ІV Батшалар 19 - Изге ЯҙмаХизкияһтың Ишағыяһтан кәңәш һорауы ( Ишғ 37:1-20 ) 1 Был хаҡта ишеткәс, Хизкияһ батша кейемдәрен йыртып ташланы ла, ҡыл туҡыма уранған килеш, Раббы йортона йүнәлде. 2 Батша һарайы башлығы Әлъяҡимды, кәтип Шевнаны, өлкән ҡаһиндарҙы Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәргә ебәрҙе. Барыһы ла ҡыл туҡымаға уранғайны. 3 Тегеләр барып Ишағыяһҡа: – Хизкияһ: «Бөгөн ҡайғы, яза һәм мәсхәрә көнө. Сабый тыуымға килгән, әммә тыуҙырырға хәл ҡалмаған. 4 Тере Алланы мыҫҡыллар өсөн хужаһы Ашшур батшаһы тарафынан ебәрелгән баш вәзирҙең бөтә был һүҙҙәрен, бәлки, Аллаң Раббы ишетер ҙә уны язалар. Шуға күрә иҫән ҡалғандар өсөн доға ҡылһаңсы», тип әйтте, – тинеләр. 5-6 Ишағыяһ, Хизкияһ батшаның ярандары килгәс, уларға былай тине: – Хужағыҙға еткерегеҙ, Раббы әйтә: «Ашшур батшаһы ялсыларының Мине хурлаған һүҙҙәренән ҡурҡма. 7 Бына Мин Ашшур батшаһына бер рух күндерәм. Ул бер хәбәр алыр ҙа үҙ иленә ҡайтып китер. Шунда Мин уны ҡылыстан үткәрәсәкмен». 8 Ул арала баш вәзир үҙенең батшаһының Лахиш ҡалаһынан китеп, әле Ливнаға һөжүм иткәнен ишетте. Уның менән осрашырға шунда йүнәлде. 9 Шул саҡ Ашшур батшаһы Куш батшаһы Тирһаҡаның яу менән килеүе тураһында хәбәр алды һәм Хизкияһҡа тағы илселәр ебәрҙе. 10 – Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа әйтегеҙ, – тине ул. – «Һин өмөт тотҡан Аллаң, Йәрүсәлим Ашшур батшаһының ҡулына төшмәйәсәк», тип һине алдамаһын. 11 Ашшур батшаларының бөтә илдәр менән ниҙәр эшләгәнен, ҡалаларын ни рәүешле ер менән тигеҙләгәнен ишеткәнһеңдер. Әллә һин ҡотолоп ҡалырмын тип уйлайһыңмы? 12 Ата-бабаларым тар-мар иткән ҡәүемдәрҙең илаһтары уларҙы ҡотҡарҙымы? Гозанды, Харанды, Ресефты, Телассарҙағы Ғеден халҡын ҡотҡара алдылармы? 13 Хамаҫ менән Арпад батшалары, Сефарваим ҡалаһының батшаһы, Һенағ менән Ғиууа батшалары ҡайҙа хәҙер? Хизкияһтың доғаһы 14 Хизкияһ батша хатты илселәрҙең ҡулынан алып уҡығандан һуң, Раббы йортона китте. Унда килгәс, хатты Раббы хозурында йәйеп һалды ла 15 былай тип доға ҡылды: – Эй кирубтар араһында тәхет ҡорған Исраил Аллаһы Раббы! Ерҙәге бөтә батшалыҡтарҙың берҙән-бер Аллаһы Һин. Күк менән ерҙе Һин яраттың. 16 Йә Раббы, ҡолаҡ һал да тыңла, күҙҙәреңде ас та күр! Йә Раббы, Һине, тере Алланы хурларға ебәргән Санхеривтың һүҙҙәрен ишет. 17 Ысынлап та, эй Раббы, Ашшур батшалары бик күп ҡәүемдәрҙе тар-мар итте, ерҙәрен бушлыҡҡа әйләндерҙе, 18 илаһтарын утҡа яҡты. Тик был илаһтар Алла түгел, ә ағастан һәм таштан кеше ҡулы менән яһалған һындар ине. Шуға ла уларҙы юҡ иттеләр. 19 Йә Раббы Аллабыҙ, инде беҙҙе Санхеривтың ҡулынан ҡотҡарһана, бөтә донъя батшалыҡтары Һинең, йә Раббым, берҙән-бер Алла булғаныңды белһен. Раббының Хизкияһҡа биргән яуабы ( Ишғ 37:21-35 ) 20 Амус улы Ишағыяһ Хизкияһҡа ошо хәбәрҙе ебәрҙе: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Ашшур батшаһы Санхеривҡа ҡағылышлы доғаңды ишеттем. 21 Раббы уның тураһында ошо һүҙҙәрҙе әйтте: Ғиффәтле Сион-ҡыҙ һинән мыҫҡыл итеп көлә; Йәрүсәлим-ҡыҙ артыңдан баш сайҡап ҡала. 22 Кемде мәсхәрәләнең һин, кемде хурланың? Кемгә тауыш күтәрҙең? Эреләнеп кемгә баҡтың? – Исраилдың Изгеһенә! 23 Илселәрең аша Мин бөйөк Хакимды хурланың, „Иҫәпһеҙ яу арбаларым менән Тауҙарҙың үренә мендем, Ливан арҡаларына артылдым. Бейек кедр ағастарын, Һайландыҡ кипаристарҙы ҡырҡтым, Иң алыҫ төбәгенә, ҡуйы урмандарына олғаштым. 24 Сит ерҙәрҙә ҡоҙоҡ ҡаҙҙым, һыуҙар эстем; Аяҡ табандарым менән Мысыр йылғаларын ҡороттом“, – тинең. 25 Быларҙың барыһын электән үк әҙерләгәнемде, Борон замандан уҡ ниәтләгәнемде ишетмәгәйнеңме ни? Нығытмалы ҡалаларҙы емереп, Уларҙы харабаға әйләндереп, Һинең аша ниәтемде әле бойомға ашырҙым. 26 Ул ҡалаларҙа йәшәүселәр көсһөҙләнде, Ҡурҡыуға төшөп, оятҡа ҡалдылар; Улар ҡырҙағы үҫемлек, болондағы йәшеллек, Өй башында тамыр ебәрмәҫ борон Көнсығыш еленән көйгән үлән кеүек булды. 27 Ултырғаныңды һәм торғаныңды, Ингәнеңде-сыҡҡаныңды, Миңә ҡаршы ярһыуыңды белеп торам. 28 Миңә асыу тотҡаныңа күрә, Маһайыуың килеп ишетелгәнгә, Мороноңа ырғаҡ, Ауыҙыңа ауыҙлығымды кейҙерәм; Һине килгән юлыңдан кире ебәрәм. 29 Ә һиңә, Хизкияһ, бына ниндәй билдә булыр: Быйыл – ҡойолған игендән үҫкәнде, Икенсе йыл – үҙе тишелеп сыҡҡанды ашарһығыҙ; Өсөнсө йылына үҙегеҙ сәсерһегеҙ һәм урырһығыҙ, Йөҙөм баҡсалары ултыртырһығыҙ, Уларҙың емешен ейерһегеҙ. 30 Йәһүҙә нәҫеленең ҡотолоп һау ҡалғандары Яңынан төпкә тамыр ебәрер, юғарыла – емешләнер. 31 Сөнки иҫән ҡалғандар – Йәрүсәлимдән, Тере ҡалғандар Сион тауынан сығасаҡ. Быны Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ ғәйрәте менән тормошҡа ашырасаҡ. 32 Шуға күрә Раббы Ашшур батшаһы тураһында былай ти: „Ул был ҡалаға инмәҫ, уҡ атмаҫ. Ҡалаға ҡалҡаны менән яҡынлашмаҫ, Ҡамау өсөн әйләндереп уба ҡормаҫ. 33 Килгән юлынан боролоп китер, Был ҡалаға кермәҫ, – тип белдерә Раббы. – 34 Был ҡаланы Үҙемдең хаҡыма, Ҡолом Дауыттың хаҡына Һаҡлармын һәм ҡотҡарып ҡалырмын“». Санхеривтың үлеме ( 2 Йыл 32:21 ; Ишғ 37:36-38 ) 35 Шул төндө Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята. 36 Ашшур батшаһы Санхерив сигенде, Ниневегә ҡайтып китте һәм шунда йәшәне. 37 Бер көндө үҙ илаһы Нисрохтың ҡорамында табынған сағында, улдары Адраммәләх һәм Саресер уны ҡылыс менән сәнсеп үлтерҙе һәм Арарат еренә ҡасты. Санхерив урынына улы Эсар-Хаддон батша булды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia