Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йушағ 8 - Изге Яҙма


Ғай ҡалаһын яулап алыу

1 Раббы Йушағҡа: – Ҡурҡма ла, өркмә лә. Бөтә ғәскәрең менән Ғай ҡалаһына һөжүм ит. Мин Ғай батшаһын, уның халҡын, ҡалаһын һәм бөтә илен һинең ҡулыңа тапшырам.

2 Йерихо һәм уның батшаһы менән нимә эшләгән булһаң, Ғай һәм уның батшаһына ла шуны ҡыл, тик ҡулға төшөргән табыш менән мал-тыуарҙы үҙеңә ал. Ғай менән йәнәш, ҡаланың артҡы яғынан боҫҡон ҡор, – тине.

3 Йушағ бөтә ғәскәре менән Ғай ҡалаһына ҡаршы яуға сыҡты. Иң яҡшы утыҙ мең яугирен һайлап алып, уларҙы төндә

4 түбәндәге бойороҡ менән алға ебәрҙе: – Ҡаланан алыҫ түгел, уның арт яғында боҫҡон ҡороғоҙ ҙа бөтәгеҙ ҙә әҙер тороғоҙ.

5 Ә мин үҙем менән булғандарҙы алып, ҡалаға ҡарай йүнәләм. Уның халҡы, теге саҡтағы шикелле, беҙгә ҡаршы һуғышырға сыҡҡас, беҙ сигенә башларбыҙ.

6 Улар, әүәлге һымаҡ, беҙ уларҙан ҡурҡып ҡасабыҙ, тип уйлап, артыбыҙҙан ҡыуа төшөр, ә беҙ уларҙы ҡаланан алыҫҡараҡ алып китербеҙ. Беҙ ҡасырбыҙ,

7 ә һеҙ боҫҡондан сығығыҙ ҙа ҡалаға бәреп инегеҙ. Аллағыҙ Раббы уны һеҙҙең ҡулығыҙға тапшырыр.

8 Ҡаланы баҫып алығыҙ ҙа яндырығыҙ. Барыһын да Раббы ҡушҡанса эшләгеҙ. Һеҙгә минең бойороғом шундай.

9 Йушағ уларға ҡуҙғалырға ҡушты: улар барып Бейт-Ил менән Ғай араһында, Ғайҙан көнбайышҡараҡ боҫҡон ҡорҙо. Йушағ төндө ҡалған ғәскәр янында үткәрҙе.

10 Ә икенсе көндө иртә таңдан, бөтә ғәскәрҙе йыйып, Исраил аҡһаҡалдары менән ғәскәр башында Ғай ҡалаһына табан китте.

11 Йушағ етәкселегендәге яугирҙәр ҡалаға яҡынлашты ла унан төньяҡтараҡ туҡтаны. Уларҙы ҡаланан бер үҙән генә айырып тора ине.

12 Йушағ биш меңгә яҡын яугирҙе Бейт-Ил менән Ғай араһында, ҡаланан көнбайыш тарафта боҫҡонға ҡуйҙы.

13 Ғәскәр түбәндәгесә урынлашты: төп көстәр – ҡаланан төньяҡҡа, ә бер өлөшө көнбайышҡа ҡуйылды. Төндә Йушағ үҙәнлеккә төштө.

14 Быны күреп, Ғай батшаһы икенсе көндө иртәнсәк ғәскәре менән Ғарава тигеҙлеге алдындағы алдан билдәләнгән урынға табан исраилдарға ҡаршы һуғышҡа ашыҡты. Әммә ул ҡаланың икенсе яғында боҫҡон ҡуйылғанын белмәй ине.

15 Йушағ һәм бөтә исраилдар юрамал тар-мар ителгән булып ҡыланды һәм сүлгә табан ҡаса башланы.

16 Ғайҙа йәшәүселәрҙең бөтәһен исраилдар артынан баҫтырырға саҡырҙылар һәм улар, Йушағты эҙәрләй барып, ҡаланан бик ныҡ алыҫлаштылар.

17 Ғайҙа ла, Бейт-Илдә лә бер генә ир-егет тә ҡалманы – бөтәһе лә исраилдарҙы эҙәрләй китте. Улар, ҡаланы асыҡ ҡалдырып, исраилдар артынан ҡыуа төшкәйне.

18 Шунда Раббы Йушағҡа: – Ҡулыңдағы һөңгөңдө Ғай яғына йүнәлт. Мин был ҡаланы һинең ҡулыңа тапшырам, – тине. Йушағ һөңгөһөн Ғай яғына йүнәлтеү менән,

19 яугирҙәре боҫҡондан сыҡты ла ҡалаға бәреп инде. Уны ҡулға төшөрҙөләр һәм үрт һалдылар.

20 Ғай яугирҙәре әйләнеп ҡараһа, ни күрә: ҡала өҫтөндәге төтөн күккә ашҡан. Улар ҡайҙа барыр ер тапманы, сөнки сүл буйлап ҡасып барған исраилдар, кире борола һалып, эҙәрләүселәренә ташланды.

21 Йушағ менән исраилдар боҫҡонда ултырыусыларҙың ҡаланы баҫып алыуын, ҡала өҫтөндә төтөн күтәрелеүен күргәс, кире боролоп Ғай яугирҙәренә һөжүм итте.

22 Исраилдарҙың ҡалалағы яугирҙәре лә Ғай һуғышсыларына ҡаршы ташланды һәм тегеләр арттан да, алдан да исраилдар араһында ҡалды. Исраил ғәскәре уларҙы ҡырып һалды: бер кем дә иҫән ҡалманы, һис кем ҡасып ҡотола алманы.

23 Ғай батшаһын ғына иҫән ҡалдырып, Йушағ янына килтерҙеләр.

24 Исраилдар ҡырҙарҙа һәм сүлдә – үҙҙәре ҡыуып индергән бөтә ерҙәрҙә – барлыҡ Ғай ғәскәре яугирҙәрен ҡырып бөтөргәс, улар һуңғы кешегә тиклем ҡылыстан үткәрелгәс, исраилдар ҡалаға табан боролдо һәм унда ҡалғандарҙың бөтәһен дә үлтерҙе.

25 Ул көндө барлығы ун ике мең кеше – ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар – Ғайҙа йәшәгән бөтә кеше үлтерелде.

26 Харам ҡылынып юҡ ителергә тейешле һәр кем – Ғайҙа йәшәгән һәммә кеше ҡырылып бөткәнсе, Йушағ ҡала яғына йүнәлтелгән һөңгөһөн төшөрмәне.

27 Раббы Йушағҡа бойорғанса, исраилдар был ҡаланан бары тик мал-тыуарҙы һәм ҡулға төшөрөлгән яумалды ғына үҙҙәренә алды.

28 Ә ҡаланы Йушағ үртәне – уны мәңгегә кеше аяғы баҫмаҫ емерек өйөмөнә әйләндерҙе. Ғай әле лә шул хәлендә ята.

29 Йушағ Ғай батшаһын бағанаға аҫты. Батшаның кәүҙәһе бағанала кискә тиклем аҫылынып торҙо, ә эңерҙә Йушағ уны төшөрөргә һәм ҡала ҡапҡаһы алдына ташларға ҡушты. Өҫтөнә ҙур таш өйөмө өйҙөләр, ул әле лә шунда.


Йушағтың Раббы килешеүен яңыртыуы

30 Ошо ваҡиғанан һуң Йушағ Ғевал тауында Исраил Аллаһы Раббыға ҡорбан усағы ҡорҙо.

31 Раббы ҡоло Муса Исраил халҡына әйтеп ҡалдырғанса һәм Мусаның ҡанун китабында яҙылғанса, был усаҡ эшкәртелмәгән, тимер эш ҡоралы теймәгән таштан эшләнде. Исраилдар ошо ҡорбан усағында Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны килтерҙе.

32 Йушағ унда, Исраил халҡының күҙ алдында, Мусаның ҡанунын ташҡа күсереп яҙҙы.

33 Бөтә исраилдар – килмешәктәр ҙә, Исраилдың төп халҡы ла аҡһаҡалдары, етәкселәре һәм хөкөмдарҙары менән бергә – Килешеү һандығын тирә-яҡлап, Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөткән Леви нәҫеленән булған ҡаһиндар алдында баҫып торҙо. Халыҡтың яртыһы Геризим тауы яғынан, яртыһы Ғевал тауы яғынан торҙо. Раббы ҡоло Муса Исраил халҡын тап ошо рәүешле фатихаларға ҡушҡайны.

34 Шунан һуң Йушағ ҡанундың бөтә һүҙҙәрен – фатихаларҙы ла, ләғнәттәрҙе лә нәҡ ҡанун китабында яҙылғанса ҡысҡырып уҡып сыҡты.

35 Йушағ Исраилдың бөтә йәмғиәтенә – ҡатын-ҡыҙҙы ла, бала-сағаны ла, араларында йәшәгән килмешәктәрҙе лә индереп – Муса ҡушҡандарҙың бөтәһен дә уҡыны, бер генә һүҙен дә ҡалдырманы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan