Йушағ 6 - Изге Яҙма1 Раббы Йушағҡа былай тине: – Ҡара, Йерихоны, уның батшаһын һәм ҡеүәтле яугирҙәрен һинең ҡулыңа тапшырам. 2 Көнөнә бер тапҡыр бөтә яугирҙәрең менән ҡаланы урап сығығыҙ. Алты көн рәттән шулай эшләгеҙ. 3 Килешеү һандығы алдынан ете ҡаһин барһын, һәр береһенең ҡулында мөгөҙ борғо булһын. Етенсе көндө ҡаланы ете мәртәбә урап сығығыҙ, ҡаһиндар борғо ҡысҡыртып йөрөһөн. 4 Улар борғоно оҙон-оҙаҡ итеп ҡысҡыртып ебәреү менән, бөтә халыҡ көслө итеп хәрби оран һалһын. Шул саҡта Йерихо диуарҙары емерелер һәм һеҙ туп-тура ҡалаға бәреп инерһегеҙ. 5 Нун улы Йушағ, ҡаһиндарҙы йыйып, уларға: – Килешеү һандығын күтәреп алығыҙ. Ете ҡаһин, һәр береһе ҡулына мөгөҙ борғо тотоп, Раббының Килешеү һандығы алдынан барһын, – тине. 6 Халыҡҡа иһә: – Барығыҙ, ҡаланы урап сығығыҙ. Ҡораллы яугирҙәр Раббының Килешеү һандығы алдынан барһын, – тине. 7 Йушағ халыҡҡа ошондай бойороҡ биреү менән, ете ҡаһин, мөгөҙ борғо ҡысҡырта-ҡысҡырта Раббы һандығы алдынан ҡуҙғалды, Раббының Килешеү һандығы улар артынан барҙы. 8 Борғо ҡысҡыртҡан ҡаһиндар алдынан ҡораллы яугирҙәр атланы. Килешеү һандығы артынан ҡораллы яугирҙәр барҙы. Бер туҡтауһыҙ мөгөҙ борғо ҡысҡырттылар. 9 Йушағ халыҡты: – Мин әйтмәйенсә, һеҙ оран ҡысҡырмағыҙ, тауышығыҙҙы сығармағыҙ. Ауыҙығыҙҙан бер ауыҙ һүҙ сыҡмаһын. Бер көн килер, мин һеҙгә һөрәнләргә үҙем бойорормон – шунда инде ҡысҡырырһығыҙ, – тип алдан киҫәтеп ҡуйғайны. 10 Раббы һандығы менән бер тапҡыр ҡаланы уратып сыҡтылар. Шунан һуң бөтә халыҡ тупламға ҡайтты һәм шунда ҡунды. 11 Иртәгәһенә Йушағ бик иртә торҙо, ҡаһиндар йәнә Раббы һандығын күтәреп алды. 12 Ете ҡаһин һәр береһе ҡулына мөгөҙ борғо тотоп Раббы һандығы алдынан барҙы һәм бер туҡтауһыҙ ҡысҡыртты. Улар алдынан ҡораллы яугирҙәр атланы. Раббы һандығы артынан ҡораллы яугирҙәр барҙы. Бер туҡтауһыҙ мөгөҙ борғо ҡысҡырттылар. 13 Икенсе көндө лә улар ҡаланы бер тапҡыр урап сығып тупламға ҡайтты. Улар алты көн дауамында шулай эшләне. 14 Етенсе көнөнә улар иртә таңдан тороп ғәҙәттәгесә ҡаланы урап сыҡты, ләкин был юлы инде ете тапҡыр. Фәҡәт ошо көндә генә улар ҡаланы ете тапҡыр ураны. 15 Етенсе тапҡырына, ҡаһиндар борғо ҡысҡырта башлағас, Йушағ халыҡҡа былай тип бойорҙо: – Һөрәнләгеҙ! Раббы был ҡаланы һеҙгә бирҙе. 16 Был ҡала үҙе лә, унда булған бөтә нәмә лә харам ҡылынды: ул юҡ ителергә – Раббыға бағышланырға тейеш. Беҙҙең шымсыларҙы йәшергән өсөн, фәхишә ҡатын Рахавты ғына уның өйөндәге бөтә кешеләр менән бергә иҫән ҡалдырығыҙ. 17 Әммә һеҙ һаҡ булығыҙ, Раббыға бағышланып харам ҡылынған әйберҙәрҙең береһенә лә ҡул һонмағыҙ, уларҙы ала күрмәгеҙ. Юҡһа Исраил халҡының тупламына ҡарғыш төшөр һәм барыһын да бәлә-ҡазаға дусар итерһегеҙ. 18 Бөтә алтын-көмөш, баҡыр һәм тимер әйберҙәр Раббыға бағышлана, улар Раббының хазинаһына килтерелһен. 19 Борғо тауышы яңғыраны һәм халыҡ ҡысҡыра башланы. Борғо тауышын ишетеү менән халыҡ һөрәнләргә тотондо һәм ҡала диуарҙары ҡоланы. Халыҡ туп-тура ҡалаға бәреп инде һәм уны баҫып алды. 20 Улар ҡалала булған бөтә йән эйәһен харам ҡылды – ир-атты, ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны, ҡарт-ҡороно, эре һәм ваҡ малды, ишәктәрҙе ҡылыстан үткәрҙе. 21 Был илде ҡарап-күҙәтеп ҡайтырға ебәрелгән теге ике егеткә Йушағ былай тине: – Антығыҙҙы үтәгеҙ: теге фәхишә ҡатындың өйөнә барығыҙ ҙа бөтә туған-тыумасаһы менән уны алып сығығыҙ. 22 Егеттәр барып Рахавты һәм уның бөтә нәҫел-нәсәбен – атаһын, әсәһен, ағай-энеһен, туғандарын – алып сыҡтылар ҙа исраилдар тупламынан ситтәрәк бер ерҙә ҡалдырҙылар. 23 Исраилдар ҡаланы һәм унда булған бар нәмәне үртәне. Бары тик алтын-көмөштө, баҡыр һәм тимер әйберҙәрҙе Раббы йортоноң хазина һаҡлағысына алдылар. 24 Йушағ тарафынан Йерихоны байҡап ҡайтырға ебәрелгән кешеләрҙе йәшереп ҡалдырған өсөн, Йушағ фәхишә ҡатын Рахавты һәм уның ғаиләһен һәм бөтә туғандарын иҫән ҡалдырҙы. Рахавтың нәҫел-нәсәбе әле лә исраилдар араһында йәшәй. 25 Шул осорҙа Йушағ ант итеп былай тине: «Йерихо ҡалаһын яңынан төҙөр кеше Раббы алдында ләғнәтле булһын. Оло улының йәне хаҡына Ҡаланың нигеҙен һалыр. Кинйә улының йәне хаҡына Ҡапҡа бағаналарын ҡуйыр!» 26 Раббы Йушағ менән бергә булды, һәм Йушағтың даны бөтә илгә таралды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia