Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІV Батшалар 22 - Изге Яҙма


Йәһүҙә батшаһы Йошияһ
( 2 Йыл 34:1-2 , 8-13 )

1 Тәхеткә ултырғанда Йошияһҡа һигеҙ йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә утыҙ бер йыл батшалыҡ итте. Әсәһе – Босҡаҫтан Ғадаяһ ҡыҙы Йедидаһ ине.

2 Йошияһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды, һәр эштә боронғо бабаһы Дауыттың юлын тотто, уңға ла, һулға ла тайпылманы.


Ҡанун китабының табылыуы

3 Батшалыҡ итеүенең ун һигеҙенсе йылында Йошияһ Асалъяһтың улы, Мешулламдың ейәне Шафанды, батша кәтибен, Раббы йортона ебәреп, былай тине:

4 – Баш ҡаһин Хилҡияһҡа барып әйт, тупһа һаҡсылары Раббы ҡорамына килгән халыҡтан йыйған көмөштө алып һанаһындар.

5 Уны Раббы ҡорамындағы эштәргә етәкселек итергә тәғәйенләнгән кешеләргә бирһендәр. Был аҡсалар Раббы ҡорамын йүнәтеүселәргә:

6 балта оҫталарына, төҙөүселәргә, ташсыларға хеҙмәт хаҡы итеп түләнһен, шулай уҡ ҡорамды төҙәтеү өсөн кәрәк булған ағас, юнылған таш һатып алыуға тотонолһон.

7 Хәйер, был кешеләрҙең ҡулдарына бирелгән аҡсаны нимәгә тотоноуҙарына яуап һоралмаһын, сөнки уларға ышанырға була.

8 Баш ҡаһин Хилҡияһ: – Раббы ҡорамында ҡанун китабы табып алдым, – тине һәм кәтип Шафандың ҡулына бер төргәк китап тотторҙо. Шафан уны уҡып сыҡты.

9 Кәтип Шафан батшаға хисап менән килде: – Һинең хеҙмәтселәрең Раббы ҡорамында булған бөтә көмөштө ҡорамды төҙөкләндереү менән етәкселек итеүселәргә бирҙеләр, – тине. Шунан ул батшаға:

10 – Хилҡияһ ҡаһин миңә бер китап бирҙе, – тине лә был китапты батшаға уҡыны.

11 Батша ҡанун китабында яҙылғандарҙы ишеткәс, кейемдәрен йыртҡылап ташланы.

12 Хилҡияһ ҡаһинға, Шафан улы Ахиҡамға, Михаяһ улы Ғахборға, Шафан кәтипкә, батшаның хеҙмәтсеһе Ғасаяһҡа былай тип бойорҙо:

13 – Барығыҙ, минең хаҡҡа, халыҡ хаҡына, бөтә Йәһүҙә хаҡына ошо табылған китапта яҙылғандар тураһында Раббынан һорап белешегеҙ. Ата-бабаларыбыҙҙың был китаптағы һүҙҙәргә ҡолаҡ һалмағандары, һәммәбеҙ өсөн яҙылғандар буйынса йәшәмәгәндәре өсөн Раббының беҙгә ҡабынған асыуы ғәйәт ҡатылыр!

14 Хилҡияһ ҡаһин, Ахиҡам, Ғахбор, Шафан һәм Ғасаяһ, барып, Раббы ҡорамында кейем-һалымдарҙы ҡараусы Шаллумдың ҡатыны Хулда исемле пәйғәмбәр ҡатын менән кәңәшләштеләр. Шаллум Тиҡуаның улы, Хархастың ейәне ине. Хулда Йәрүсәлимдең яңы биҫтәһендә йәшәй ине.

15 Хулда уларға былай тине: – Исраилдың Аллаһы Раббы әйтә: «Һеҙҙе Миңә ебәргән кешегә еткерегеҙ.

16 „Раббы былай ти: Мин хәҙер бына был урынға, унда йәшәгән кешеләргә Йәһүҙә батшаһы уҡыған китапта яҙылған бөтә һүҙҙәргә ярашлы бәлә-ҡаза ебәрәм.

17 Улар Минән ваз кистеләр, башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр, үҙ ҡулдарының эше менән Минең асыуымды ҡабарттылар, шуға күрә был урынға асыуым ялҡынланасаҡ һәм һүнмәйәсәк“.

18 Һеҙҙе Раббынан һорашып-белешер өсөн ебәргән Йәһүҙә батшаһына иһә белдерегеҙ: „Исраилдың Аллаһы Раббы әле һин ишеткәндәр хаҡында былай ти:

19 Был ер вайран булып, бында йәшәүселәр ләғнәткә дусар булыр, тигән һүҙҙәремде ишеткәндән һуң, күңелең йомшарҙы һәм үҙеңдең тәкәбберлегеңде йүгәнләнең, ҡайғынан кейемеңде йыртып, алдымда иланың. Шуның өсөн Мин һине ишеттем, – ти Раббы. –

20 Шуға күрә Мин һине ата-бабаларың янына оҙатырмын, һин тыныслыҡта дәфен ҡылынырһың. Күҙҙәрең был урынға Мин килтерәсәк оло һәләкәтте күрмәҫ“». Ҡайтып, был яуапты батшаға һөйләп бирҙеләр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan