ІV Батшалар 24 - Изге Яҙма1 Йеһояҡим батшалыҡ иткән осорҙа Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙәгә яу менән килде. Йеһояҡим өс йыл буйы уға буйһоноп йәшәне, унан һуң баш күтәрҙе. 2 Раббы, Үҙенең ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша әйткәндәренә ярашлы, Йәһүҙәне юҡ итер өсөн уға ҡаршы Халдей, Арам, Моав, Ғаммон баҫҡынсыларын ебәрҙе. 3-4 Һис шикһеҙ, былар барыһы ла Раббы ихтыяры менән эшләнде. Менашшеның гонаһтары, ғәйепһеҙҙәрҙең ҡанын түккәне өсөн Раббы Йәһүҙәне хозурынан алып ташламаҡ булды. Менашше Йәрүсәлимде ҡанға батырғайны һәм Раббы уны ғәфү итергә теләмәне. 5 Йеһояҡимдың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. 6 Йеһояҡим үлеп, ата-бабаларына ҡушылғас, уның урынына улы Йеһояхин батша булды. Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин ( 2 Йыл 36:9-10 ) 7 Мысыр фирғәүене башҡаса үҙ ерҙәренән сыҡманы, сөнки Бабил батшаһы уның Мысыр сигендәге йылғанан алып Евфрат йылғаһына тиклемге бөтә биләмәләрен яулап алғайны. 8 Йеһояхин ун һигеҙ йәшендә тәхеткә ултырҙы һәм Йәрүсәлимдә өс ай батшалыҡ итте. Әсәһе Йәрүсәлимдән Нехушта Әлнаҫан ҡыҙы ине. 9 Йеһояхин да, атаһы һымаҡ, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды. 10 Шул осорҙа Бабил батшаһы Навуходоносорҙың ғәскәрҙәре Йәрүсәлимгә килде һәм уны ҡамап алды. 11 Яугирҙәре ҡаланы ҡамаған саҡта Навуходоносор үҙе Йәрүсәлимгә килгәс, 12 Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин әсәһе, хеҙмәтселәре, түрәләре һәм һарай әһелдәре менән бергә Бабил батшаһына баш һалды. Навуходоносор Бабилға батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында Йеһояхинды әсиргә алды. 13 Раббының быға тиклем әйткәндәренә ярашлы, Навуходоносор Раббы ҡорамындағы һәм батша һарайындағы бөтә хазиналарҙы Бабилға оҙатты, Исраил батшаһы Сөләймәндең Раббы ҡорамы өсөн яһатҡан бөтә алтын һауыттарын киҫәктәргә тураҡланы. 14 Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙең барыһын: бөтә түрәләрҙе, ҡаһарман яугирҙәрҙе, балта оҫталарын һәм тимерселәрҙе – ун мең кешене һөргөнгә алып китте. Йәһүҙә халҡының иң ярлыларынан башҡа бер кем дә ҡалманы. 15 Навуходоносор Йеһояхинды Бабилға һөргөнгә алып китте. Уның менән бергә әсәһе, ҡатындары, һарай әһелдәре һәм илдең күренекле кешеләре лә Йәрүсәлимдән Бабилға һөрөлдө. 16 Бынан тыш көслө һәм һуғышҡа әҙер булған ете мең яугир, меңәрләгән балта оҫталары һәм тимерселәр Бабилға ҡыуып алып кителде. 17 Навуходоносор Йеһояхиндың урынына уның атаһының ҡустыһы Маттанъяһты, исемен Сидкияһҡа үҙгәртеп, батша итеп ҡуйҙы. Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ ( 2 Йыл 36:11-14 ; Йер 52:1-3 ) 18 Тәхеткә ултырғанда Сидкияһҡа егерме бер йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Хамутал – Ливна ҡалаһынан Йермеяһтың ҡыҙы ине. 19 Сидкияһ та, Йеһояҡим кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды. 20 Раббы Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә шул тиклем ныҡ асыулы ине, уларҙы Үҙенең хозурынан алып бырғаны. Сидкияһ Бабил батшаһына ҡаршы баш күтәрҙе. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia