Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІV Батшалар 14 - Изге Яҙма


Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ
( 2 Йыл 25:1-24 )

1 Йеһоаш Йеһоахаз улының Исраилда батшалыҡ итеүенең икенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Амасъяһ Йоаш улы ултырҙы.

2 Ул егерме биш йәшендә батша булды һәм Йәрүсәлимдә егерме туғыҙ йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Йеһоғаддан Йәрүсәлимдән ине.

3 Амасъяһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды. Әммә уның эштәре боронғо бабаһы Дауыттыҡы һымаҡ булманы. Ул һәр яҡтан атаһы Йоашты ҡабатланы.

4 Табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәне. Халыҡ уларҙа ҡорбан салыуын, хуш еҫ төтәтеүен дауам итте.

5 Тәхетендә нығынғас, Амасъяһ атаһы Йоаш батшаны үлтергән ярандарын язаланы.

6 Әммә ул үлтереүселәрҙең балаларына ҡағылманы, сөнки Муса ҡануны китабында Раббы былай ти: «Аталар балаларының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, балалар аталарының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, һәр кем үҙ гонаһы өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен».

7 Амасъяһ Тоҙло үҙәндә ун мең Эдом яугирен ҡырҙы. Ул Села ҡалаһын яулап алды һәм уға Йоҡтеил тип исем бирҙе. Был ҡала бөгөнгә тиклем шулай атала.

8 Бынан һуң Амасъяһ Йеһуҙан тыуған Йеһоахаздың улы Йеһоашҡа, Исраил батшаһына: «Әйҙә кил, йөҙмә-йөҙ көс һынашайыҡ», – тип илселәр ебәрҙе.

9 Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһҡа былай тип яуапланы: «Бер заман Ливанда үҫкән сәнскәк ҡыуаҡ кедр ағасына: „Ҡыҙыңды минең улыма кәләш итеп бир“, тип яусы ебәргән, имеш. Әммә Ливандың бер ҡырағай януары, үтеп барышлай уны иҙә тапап киткән, ти.

10 Һин нимә, эдомдарҙы тар-мар иттем, тип эреләнеп киттеңме? Шул еңеүеңә ҡәнәғәт булып, өйөңдә генә ултыр. Нишләп бәлә саҡыраһың? Үҙең дә, һинең менән бергә Йәһүҙә лә тар-мар ителәсәк бит».

11 Әммә Амасъяһ ҡолаҡ һалманы. Шуға күрә Исраил батшаһы Йеһоаш яуға сыҡты һәм Йәһүҙәнең Бейт-Шәмәш ҡалаһында Амасъяһ менән йөҙмә-йөҙ осрашты.

12 Йәһүҙә ғәскәре исраилдар тарафынан тар-мар ителде һәм яугирҙәр өйҙәренә ҡасып ҡайтып китте.

13 Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһты – Ахазъяһтан тыуған Йоаштың улын – Бейт-Шәмәштә әсиргә алды. Шунан Йеһоаш Йәрүсәлимгә барып, ҡала диуарының Әфраим ҡапҡаһынан алып Мөйөш ҡапҡаһына тиклемге дүрт йөҙ терһәк оҙонлоғондағы араһын емертте.

14 Бынан һуң ул Раббы ҡорамында һәм батша һарайының хазина келәттәрендә булған бөтә алтын-көмөштө, затлы һауыт-һабаны талап алды. Байтаҡ халыҡты аманат итеп Самарияға алып ҡайтып китте.

15 Йеһоаштың башҡа бөтә ғәмәлдәре, ҡылған батырлыҡтары, Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ менән һуғышҡаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.

16 Йеһоаш вафат булып ата-бабалары хозурына күсте һәм Самарияла Исраил батшалары янында ерләнде. Урынына улы Яровғам тәхеткә ултырҙы.


Йәһүҙә батшаһы Амасъяһтың вафаты
( 2 Йыл 25:25–26:2 )

17 Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ Йоаш улы Исраил батшаһы Йеһоаш Йеһоахаз улы үлгәндән һуң ун биш йыл йәшәне.

18 Амасъяһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.

19 Йәрүсәлимдә Амасъяһҡа ҡаршы фетнә ойошторолдо. Ул Лахиш ҡалаһына ҡасты, әммә дошмандары, артынан кеше ебәреп, уны шунда үлтерттеләр.

20 Амасъяһтың мәйетен, атта Йәрүсәлимгә алып ҡайтып, Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнеләр.

21 Йәһүҙә халҡы Амасъяһ урынына уның ун алты йәшлек улы Ғазаръяһты тәхеткә ултыртты.

22 Атаһы Амасъяһ үлеп ата-бабалары хозурына күскәндән һуң, Ғазаръяһ Элаҫ ҡалаһын ҡабаттан Йәһүҙәгә ҡайтарҙы һәм яңынан төҙөнө.


Исраил батшаһы Яровғам ІІ

23 Амасъяһ Йоаш улының Йәһүҙәгә батшалыҡ итеүенең ун бишенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Яровғам Йеһоаш улы ултырҙы һәм ҡырҡ бер йыл батшалыҡ итте.

24 Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының гонаһтарынан ваз кисмәне.

25 Исраил Аллаһы Раббының Үҙенең ҡоло Юныс пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәренә ярашлы, Яровғам Исраилдың Лево-Хамаҫтан алып Ғарава күленә тиклемге биләмәләрен кире ҡайтарҙы. Юныс Амиттай тигән кешенең улы булып, Ғаҫ-Хефәр ҡалаһынан ине.

26 Раббы Исраил халҡының ни тиклем ауыр ғазапҡа тарығанын күрә йөрөнө: ҡол булһын, ирекле булһын, уларға ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ бер кем дә юҡ ине.

27 Раббы Исраилдың исемен ер йөҙөнән юҡ итергә теләмәгәнгә күрә, уларҙы Яровғам Йеһоаш улы аша ҡотҡарҙы.

28 Яровғамдың башҡа ғәмәлдәре, һуғыштарҙағы ҡаһарманлығы, элек Йәһүҙәнеке булған Дамаск менән Хамаҫты ҡабаттан Исраилға ҡайтарғаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.

29 Яровғам үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, Исраил батшалары янында ерләнде. Уның урынына тәхеткә улы Зәкәрьяһ ултырҙы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan