ІV Батшалар 21 - Изге ЯҙмаЙәһүҙә батшаһы Менашше ( 2 Йыл 33:1-10 , 18-20 ) 1 Тәхеткә ултырғанда Менашшеға ун ике йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә илле биш йыл батшалыҡ итте. Әсәһенең исеме Хефсиба ине. 2 Менашше Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларын ҡабатлап, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды. 3 Атаһы Хизкияһ емерткән табыныу ҡалҡыулыҡтарын яңынан торғоҙҙо. Исраил батшаһы Ахав кеүек Бәғелгә ҡорбан усаҡтары төҙөттө, Ашераға ҡолғалар ҡуйҙырҙы, барлыҡ күк есемдәренә сәждә ҡылып, уларға табынды. 4 Раббының: «Минең исемем Йәрүсәлимдә төйәкләнер» тигән ҡорамында ят илаһтарға ҡорбан усаҡтары төҙөттө. 5 Раббы ҡорамының ике ихатаһында ла бөтә күк есемдәренә бағышлап ҡорбан усаҡтары яһатты. 6 Улын утҡа һалып ҡорбан итте, күрәҙәлек һәм сихыр менән шөғөлләнде, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралашты, Раббы хуш күрмәгән бик күп эштәр ҡылып Уны асыуландырҙы. 7 Менашше Ашераның ҡолғаһын Раббы ҡорамына урынлаштырҙы. Ә бит Раббы Дауыт менән уның улы Сөләймәнгә: «Был йортта һәм Мин Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлимдә исемем мәңгегә төйәкләнер. 8 Әгәр ҙә Мин уларға бойорғанды һәм ҡолом Муса уларға әмер иткән бөтә ҡанунды теүәл үтәһәләр, Мин ата-бабаларына биргән ерҙән исраилдар мәңге китмәҫ», – тигәйне. 9 Әммә халыҡ быға ҡолаҡ һалманы. Менашше уларҙы шул тиклем юлдан яҙҙырҙы, хатта Раббы Исраил халҡы алдынан юҡ иткән ҡәүемдәрҙән дә былайыраҡ золом ҡылдылар. 10 Ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша Раббы былай тип белдерҙе: 11 – Йәһүҙә батшаһы Менашше был ерәнгес эштәрҙе ҡылғаны, үҙҙәренән алда йәшәгән әмөриҙәрҙән дә уҙҙырып, күп әшәкелектәр эшләгәне, боттарға табындырып, Йәһүҙә халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн 12 Исраил Аллаһы Раббы: «Йәрүсәлим менән Йәһүҙәнең башына шундай һәләкәт ебәрәм, хатта ул турала ишеткәндәрҙең бөтәһенең ҡолаҡтары сыңлар, – тип белдерә. – 13 Самария менән Ахав нәҫелен нисек язалаһам, Йәрүсәлимде лә шулай язалайым. Нисек һауытты һөртөп, түңкәреп ҡуялар, Мин дә тап шулай итеп Йәрүсәлимде һөртөп, түңкәреп ҡуясаҡмын. 14 Халҡымдың иҫән ҡалғандарынан баш тартам, уларҙы дошмандары ҡулына тапшырам. Дошмандары уларҙы талап, үҙҙәренә табыш итер. 15 Сөнки улар Мин хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды, ата-бабалары Мысырҙан сыҡҡан көндән башлап бөгөнгә тиклем был халыҡ Мине асыуландырҙы». 16 Менашше Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылып, Йәһүҙәне гонаһҡа батырыу менән генә сикләнмәне, ғәйепһеҙҙәрҙең ҡанын түгеп, Йәрүсәлимде тотошлай ҡанға батырҙы. 17 Менашшеның ҡалған бөтә ғәмәлдәре, ул ҡылған гонаһтар тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. 18 Менашше үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм һарайы янындағы Ғузза баҡсаһында ерләнде. Уның урынына улы Амон батша булды. Йәһүҙә батшаһы Амон ( 2 Йыл 33:21-25 ) 19 Амон егерме ике йәшендә тәхеткә ултырҙы һәм Йәрүсәлимдә ике йыл батша булды. Әсәһе – Йотва ҡалаһынан Харустың ҡыҙы Мешулләмәҫ ине. 20 Амон, атаһы Менашше кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылды, 21 һәр эштә атаһының юлын ҡыуып, атаһы хеҙмәт иткән боттарға табынды, уларға хеҙмәт итте. 22 Ул ата-бабаларының Аллаһы Раббынан ваз кисте, Раббының юлынан йөрөмәне. 23 Ярандары Амонға ҡаршы фетнә ойошторҙо һәм уны һарайында үлтерҙе. 24 Ил халҡы Амонға ҡаршы фетнә ойошторғандарҙың барыһын да ҡырып, улы Йошияһты батша итеп ҡуйҙы. 25 Амондың ҡалған бөтә ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. 26 Амонды Ғузза баҡсаһындағы үҙ зыяратына ҡуйҙылар. Уның урынына улы Йошияһ батша булды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia