Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІV Батшалар 2 - Изге Яҙма


Ильястың күккә алыныуы

1 Раббының Ильясты өйөрмә эсендә күккә алыр ваҡыты еткәндә, Ильяс менән Ильясиғин Гилгалдан сығып баралар ине.

2 Ильяс Ильясиғинға: – Һин бында ҡал, Раббы мине Бейт-Илгә ебәрә, – тине. – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән айырылмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Бергәләшеп Бейт-Илгә киттеләр.

3 Бейт-Илдә йәшәгән пәйғәмбәрҙәр төркөмө Ильясиғин янына килеп: – Раббының бөгөн хакимыңды һинән алып китәсәген беләһеңме? – тип һораны. – Беләм, өндәшмәгеҙ, – тип яуапланы Ильясиғин.

4 Ильяс Ильясиғинға: – Һин ошонда ҡал, Раббы мине Йерихоға ебәрә, – тине. – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән айырылмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Бергәләшеп Йерихоға киттеләр.

5 Унда йәшәгән пәйғәмбәрҙәр төркөмө Ильясиғинға килеп: – Раббының бөгөн хакимыңды һинән алып китәсәген беләһеңме? – тип һораны. – Беләм, өндәшмәгеҙ, – тип яуапланы Ильясиғин.

6 Ильяс Ильясиғинға: – Һин ошонда ҡал, Раббы мине Иорданға ебәрә, – тине. – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән айырылмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Бергәләшеп артабан киттеләр.

7 Пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән иллеһе уларҙың артынан эйәрҙе һәм, Иорданға яҡынлашҡас, алыҫтараҡ туҡтаны. Ильяс менән Ильясиғин иһә йылға ярына килеп баҫты.

8 Ильяс ябынсаһын алып төрҙө лә һыуға һуҡты. Йылға ике яҡҡа айырылды ла был икәү ҡоронан ҡаршы ярға сыҡты.

9 Аръяҡҡа сыҡҡас, Ильяс Ильясиғиндан: – Әйт, яныңдан алып кителгәнемә тиклем һиңә нимә эшләйем? – тип һораны. – Һинең рухыңдан миңә мираҫҡа ике өлөш ҡалһын ине, – тине Ильясиғин.

10 – Бик ҡыйын нәмә һорайһың, – тине Ильяс. – Әгәр минең эргәңдән нисек күтәрелеп киткәнемде күрһәң, теләгең үтәлгән булыр, күрмәһәң, булмаҫ.

11 Улар һөйләшә-һөйләшә китеп бара ине, ҡапыл ялҡынлы аттар егелгән ут арбаһы пәйҙә булды ла уларҙы бер-береһенән айырҙы. Ильяс өйөрмәлә күккә ашты.

12 Быны күргән Ильясиғин: – Атаҡайым! Атаҡайым! Һин Исраилдың яу арбаһы һәм һыбайлылары кеүек инең! – тип ҡысҡырҙы. Ул Ильясты башҡаса күрмәне. Ҡайғыһынан кейемен уртаға йыртып ырғытты.

13 Шунан Ильястың өҫтөнән төшөп ҡалған ябынсаһын алды ла, боролоп, Иордан йылғаһы ярына килеп баҫты.

14 – Ҡайҙа Ильястың Аллаһы Раббы? – тине ул ябынса менән йылғаға һуғып. Ябынсаның һыуға тейеүе булды, йылға икегә айырылды ла Ильясиғин арғы яҡҡа сыҡты.

15 Йерихо пәйғәмбәрҙәре төркөмө алыҫтан быны күреп бер-береһенә: – Ильястың рухы Ильясиғинға иңде, – тиештеләр. Шунан уның алдына килеп, ергә тиклем баш эйҙеләр.

16 – Беҙ фәҡирҙәрең араһында бик көслө илле кеше бар, – тине улар. – Хакимыңды эҙләп килергә рөхсәт итһәң ине. Бәлки, Раббы Рухы уны берәй тауға йәки үҙән буйына алып барып ҡалдырғандыр. – Юҡ, йөрөмәһендәр, – тип яуапланы Ильясиғин.

17 Әммә улар үтә ныҡ өгөтләгәс, Ильясиғин ризалыҡ бирергә мәжбүр булды. – Ярар, барһындар, – тине. Илле кешене ебәрҙеләр. Улар өс көн буйы Ильясты эҙләне, әммә таба алманы.

18 Шунан Йерихола ҡалған Ильясиғин янына ҡайттылар. – Мин һеҙгә, йөрөмәгеҙ, тип әйткәйнем бит, – тине уларға Ильясиғин.


Ильясиғиндың мөғжизәләр ҡылыуы

19 Йерихо халҡы Ильясиғинға: – Хакимыбыҙ, үҙең күреп тораһың, ҡалабыҙ ултырған урын бик уңайлы, тик һыуы насар ҙа тупрағы уңдырышһыҙ, – тип зарланды.

20 – Өр-яңы сеүәтә алып килегеҙ, уның эсенә тоҙ һалығыҙ, – тине Ильясиғин. Сеүәтәгә тоҙ һалып килтерҙеләр.

21 Ильясиғин һыуҙың инешенә барҙы ла унда тоҙ һибеп әйтте: – Раббы былай тип белдерә: «Был һыуҙы паклайым, инде уның арҡаһында үлем дә, түлһеҙлек тә булмаҫ».

22 Нәҡ Ильясиғин әйткәнсә булды: һыу бөгөнгө көнгә тиклем пак һәм тап-таҙа тора.

23 Йерихо ҡалаһынан сығып Бейт-Илгә юлланған Ильясиғинға бер төркөм бала-саға тап булды. Улар пәйғәмбәрҙе: – Таҙ баш, кит бар бынан, таҙ баш! – тип үсекләй башланы.

24 Ильясиғин артына боролоп ҡараны ла балаларҙы Раббы исеме менән ҡарғаны. Шул саҡ урмандан ике инә айыу килеп сыҡты ла балаларҙың ҡырҡ икеһен ботарлап ырғытты.

25 Ильясиғин бынан Кармәл тауына йүнәлде, унан Самарияға әйләнеп ҡайтты.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan