Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІV Батшалар 15 - Изге Яҙма


Йәһүҙә батшаһы Ғазаръяһ
( 2 Йыл 26:3-4 , 21-23 )

1 Яровғамдың Исраилға батшалыҡ итеүенең егерме етенсе йылында Йәһүҙәгә Ғазаръяһ Амасъяһ улы батша булды.

2 Тәхеткә ултырғанда уға ун алты йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә илле ике йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Йехольяһ Йәрүсәлимдән ине.

3 Ғазаръяһ, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылып, һәр йәһәттән атаһы Амасъяһты ҡабатланы.

4 Әммә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәне. Халыҡ һаман да уларҙа ҡорбан салыуын һәм хуш еҫ төтәтеүен дауам итте.

5 Раббы Ғазаръяһты язалап, махау сиренә дусар итте. Ғүмеренең аҙағына тиклем батша махау ауырыулы булды һәм үлгәнсе айырым өйҙә йәшәне. Батша һарайына һәм ил халҡына улы Йоҫам етәкселек итте.

6 Ғазаръяһтың башҡа ғәмәлдәре «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.

7 Ғазаръяһ үлеп, ата-бабаларына ҡушылды һәм уны ата-бабалары янында Дауыт ҡалаһына ерләнеләр. Уның урынына улы Йоҫам батша булды.


Исраил батшаһы Зәкәрьяһ

8 Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең утыҙ һигеҙенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Зәкәрьяһ Яровғам улы ултырҙы һәм алты ай батшалыҡ итте.

9 Ул да аталары кеүек үк Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының гонаһтарынан ваз кисмәне.

10 Явеш улы Шаллум Зәкәрьяһҡа ҡаршы фетнә ойошторҙо һәм, уны халыҡ алдында үлтереп, урынына батша булды.

11 Зәкәрьяһтың башҡа эштәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.

12 Шулай итеп, Раббының Йеһуға: «Һинең тоҡомоң Исраил тәхетендә дүртенсе быуынға тиклем ултырыр», – тигән һүҙҙәре бойомға ашты.


Исраил батшаһы Шаллум

13 Ғуззияһтың Йәһүҙәгә батшалыҡ итеүенең утыҙ туғыҙынсы йылында Самарияла Исраил тәхетенә Шаллум Явеш улы ултырҙы һәм бер ай батша булды.

14 Тирсанан Самарияға Менахем Ғади улы килеп Шаллум Явеш улын үлтерҙе һәм урынына тәхеткә ултырҙы.

15 Шаллумдың башҡа ғәмәлдәре, уның фетнә ойоштороуы тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.

16 Шул осорҙа Менахем, Тирсанан килеп, Тифсах ҡалаһында һәм уның тирә-яғында йәшәгән бөтә халыҡты ҡырҙы, сөнки Тифсах ҡалаһы уға ҡапҡаларын асмағайны. Менахем хатта ауырлы ҡатындарҙың ҡарындарын ярҙы.


Исраил батшаһы Менахем

17 Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең утыҙ туғыҙынсы йылында Самарияла Исраил тәхетенә Менахем Ғади улы ултырҙы һәм ун йыл батшалыҡ итте.

18 Ул Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының гонаһтарынан ваз кисмәне.

19 Ашшур батшаһы Пул Исраилға баҫып инде. Менахем Пулдың ярҙамына таянып батшалығын нығытыр өсөн уға мең талант көмөш түләне.

20 Менахем был саҡлы көмөштө, кеше башына илле шекел көмөш түләргә ҡушып, Исраилдың байҙарынан йыйып алды. Бынан һуң Ашшур батшаһы Исраил ерҙәренән сығып үҙ иленә ҡайтып китте.

21 Менахем батшалыҡ иткән дәүерҙәге башҡа ваҡиғалар, уның бөтә ғәмәлдәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.

22 Менахем үлеп, аталары хозурына күсте. Уның урынына улы Пеҡахъяһ тәхеткә ултырҙы.


Исраил батшаһы Пеҡахъяһ

23 Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең илленсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Пеҡахъяһ Менахем улы ултырҙы һәм ике йыл батшалыҡ итте.

24 Ул Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының гонаһтарынан ваз кисмәне.

25 Яубашы Пеҡах Ремалъяһ улы Пеҡахъяһҡа ҡаршы фетнә ойошторҙо. Ғилғәдтән булған илле кешене эйәртеп, ул Самариялағы батша һарайының эске ҡәлғәһенә бәреп керҙе һәм Аргов менән Арйе ярҙамында Пеҡахъяһты үлтерҙе. Үҙе уның урынына тәхеткә ултырҙы.

26 Пеҡахъяһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.


Исраил батшаһы Пеҡах

27 Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең илле икенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Пеҡах Ремалъяһ улы ултырҙы һәм егерме йыл батшалыҡ итте.

28 Ул Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының гонаһтарынан ваз кисмәне.

29 Исраилда Пеҡах батшалыҡ иткән заманда Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп Ғиййон, Авел-Бейт-Мағаха, Яноах, Ҡәдәш, Хасор ҡалаларын, Ғилғәдте, Галилеяны һәм Нафтали ырыуының бөтә ерҙәрен баҫып алды, уларҙың халҡын Ашшурға һөргөнгә ҡыуып алып китте.

30 Йоҫам Ғуззияһ улының Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең егерменсе йылында Һошеяғ Эла улы Пеҡах Ремалъяһ улына ҡаршы фетнә ойоштороп, уны үлтерҙе лә урынына батша булды.

31 Пеҡахтың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.


Йәһүҙә батшаһы Йоҫам
( 2 Йыл 27:1-9 )

32 Исраил батшаһы Пеҡах Ремалъяһ улы батшалығының икенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Йоҫам Ғуззияһ улы ултырҙы.

33 Тәхеткә ултырғанда Йоҫам егерме биш йәшендә ине. Ул Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Йеруша – Садоҡ ҡыҙы ине.

34 Атаһы Ғуззияһ кеүек Йоҫам да Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды.

35 Әммә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәгәйне. Халыҡ унда ҡорбан килтереүен, хуш еҫ төтәтеүен дауам итте. Йоҫам Раббы ҡорамының Юғары ҡапҡаһын төҙөттө.

36 Йоҫамдың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.

37 Ул батша булған осорҙа Раббы Арам батшаһы Ресин менән Исраил батшаһы Пеҡах Ремалъяһ улын Йәһүҙәгә һөжүм иттерҙе.

38 Йоҫам үлеп, ата-балалары хозурына күсте һәм боронғо бабаһы Дауыттың ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнде. Урынына улы Ахаз батша булды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan