ІV Батшалар 3 - Изге Яҙма1 Йәһүҙә батшаһы Йеһошафаттың ун һигеҙенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Ахав улы Йорам ултырҙы һәм ун ике йыл батшалыҡ итте. 2 Ул Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды, әммә әсәһе менән атаһы кеүек түгел ине, сөнки атаһының Бәғелгә бағышлап ҡуйҙырған табыныу бағанаһын ватып ташланы. 3 Әммә ул Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының яман эштәрен дауам итте, уларҙан баш тартманы. Моав менән һуғыш 4 Моав батшаһы Мешағ малды бик күп аҫырай ине. Ул Исраил батшаһына яһаҡҡа йыл һайын йөҙ мең һарыҡ бәрәсе һәм йөҙ мең һарыҡ тәкәһенең йөнөн ебәрә торған булды. 5 Әммә Ахав үлгәндән һуң, Моав батшаһы Исраилға ҡаршы баш күтәрҙе. 6 Шул саҡ Йорам батша Самариянан сыҡты ла бөтә Исраил ғәскәрен бер урынға тупланы. 7 Ул Йәһүҙә батшаһы Йеһошафатҡа: – Моав батшаһы миңә ҡаршы фетнә күтәрҙе. Минең менән бергә уға ҡаршы яуға бараһыңмы? – тип хәбәр ебәрҙе. – Барам, – тип яуапланы Йеһошафат. – Һин нисек, мин дә шулай. Минең ғәскәрем – һинең ғәскәрең, минең аттарым – һинең аттарың. 8 Шунан: – Ҡайһы юлдан барайыҡ? – тип һораны. – Эдом сүле юлынан, – тип яуап ҡайтарҙы Йорам. 9 Исраил, Йәһүҙә һәм Эдом батшалары бергәләшеп юлға сыҡты. Урауҙан ете көн буйы барғас, уларҙың эсер һыуы бөттө. Ғәскәрҙәр ҙә, малдар ҙа сарсаны. 10 – Һәләк булдыҡ! – тине Исраил батшаһы. – Раббы өсөбөҙҙө бергә Моав ҡулына бирергә йыйынғандыр. 11 – Бында Раббының пәйғәмбәре юҡмы? – тип һораны Йеһошафат. – Уның аша Раббынан кәңәш һорар инек. – Шафат улы Ильясиғин бында. Ильястың ҡулына ул һыу ҡоя торғайны, – тип яуапланы Исраил батшаһының ярандарынан берәү. 12 – Раббының һүҙен ул әйтә ала, – тине Йеһошафат. Шунан Йеһошафат, Исраил һәм Эдом батшалары бергәләшеп Ильясиғинға киттеләр. 13 – Һиңә минән ни кәрәк? – тип ҡаршыланы Ильясиғин Исраил батшаһын. – Атаң менән әсәңдең пәйғәмбәрҙәренә барыр инең. – Улай тимә! – тине Исраил батшаһы. – Раббы беҙҙе, өс батшаны, моавтарҙың ҡулына тапшырыр өсөн бында йыйған. 14 – Мин хеҙмәт иткән Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шаһит: әгәр Йәһүҙә батшаһы Йеһошафатты ихтирам итмәһәм, һиңә күтәрелеп тә ҡарамаҫ инем, – тине Ильясиғин. – 15 Ә хәҙер арфала уйнаған берәйһен табып килтерегеҙ. Арфасы килеп уйнай башлағайны, Ильясиғинға Раббының ҡөҙрәте иңде. 16 – Раббы был үҙәндең һәр тарафында соҡорҙар ҡаҙырға ҡуша, – тине Ильясиғин. – 17 Сөнки Раббы былай ти: «Ел дә, ямғыр ҙа күрмәҫһегеҙ, әммә үҙәнгә һыу тулыр. Үҙегеҙ ҙә, эре һәм ваҡ малдарығыҙ ҙа туйғансы эсерһегеҙ». 18 Тик Раббы өсөн был ғына аҙ. Ул Моавты ла ҡулығыҙға тапшырыр. 19 Уларҙың бөтә нығытмалы ҡалаларын һәм һайланма ҡалаларын яулап алырһығыҙ, бөтә яҡшы ағастарын ҡырҡып ташларһығыҙ, һыу сығанаҡтарын күмерһегеҙ, бөтә иң уңдырышлы баҫыуҙарын таш менән ҡыйларһығыҙ. 20 Икенсе көндө иртәнсәк, икмәк саҙаҡаһы килтергән ваҡытта, Эдом яғынан һыу ағып килде лә бөтә үҙәнде тултырҙы. 21 Батшаларҙың яу менән килгәнен ишетеп, Моав халҡының ҡорал тота алған йәше-ҡарты бергә тупланып, сик буйына баҫты. 22 Иртә таңдан торҙолар. Ҡыҙарып ҡояш ҡалҡты һәм уның һыу өҫтөндәге сағылышы моавтарға алыҫтан ҡып-ҡыҙыл ҡан булып күренде. 23 – Был бит ҡан! – тип ҡысҡырыштылар. – Ахыры, был батшалар үҙ-ара һуғышып, бер-береһен ҡырып бөткәндер. Әйҙәгеҙ, моавтар, яумал артынан барайыҡ! 24 Әммә, тупламға яҡынлашыуҙары булды, исраилдар уларға ташланды. Моавтар ҡаса башланы, тегеләр иһә уларҙы арттарынан баҫтырып ҡырҙы. 25 Ҡалаларын емерҙеләр, үткән береһе таш ырғытып, иң уңдырышлы баҫыуҙарын ҡыйланылар, һыу сығанаҡтарын күмделәр, яҡшы ағастарын ҡырҡып ташланылар. Ахыр сиктә бары тик Ҡир-Харәсәҫ ҡалаһының таш диуарҙары ғына тороп ҡалды. Һапҡы менән ҡоралланған яугирҙәр уны ла уратып алып һөжүм итте. 26 Еңелә башлағанын һиҙеп, Моав батшаһы ҡылыслы ете йөҙ яугире менән Эдом батшаһының ғәскәрҙәре тәңгәленән йырып сыҡмаҡ булды, әммә уңышһыҙлыҡҡа осраны. 27 Шул саҡ батша үҙе урынына тәхеткә ултырырға тейеш булған иң өлкән улын ҡала диуары өҫтөндә тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙе. Был хәл исраилдарҙы шул тиклем тетрәндерҙе ки, улар ҡаланан сигенде һәм боролоп үҙ илдәренә ҡайтып китте. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia