Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

ІV Батшалар 10 - Изге Яҙма


Ахав ғаиләһенең үлтерелеүе

1 Ахавтың Самарияла етмеш улы бар ине. Йеһу Самарияға Изреғилдең түрәләренә, аҡһаҡалдарға һәм Ахав улдарының тәрбиәселәренә хат ебәрҙе. Хатта былай тип яҙылғайны:

2 «Хакимығыҙҙың улдары һеҙҙең менән. Яу арбаларығыҙ, аттарығыҙ, ҡоралдарығыҙ бар. Нығытмалы ҡалала йәшәйһегеҙ. Ошо хатты уҡығас та,

3 хакимығыҙҙың иң яҡшы һәм намыҫлы улын һайлап атаһының тәхетенә ултыртығыҙ ҙа хужағыҙҙың нәҫел-нәсәбен яҡлап һуғышығыҙ».

4 Хатты уҡығас, тегеләр ҡурҡыуға төштө. – Ике батша унан еңелгәнде, беҙ уға нисек ҡаршы торайыҡ? – тиештеләр.

5 Һарай идарасыһы, ҡала башлығы, аҡһаҡалдар, батша балаларының тәрбиәселәре Йеһуға: «Беҙ һинең ҡолдарың, ни әйтһәң, шуны эшләргә әҙербеҙ. Берәүҙе лә батша итеп ҡуйырға ниәтебеҙ юҡ. Үҙеңә нисек ҡулай, шулай эшлә», – тигән яуап ебәрҙе.

6 Йеһу уларға икенсе хат күндерҙе. Унда: «Әгәр ҙә һеҙ, минең яҡлы булып, әйткәнемде тыңлаһағыҙ, хакимығыҙҙың улдарының башын ҡырҡып, иртәгә ошо ваҡытҡа Изреғилгә килтереп еткерегеҙ», – тип яҙылғайны. Батшаның етмеш улын ҡаланың иң күренекле кешеләре тәрбиәләй ине.

7 Хатты алғас, улар батшаның бөтә улдарын да үлтерҙеләр ҙә, баштарын кәрзингә һалып, Изреғилгә Йеһуға ебәрҙеләр.

8 Сапҡын батша улдарының баштарын килтереп еткереүҙәре хаҡында Йеһуға хәбәр итте. – Уларҙы ҡала ҡапҡаһы төбөндә ике урынға өйөп ҡуйығыҙ. Иртәнгә тиклем шунда ятһындар, – тип бойорҙо Йеһу.

9 Икенсе көндө иртәнсәк ул ҡапҡа төбөнә сығып баҫты һәм бар халыҡҡа: – Һеҙ ғәйепле түгел. Хакимыма ҡаршы мин фетнә күтәрҙем, уны мин үлтерҙем. Әммә кем быларҙың башына етте?

10 Белегеҙ, Раббының Ахав нәҫеленә ҡарата әйткән бер генә һүҙе лә бойомға ашмай ҡалманы, Раббы ҡоло Ильяс аша ни белдергән булһа, шуларҙың барыһын да ғәмәл ҡылды, – тине.

11 Йеһу Ахавтың Изреғилдә тере ҡалған бөтә нәҫел-нәсәбен, түрәләрен, яҡын дуҫтарын һәм ҡаһиндарын үлтерҙе, береһен дә иҫән ҡалдырманы.


Ахазъяһ батшаның туғандарының үлтерелеүе

12 Йеһу Изреғилдән Самарияға юлланды. Китеп барышлай көтөүселәрҙең Бейт-Ғеҡед тип йөрөткән урынында

13 Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһтың туғандарына тап булды. Уларҙан: – Һеҙ кем булаһығыҙ? – тип һораны. – Беҙ Ахазъяһтың туғандары. Батша улдарының һәм батша әсәһенең улдарының хәлен белергә китеп барабыҙ, – тип яуапланы улар.

14 – Быларҙы тереләй алығыҙ! – тип бойорҙо Йеһу үҙенең кешеләренә. Уларҙы тотоп алдылар ҙа Бейт-Ғеҡедтәге һыу соҡоро эргәһендә ҡылыстан үткәрҙеләр. Ҡырҡ ике кешенең бөтәһе лә үлтерелде, Йеһу береһен дә иҫән ҡалдырманы.


Ахавтың башҡа туғандарының үлтерелеүе

15 Йеһу ары китте һәм Рехав улы Йеһонадавты осратты. Уға сәләм биреп: – Минең йөрәгем һинең яҡлы, һинең йөрәгең дә шулаймы? – тип һораны. – Минең дә шулай, – тип яуапланы Йеһонадав. – Улайһа бир ҡулыңды, – тине Йеһу һәм уны ҡулынан тартып үҙенең яу арбаһына ултыртты.

16 Шунан: – Әйҙә минең менән, Раббы өсөн нисек йән атып тороуымды күрерһең, – тип яу арбаһында Самарияға алып китте.

17 Ҡалаға барғас, Йеһу, Раббы Ильясҡа әйткәнсә, Ахавтың унда ҡалған бөтә нәҫел-нәсәбен тулыһынса ҡырып бөтөрҙө.


Йеһуҙың Бәғел ҡаһиндарын үлтереүе

18 Йеһу ҡала халҡын йыйып: – Ахав Бәғелгә аҙ хеҙмәт итте, ә мин күберәк хеҙмәт итәсәкмен, – тип иғлан итте. –

19 Бәғелдең пәйғәмбәрҙәрен, ҡаһиндарын, уға табынған бөтә кешеләрҙе саҡырығыҙ. Береһе лә ҡалмаһын. Мин Бәғелгә оло ҡорбан салам. Килмәй ҡалғандар тере ҡалмаясаҡ. Был хәйлә ине. Ошо юл менән Йеһу Бәғелгә табыныусыларҙың барыһын да ҡырып бөтөрөргә уйланы.

20 – Бәғелгә бағышлап йыйын иғлан итегеҙ, – тине Йеһу. Йыйын көнөн билдәләнеләр.

21 Йеһу бөтә Исраилда белдереү яһаны һәм Бәғелгә табыныусыларҙың бөтәһе лә килде, бер кем дә ҡалманы. Барыһы ла Бәғел йортона инде. Йорт шығырым тулы ине.

22 Йеһу кейем өсөн яуаплы кешегә Бәғелгә табыныусыларҙың һәр береһенә махсус кейемдәр таратып бирергә бойорҙо. Барыһы ла кейенде.

23 Шул саҡ Йеһу Рехав улы Йеһонадав менән бергә ҡорамға инде. – Иғтибар менән ҡарағыҙ, арағыҙҙа Раббыға табыныусылар булмаһын, тик Бәғелгә табыныусылар ғына ҡалһын, – тине Йеһу.

24 Шунан улар Бәғелгә ҡорбандар, тотош яндырыу ҡорбандары килтерә башланы. Йеһу ҡорам тышында һикһән яугирен ҡалдырып, уларға: – Мин ҡулығыҙға тапшырған был кешеләрҙең береһе генә ҡасып ҡотолһа ла, башығыҙ менән яуап бирәһегеҙ! – тип бойорғайны.

25 Тотош яндырыу ҡорбаны ғәмәлен башҡарып бөтөр-бөтмәҫтән, Йеһу һаҡсыларға һәм яу баштарына: – Инегеҙ, бөтәһен дә үлтерегеҙ! Береһе лә ҡасып ҡотола алмаһын, – тип әмер бирҙе. Бөтәһен дә ҡылыстан үткәреп, мәйеттәрен тышҡа бырғанылар. Шунан Бәғел ҡорамының эске бүлкәтенә инделәр

26 һәм ундағы табыныу бағаналарын алып сығып яндырҙылар.

27 Бәғелгә табыныу бағанаһын емерҙеләр, ҡорамдың аҫтын өҫкә килтерҙеләр һәм бәҙрәфкә әйләндерҙеләр. Шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә ул шулай булып ҡалды.

28 Шул рәүешле Йеһу Исраилда Бәғелгә табыныуға сик ҡуйҙы.

29 Әммә ул Неват улы Яровғамдың Исраилды батырған гонаһтарынан – Бейт-Ил менән Данда алтындан ҡойолған башмаҡтарға табыныуҙан – ваз кисмәне.

30 Раббы Йеһуға: – Минең күҙ алдымда дөрөҫ булғанды эшләгәнең, Ахав йортона ҡаршы Мин нимә теләгән булһам, барыһын да ҡылғаның өсөн тоҡомоң дүртенсе быуынға тиклем Исраил тәхетендә ултырыр, – тип белдерҙе.

31 Тик Йеһу Исраил Аллаһы Раббының ҡанунына бөтә йөрәктән тоғро түгел ине. Ул Яровғамдың Исраилды батырған гонаһтарынан айырылманы.


Йеһуҙың үлеме

32-33 Шул осорҙа Раббы Исраилдың биләмәләрен аҙайта башланы. Арам батшаһы Хазаил, исраилдарҙы еңеп, Иордан йылғаһының көнсығышында Ғад, Рәүвән, Менашше ырыуҙары йәшәгән Ғилғәд ерҙәрен, Арнон үҙәнендәге Ғароғерҙан алып Ғилғәд менән Башанға тиклемге Исраил ерҙәрен ҡулына төшөрҙө.

34 Йеһуҙың башҡа ғәмәлдәре һәм уның ҡаһарманлығы тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.

35 Йеһу үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм уны Самарияла ерләнеләр. Уның урынына тәхеткә улы Йеһоахаз ултырҙы.

36 Йеһу Самарияла егерме һигеҙ йыл буйы Исраил батшаһы булды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan