Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІV Батшалар 18 - Изге Яҙма


Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ
( 2 Йыл 29:1-2 ; 31:1 , 20-21 )

1 Һошеяғ Эла улының Исраилға батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында Йәһүҙә тәхетенә Ахаз улы Хизкияһ ултырҙы.

2 Тәхеткә ултырғанда Хизкияһҡа егерме биш йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә егерме туғыҙ йыл батшалыҡ итте. Әсәһе – Ави Зәкәрьяһ ҡыҙы ине.

3 Хизкияһ та боронғо бабаһы Дауыт һымаҡ уҡ, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды.

4 Ул табыныу ҡалҡыулыҡтарын емерҙе, табыныу бағаналарын ватты, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ҡырҡып ташланы, шулай уҡ Муса яһаған баҡыр йыланды юҡ итте. Сөнки исраилдар, Нехуштан тип исем ҡушып, шул көндәргә тиклем уның алдында хуш еҫ төтәтә торғайны.

5 Хизкияһ ысын күңелдән Исраил Аллаһы Раббыға ғына инанды. Быға тиклем дә, бынан һуң да Йәһүҙә батшалары араһында уға еткән берәү ҙә булманы.

6 Хизкияһ Раббыға тоғро булды, Уның юлынан айырылманы, Раббының Мусаға биргән бойороҡтарын еренә еткереп үтәне.

7 Раббы һәр саҡ Хизкияһ менән булды, шуға күрә ниндәй эшкә тотонһа ла, ул уңыш ҡаҙанды. Хизкияһ башҡаса Ашшур батшаһына хеҙмәт итергә теләмәйенсә, баш күтәрҙе.

8 Ул пелештиҙәрҙең Газа ҡалаһына тиклемге биләмәләрен яулап алды һәм күҙәтеү манараларынан башлап, нығытмалы ҡалаларға тиклем тар-мар итте.

9 Хизкияһ батшалығының дүртенсе, йәғни Исраил батшаһы Эла улы Һошеяғтың етенсе йылында, Ашшур батшаһы Шалманасар Самарияға һөжүм итте һәм ҡаланы ҡамап алды.

10 Өс йыл буйы ҡамауҙа булғандан һуң, Самария баш һалды. Был хәлдәр Хизкияһ батшалығының алтынсы, Һошеяғ батшалығының туғыҙынсы йылында булды.

11 Ашшур батшаһы Исраил халҡын Ашшурға һөргөнгә ҡыуҙы һәм уларҙы Халахҡа, Хавор йылғаһы буйындағы Гозан төбәгенә һәм Мадай ҡалаларына урынлаштырҙы.

12 Был бәләләр Исраил халҡы башына үҙҙәренең Аллалары Раббыны тыңламаған, Уның менән төҙөгән килешеүҙе боҙған һәм ҡоло Муса аша әйтелгән бойороҡтарын тотмаған өсөн килде. Улар Раббыға ҡолаҡ һалманылар, ҡушҡандарын үтәмәнеләр.


Санхеривтың Йәһүҙәне баҫып алыуы
( 2 Йыл 32:1-19 ; Ишғ 36:1-22 )

13 Хизкияһ батша хакимлығының ун дүртенсе йылында Ашшур батшаһы Санхерив Йәһүҙәнең бөтә нығытмалы ҡалаларына һөжүм итте һәм уларҙы ҡулға төшөрҙө.

14 Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ ул ваҡытта Лахиш ҡалаһында булған Ашшур батшаһына: «Һинең алдыңда ғәйеплемен. Минең илемдән кит. Күпме һораһаң, шул тиклем түләрмен», – тигән хәбәр ебәрҙе. Ашшур батшаһы Йәһүҙә батшаһынан өс йөҙ талант көмөш һәм утыҙ талант алтын талап итте.

15 Хизкияһ уға Раббы ҡорамында һәм батша һарайының хазина келәттәрендә булған бөтә көмөштө түләне.

16 Шулай уҡ Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ Раббы ҡорамының ишектәрендәге һәм ишек яңаҡтарындағы үҙе көпләткән бөтә алтынды ҡуптарып алып Ашшур батшаһына бирҙе.

17 Шунан Ашшур батшаһы Лахиштан Йәрүсәлимгә ғәскәр башлығын, һарай башлығын һәм баш вәзирен бик ҙур ғәскәр менән Хизкияһ батшаға ебәрҙе. Улар, Йәрүсәлимгә килеп, Өҫкө быуаның арығы янында Кейеҙсе баҫыуына илткән юлда туҡтаны.

18 Йәһүҙә батшаһын саҡырҙылар. Улар алдына батша һарайы башлығы Әлъяҡим Хилҡияһ улы, кәтип Шевна һәм батшалыҡтың йылъяҙмасыһы Йоах Асаф улы сыҡты.

19 Баш вәзир уларға: – Хизкияһҡа еткерегеҙ, – тине. – Бөйөк батша, Ашшур батшаһы, былай ти: «Һин нимәгә өмөтләнәһең?

20 Әйткәндәреңдең барыһы ла ҡоро һүҙ генә, ә һуғыш өсөн хәрби оҫталыҡ менән көс кәрәк. Һин кемгә өмөтләнеп миңә ҡаршы баш күтәрҙең?

21 Бына һин сатнаған ҡамыш таяҡҡа – Мысырға таянмаҡсыһың. Белеп тор, был таяҡ үҙенә таянған кешенең ҡулына ҡаҙаласаҡ. Мысыр батшаһы фирғәүен дә үҙенә ышанғандар өсөн шулай булыр.

22 Бәлки миңә: „Аллабыҙ Раббыға ышанабыҙ“, – тип әйтерһегеҙ? Әммә Хизкияһ, ошо Аллағыҙға табыныу ҡалҡыулыҡтарын, ҡорбан усаҡтарын боҙоп ташлап, Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә: „Фәҡәт Йәрүсәлимдәге ошо ҡорбан усағы алдында ғына сәждә ҡылығыҙ“, – тип әйтте түгелме?»

23 Әйҙә минең хакимым Ашшур батшаһы менән ҡул һуғып килешегеҙ әле. Ул: «Мин һиңә ике мең баш ат бирәм – уларға һыбайлылар таба алырһыңмы икән?» – тип әйтә.

24 Хакимымдың, исмаһам, иң бәләкәй хеҙмәтселәренең береһе булған сиреү башлығына нисек ҡаршы тора алырһың икән? Мысырҙың яу арбаларына һәм аттарына өмөтләнәһеңме?

25 Әллә мин был ерҙе тар-мар итергә Раббы ихтыярынан тыш килгән тип уйлайһыңмы? Раббы Үҙе миңә: «Бар, ул илде ҡыйрат», – тине.

26 Хилҡияһ улы Әлъяҡим, Шевна һәм Йоах баш вәзиргә: – Беҙ ҡолдарың менән арами телендә һөйләшһәң ине, – тинеләр. – Беҙ ул телде аңлайбыҙ. Йәһүдсә һөйләшмә, сөнки диуарҙар өҫтөндәге халыҡ беҙҙе ишетеп тора.

27 Әммә баш вәзир: – Хакимым мине был һүҙҙәре бары тик һеҙгә һәм хакимығыҙға ғына һөйләргә ебәргән тиһегеҙме? – тип яуапланы. – Диуарҙар өҫтөндә торған һәм һеҙҙең кеүек үк үҙҙәренең нәжесен ашарға, һейҙеген эсергә мәжбүр буласаҡ һәр кемгә ебәрҙе.

28 Баш вәзир, урынынан тороп, йәһүдсә: – Бөйөк батша, Ашшур батшаһының һүҙен тыңлағыҙ! – тип ҡысҡырҙы. –

29 Батша былай ти: «Хизкияһ һеҙҙе алдамаһын, ул һеҙҙе минең ҡулдан ҡотҡара алмаясаҡ.

30 Хизкияһ һеҙгә: „Раббы беҙҙе һис шикһеҙ ҡотҡарасаҡ, был ҡала Ашшур батшаһының ҡулына эләкмәйәсәк“, – тип әйтеп өмөтләндермәһен».

31 Хизкияһты тыңламағыҙ, сөнки Ашшур батшаһы былай ти: «Минең менән татыулашығыҙ, минең яҡҡа сығығыҙ – һәр берегеҙ үҙенең йөҙөм тәлгәшенән, үҙенең инжир ағасынан ашар, үҙенең ҡоҙоғонан һыу эсер.

32 Шунан һуң мин, килеп, һеҙҙе үҙегеҙҙеке кеүек үк илгә – ашлыҡ һәм яңы шарапҡа, икмәк һәм йөҙөм баҡсаларына, зәйтүн майына һәм балға бай илгә алып китермен һәм һеҙ үлмәҫһегеҙ, шунда ғүмер итерһегеҙ. Хизкияһтың әйткәненә ҡолаҡ һалмағыҙ. „Раббы беҙҙе ҡотҡарасаҡ“, – тип ул һеҙҙе алдамаһын.

33 Башҡа ҡәүемдәрҙең илаһтарының береһе үҙ илен Ашшур батшаһының ҡулынан берәй ваҡыт ҡотҡара алдымы?

34 Хамаҫ менән Арпад илаһтары ҡайҙа? Сефарваимдың, Һенағтың, Ғиууаның илаһтары ҡайҙа? Самарияны минән ҡотҡара алдылармы ни?

35 Бөтә был илдәрҙең илаһтарының ҡайһыһы минән илен ҡотҡарып алып ҡалды? Шулай булғас, Раббы нисек Йәрүсәлимде минең ҡулымдан ҡотҡарһын?»

36 Халыҡ өндәшмәне, өнһөҙ ҡалды, сөнки Хизкияһ: «Яуап ҡайтармағыҙ!» – тип бойорғайны.

37 Шунан батша һарайы башлығы Хилҡияһ улы Әлъяҡим, кәтип Шевна һәм батшалыҡтың йылъяҙмасыһы Асаф улы Йоах ҡайғынан кейемдәрен йыртып, Хизкияһҡа барҙылар һәм баш вәзирҙең һүҙҙәрен һөйләп бирҙеләр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan