Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Йушағ 5 - Изге Яҙма

1 Исраилдар аша сыҡһын өсөн Раббының Иордан һыуҙарын ағыуҙан туҡтатып торғанын ишетеп, Иордан йылғаһынан көнбайыштараҡ йәшәгән әмөриҙәрҙең һәм диңгеҙ буйында йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙең батшаларының йөрәктәре алынды – бер кем дә исраилдарға ҡаршы торорға баҙнат итмәне.


Исраилдарҙы Гилгалда сөннәтләү

2 Шул осорҙа Раббы Йушағҡа: – Таштан үткер бысаҡтар эшлә лә Исраил улдарының хәҙерге быуынын сөннәткә ултырт, – тине.

3 Йушағ, таштан бысаҡтар эшләтеп, Ғаралоҫ ҡалҡыулығы янында Исраил улдарын сөннәтләне.

4 Йушағтың сөннәтләү йолаһын башҡарыуының сәбәбе шул: Мысырҙан сыҡҡанда ир ҡорона кергән бөтә хәрби хеҙмәткә яраҡлы ир-егеттәр сүл гиҙгәндә үлеп бөткәйне.

5 Мысырҙан сыҡҡандарҙың барыһы ла сөннәтле булһа, сүл гиҙгән мәлдә тыуған балалар сөннәткә ултыртылмағайны.

6 Мысырҙан сыҡҡан саҡта йәше буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлы ир-егеттәр үлеп бөткәнсе, исраилдар ҡырҡ йыл буйы сүл гиҙҙе, сөнки улар Раббы һүҙенән сыҡҡайны. Шуға күрә Раббы уларға: «Ата-бабаларығыҙға һөт менән бал ағып ятҡан ул ерҙәрҙе улдарығыҙға бирермен тип вәғәҙә иткән инем, әммә һеҙ ул ерҙәрҙе бер ҡасан да күрмәйәсәкһегеҙ», – тип ант иткән була.

7 Вафат булғандарға алмашҡа Раббы уларҙың улдарын үҫтерҙе – Йушағ сәфәрҙә сөннәткә ултыртылмаған ана шул быуынды сөннәтле итте.

8 Бөтә сөннәтләнгән ир-егеттәр һауыҡҡанға тиклем тупламда ҡалды.

9 Раббы Йушағҡа: – Бөгөн мин һеҙҙән Мысырҙағы ҡоллоҡ хурлығын алып ташланым, – тине. Шул замандан бирле был урын Гилгал тип атала.

10 Исраилдар Гилгалда туплам ҡорҙо һәм шул уҡ айҙың ун дүртенсе көнөндә, кис, Йерихо тигеҙлегендә Ҡотҡарылыу байрамын үткәрҙе.

11 Ҡотҡарылыу байрамының иртәгәһенә улар ошо ер биргән уңышты – сөсө икмәк менән ҡурмас ауыҙ итте.

12 Ошо ер биргән уңышты ашаған көндән башлап, майҙә башҡаса күренмәҫ булды. Бынан ары исраилдарҙың майҙәһе булманы – ул йылды халыҡ Ҡәнғән ере биргән уңыш менән туҡланды.


Йерихоны яулау

13 Бер көндө Йушағ Йерихо ҡалаһы эргәһендә үҙ алдында ҡулына ҡынынан сығарылған ҡылыс тотҡан кешене күрҙе. – Беҙҙекеме һин, әллә дошманмы? – тип һораны Йушағ уның эргәһенә барып.

14 – Һеҙҙеке лә, дошман да түгел, – тип яуапланы теге кеше. – Мин – Раббы ғәскәренең башлығымын. Бына, килдем. Йушағ уның алдына йөҙтүбән ҡапланып: – Хакимым мин ҡолона нимә әйтер? – тип һораны.

15 – Аяҡ кейемеңде сис, – тине уға Раббы ғәскәре башлығы. – Һин баҫып торған урын мөҡәддәс. Йушағ, үҙенә нисек ҡушылған, шулай эшләне.

16 Йерихо кешеләре, исраилдарҙан ҡурҡып, ҡала ҡапҡаларын ныҡ итеп бикләп ҡуйғайны. Ҡалаға бер кем кермәҫ, бер кем сыҡмаҫ булды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan