. – Ҡалғаны иһә улдарың менән йәшәргә етер.


Ильясиғин менән Шунемдағы бай ҡатын

8 Бер көндө Ильясиғин Шунем ҡалаһына килде. Шунда уны бер бай ҡатын өйөнә төшкө ашҡа алып ҡайтты. Бынан һуң, ҡасан ғына Шунемға барһа ла, пәйғәмбәр ризыҡ ейер өсөн ошонда инер булды.

9 Бер мәл ҡатын иренә: – Мин беләм, беҙгә йыш ҡына килеп йөрөгән был кеше изге бер Алла бәндәһе ул, – тине. –

10 Әйҙә өҫкө ҡатта уның өсөн бер бәләкәй генә бүлмә төҙөйөк. Шунда түшәк һалырбыҙ, өҫтәл, ултырғыс, майшәм ҡуйырбыҙ. Ҡасан килһә лә, беҙгә төшөп йөрөр.

11 Ильясиғин бер көндө килде лә, бүлмәһенә менеп, ял итергә ятты.

12 Хеҙмәтсеһе Гехазиға: – Шунем ҡатынын саҡыр әле, – тине. Тегеһе ҡатынды саҡырҙы. Ҡатын ингәс,

13 Ильясиғин хеҙмәтсеһенә: – Беҙгә ҡылған яҡшылыҡтарына ҡаршы нимә эшләй алабыҙ икән, һора әле. Батшаға йәки ғәскәр башлығына берәй үтенесе юҡмы? – тине. – Мин үҙ халҡым араһында бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ күрмәй йәшәйем, – тип яуапланы ҡатын.

14 – Уға нимә эшләй алабыҙ һуң? – тип һораны Ильясиғин Гехазиҙан. – Уның улы юҡ, ә ире ҡарт, – тине хеҙмәтсеһе.

15 – Уны тағы саҡыр әле, – тине Ильясиғин. Хеҙмәтсеһе саҡырҙы. Ҡатын ишек төбөнә килеп баҫты.

16 – Бер йылдан һуң ошо ваҡытта ҡосағыңда улың булыр, – тине Ильясиғин. – Юҡ, хакимым, – тип ҡаршы төштө ҡатын. – Һин бит Алла бәндәһе, мин ҡолоңдо, зинһар, алдама.

17 Әммә ҡатын ауырға ҡалды һәм икенсе йылды Ильясиғин әйткән ваҡытта улы тыуҙы.

18 Бала ҙурайҙы. Бер көндө ул атаһы менән баҫыуға ураҡсылар янына китте.

19 Ҡапыл малай атаһына: – Уй, башым ауырта, башым! – тип ҡысҡырҙы. Атаһы хеҙмәтсегә улын тиҙ генә әсәһенә алып ҡайтырға бойорҙо.

20 Хеҙмәтсе уны өйгә алып ҡайтты. Бала төшкә тиклем әсәһенең алдында ятты ла йән бирҙе.

21 Әсә уны өҫкө бүлмәгә алып менде, Алла бәндәһенең түшәгенә һалды ла, ишекте ябып, тышҡа сыҡты.

22 Шунан ирен саҡырып былай тине: – Миңә берәй хеҙмәтсе менән ишәк бир әле, тиҙ генә Алла бәндәһенә барып ҡайтайым.

23 – Нишләп уға бөгөн бараһың? – тине ире. – Яңы ай байрамы ла, шәмбе лә түгел. – Зарар юҡ, – тип яуапланы ҡатын.

24 Ишәкте эйәрләп менде лә хеҙмәтсегә: – Ҡыуала, мин һиңә әйтмәй тороп, яйлама, – тине.

25 Кармәл тауына барып, Алла бәндәһе янына күтәрелде. Пәйғәмбәр ҡатынды алыҫтан уҡ абайлағайны. Хеҙмәтсеһе Гехазиға: – Ҡара әле, Шунемдан теге ҡатын килә ята, – тип өндәште. –

26 Бар, йүгер, ҡаршы ал. «Ни хәлдәһегеҙ, ирең менән улың иҫән-һаумы?» – тип һора. – Барыһы ла яҡшы, – тип яуапланы ҡатын Гехазиға.

27 Әммә тауға сығып еткәс, Алла бәндәһенең аяғына йығылды. Гехази уны торғоҙорға ынтылғайны, Ильясиғин тыйҙы. – Теймә, ҡайғыһы ҙур икәнен күрмәйһеңме ни? – тине. – Ниңә икәнен Раббы минән йәшерҙе, әшкәртмәне.

28 – Эй хакимым, мин һинән бала һораныммы ни? – тине ҡатын. – Өмөтләндермә мине, зинһар, тип әйтмәнемме?

29 – Гехази, йәһәт кенә әҙерлән дә юлға сыҡ, – тине Ильясиғин. – Таяғымды ал. Ҡара уны, бер ерҙә лә туҡтама. Үҙең һаулыҡ ҡушма, хатта сәләм биргәндәргә лә яуап ҡайтарма. Барып еткәс, таяғымды баланың битенә ҡуй.

30 Әммә малайҙың әсәһе Ильясиғинға: – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән башҡа бынан аҙым да баҫасағым юҡ, – тине. Шунан Ильясиғин уның артынан юлға сыҡты.

31 Гехази алданыраҡ барып етте. Ул Ильясиғиндың таяғын малайҙың битенә һалды. Әммә бала ҡымшанманы, тауыш та бирмәне. Гехази пәйғәмбәргә ҡаршы сыҡты. – Бала уянмай, – тип хәбәр итте.

32 Ҡатындың өйөнә килеп еткәс, Ильясиғин түшәгендә үлеп ятҡан баланы күрҙе.

33 Эскә инеп, артынан ишекте япты ла Раббыға ялбарҙы.

34 Шунан ауыҙын малайҙың ауыҙына, күҙҙәрен – күҙҙәренә, ҡулдарын ҡулдарына терәп, үле кәүҙәнең өҫтөнә ҡапланды. Бер аҙҙан баланың тәне йылына башланы.

35 Ильясиғин тороп, бүлмәлә арлы-бирле йөрөп әйләнде лә йәнә бала өҫтөнә ятты. Малай, ете тапҡыр сөскөргәс, күҙҙәрен асты.

36 Ильясиғин Гехазиға баланың әсәһен саҡырырға ҡушты. Гехази саҡырҙы. Ҡатын ингәс, пәйғәмбәр уға: – Улыңды ал, – тине.

37 Ҡатын ергә ҡапланып Ильясиғиндың аяҡтарын ҡосаҡланы, шунан балаһын алып аҫҡа төшөп китте.


Ильясиғиндың тағы ике мөғжизәһе

38 Ильясиғин Гилгалға әйләнеп ҡайтты. Бында аслыҡ ине. Эргәһенә бер төркөм пәйғәмбәрҙәр йыйылғас, хеҙмәтсеһенә ҙур ҡаҙанды усаҡҡа ҡуйып уларға ашарға бешерергә ҡушты.

39 Пәйғәмбәрҙәрҙән берәү ҡырға йәшелсә йыйырға сыҡҡайны, шунда сырмалып үҫкән бер үҫемлек тапты. Уның емештәрен итәк тултырып алып ҡайтты ла, турап, ҡаҙанға һалды, әммә бының нимә икәнен бер кем дә белмәне.

40 Бына ашты ҡойоп бирҙеләр. Әммә уны ауыҙҙарына ҡабыу менән: – Эй Алла бәндәһе, ҡаҙанда – үлем! – тип ҡысҡырыша башланылар. Ашты бер кем дә ашай алманы.

41 Ильясиғин саҡ ҡына он һорап алды ла уны ҡаҙанға һалды. Шунан: – Инде ҡойоп бирегеҙ, ашаһындар, – тине. Ашта бер ниндәй ҙә зарарлы нәмә ҡалмағайны.

42 Бәғел-Шалишанан бер кеше Алла бәндәһенә тәүге уңыштан егерме арпа көлсәһе менән тоҡта башаҡтар алып килде. – Кешеләргә өләшеп бир, – тине Ильясиғин хеҙмәтсеһенә. – Ашаһындар.

43 – Бының нимәһен бирәйем, йөҙ кешегә етерлек түгел бит, – тип ғәжәпләнде хеҙмәтсе. – Өләшеп бир, – тип яуапланы Ильясиғин. – Сөнки Раббы былай ти: «Туйғансы ашарҙар, өҫтәүенә артып та ҡалыр».

44 Хеҙмәтсе уларҙы кешеләрҙең алдына һалды. Раббы әйткәнсә булды, туйғансы ашанылар, хатта артып та ҡалды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan