Йушағ 24 - Изге ЯҙмаШәхәмдә Алла менән исраилдар араһындағы килешеү 1 Йушағ Исраилдың бөтә ырыуҙарын, уларҙың аҡһаҡалдарын, башлыҡтарын, хөкөмдарҙарҙы, етәкселәрҙе Шәхәмгә саҡыртып алды. Улар бөтәһе бергә Алла хозурына баҫты. 2 Йушағ бөтә халыҡҡа мөрәжәғәт итте: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Борон-борондан – Ибраһим һәм Нахорҙың атаһы Терахҡа тиклем – һеҙҙең ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһының аръяғында йәшәне һәм сит илаһтарға табынды. 3 Әммә Мин һеҙҙең тәүатағыҙ Ибраһимды йылғаның аръяғынан алып сыҡтым. Уны оҙаҡ йөрөттөм – ул тотош Ҡәнғән илен урап сыҡты. Мин уның тоҡомон күбәйттем. Мин уға улы Исхаҡты бүләк иттем. 4 Ә Исхаҡҡа Яҡуп менән Ғаязды бирҙем. Ғаязға Мин биләмә итеп Сеғир тауҙарын бирҙем. Ә Яҡуп менән уның балалары Мысырға китте. 5 Мин Муса менән Һарунды шунда ебәрҙем, Мысырға афәттәр яуҙырып, уны язаға дусар иттем, һәм һеҙҙе унан алып сыҡтым. 6 Мысырҙан Мин һеҙҙең ата-бабаларығыҙҙы Ҡамышлы диңгеҙенә алып килдем, ләкин бында уларҙы мысырҙарҙың яу арбалары һәм һыбайлылары ҡыуып етте. 7 Ата-бабаларығыҙ шунда Раббыға ялбарҙы – шул саҡ Раббы һеҙҙең менән мысырҙар араһына ҡараңғылыҡ пәрҙәһе ҡорҙо. Раббы диңгеҙҙе мысырҙарға ҡаршы ҡуйҙы, һәм диңгеҙ уларҙы йотто. Минең мысырҙарҙы ни эшләтеүемде һеҙ үҙ күҙегеҙ менән күрҙегеҙ. Шунан һуң һеҙ оҙаҡ ваҡыт сүлдә көн иттегеҙ. 8 Артабан Мин һеҙҙе Иордан аръяғында йәшәгән әмөриҙәрҙең иленә алып килдем. Әмөриҙәр һеҙгә һөжүм итте, ләкин Мин уларҙы һеҙҙең ҡулға тапшырҙым. Мин уларҙы һеҙҙең алдығыҙҙан ҡырып һалдым, һәм һеҙ уларҙың ерҙәрен биләнегеҙ. 9 Моав батшаһы Сиппор улы Балаҡ Исраилға ҡаршы һуғыш асты һәм Беғор улы Билғамды һеҙҙе ҡәһәрләргә саҡырҙы. 10 Ләкин Мин Билғамдың ҡәһәрен тыңларға теләмәнем. Һәм ул һеҙҙе ҡабат-ҡабат фатихаланы. Мин һеҙҙе уның ҡулынан араланым. 11 Һеҙ Иордан йылғаһын аша сығып Йерихоға яҡынлаштығыҙ. Йерихо кешеләре, әмөриҙәр, перизиҙәр, ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, гиргашиҙәр, хиууиҙәр һәм йевусиҙәр алышҡан һымаҡ уҡ һеҙгә ҡаршы һуғыш башланы, әммә Мин уларҙың бөтәһен дә һеҙҙең ҡулға тапшырҙым. 12 Ике әмөри батшаһын һеҙҙең ҡылыстарығыҙ түгел, һеҙҙең уҡтарығыҙ түгел, ә һеҙҙең алдан Мин ебәргән траштар алып ташланы. 13 Мин һеҙгә үҙегеҙ икмәгән ерҙе, үҙегеҙ төҙөмәгән ҡалаларҙы бирҙем – хәҙер һеҙ ошо ҡалаларҙа йәшәйһегеҙ һәм үҙегеҙ үҫтермәгән зәйтүн һәм йөҙөм ағастарының емеше менән туҡланаһығыҙ». 14 – Шуның өсөн, – тине Йушағ, – Раббынан ҡурҡығыҙ һәм Уны хөрмәтләгеҙ, Уға намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһының аръяғында һәм Мысырҙа табынған барлыҡ илаһтарҙан ваз кисегеҙ һәм бары тик Раббыға ғына ғибәҙәт ҡылығыҙ. 15 Әгәр ҙә ки һеҙҙең Раббыға хеҙмәт иткегеҙ килмәй икән, кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе хәҙер үк ошонда хәл итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһы аръяғында сәждә ҡылған илаһтарғамы, әллә әле һеҙ йәшәп ятҡан ерҙәге әмөриҙәрҙең илаһтарынамы? Әммә мин һәм минең нәҫелем Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ. 16 Халыҡ былай тип яуап ҡайтарҙы: – Беҙҙең, Раббыны ҡалдырып, бүтән илаһтарға табынаһыбыҙ юҡ. 17 Аллабыҙ Раббы беҙҙең халыҡты, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы Мысыр ҡоллоғонан алып сыҡҡан. Ул беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа бөйөк хикмәттәр ҡылды. Ул юлда беҙҙе һаҡлап йөрөттө, Ул беҙҙе, ерҙәренән үткән саҡта, күп халыҡтарҙан араланы. 18 Ул бөтә был халыҡтарҙы – һәм ошо ерҙә йәшәгән әмөриҙәрҙе беҙҙең алдыбыҙҙан ҡыуып ебәрҙе. Беҙ ҙә Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ, Ул – беҙҙең Аллабыҙ. 19 Йушағ халыҡҡа былай тине: – Һеҙ Раббыға хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ. Ул – изге Алла. Ул – көнсөл Алла. Ул һеҙҙең тайпылғанығыҙҙы һәм гонаһтарығыҙҙы түҙеп тормаясаҡ. 20 Әгәр ҙә һеҙ Раббыны ҡалдырып сит илаһтарға сәждә ҡыла башлайһығыҙ икән, Ул һеҙгә золомон ебәрер, һеҙҙән ситкә боролор – Үҙенең бөтә яҡшылыҡтарынан һуң Ул һеҙҙе юҡ итер. 21 – Юҡ, беҙ Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ! – тип яуапланы халыҡ Йушағҡа. 22 – Раббыға хеҙмәт итергә һеҙ үҙегеҙ ҡарар иттегеҙ һәм быға үҙегеҙ шаһит, – тине Йушағ. – Беҙ шаһитбыҙ, – тип раҫланы халыҡ. 23 – Шулай булғас, үҙегеҙҙәге бөтә сит илаһтарҙан ваз кисегеҙ һәм барлыҡ уй-теләктәрегеҙҙе Исраил Аллаһы Раббыға йүнәлтегеҙ, – тине Йушағ. 24 – Беҙ үҙебеҙҙең Аллабыҙ Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ, Уны тыңлаясаҡбыҙ, – тип яуапланы халыҡ Йушағҡа. 25 Шул көндө Йушағ бөтә халыҡ исеменән килешеү төҙөнө. Шунда, Шәхәмдә, ул халыҡҡа ҡағиҙәләр һәм күрһәтмәләр бирҙе – 26 һәм уларҙы Алланың ҡанун китабына яҙҙы. Шунан Йушағ ҙур бер таш алып, уны Раббының изге урыны эргәһендәге имән аҫтына һалып ҡуйҙы 27 һәм халыҡҡа: – Бына был таш беҙҙең шаһитыбыҙ булыр. Ул Раббы беҙгә әйткәндәрҙең бөтәһен дә ишетте. Әгәр ҙә һеҙ Аллағыҙҙан баш тарта ҡалһағыҙ, был таш һеҙгә ҡаршы шәһәҙәт ҡыласаҡ. 28 Шунан Йушағ халыҡты ҡайтарып ебәрҙе, һәм барыһы ла үҙ биләмәләренә таралышты. Йушағтың вафаты һәм Шәхәмдә ерләнеүе 29 Күпмелер ваҡыттан һуң Раббы ҡоло Йушағ Нун улы вафат булды. Уға йөҙ ҙә ун йәш ине. 30 Йушағты Гағаш тауынан төньяҡтараҡ ятҡан Әфраим таулығындағы биләмәһендә – Тимнаҫ-Сәрахта ерләнеләр. 31 Йушағ дәүерендә һәм Йушағтан һуң йәшәгән, Раббының Исраил өсөн ҡылған бөйөк эштәрен күреп белгән аҡһаҡалдар иҫән саҡта, халыҡ Раббыға тоғро хеҙмәт итте. 32 Исраилдар Йософтоң Мысырҙан алып сыҡҡан һөйәктәрен Шәхәмдә, Шәхәмдең атаһы Хаморҙың улдарынан Яҡуп йөҙ ҡыситаға һатып алған һәм Йософ нәҫелдәренең биләмәһенә әүерелгән урында, дәфен ҡылдылар. 33 Һарун улы Әлғазар вафат булды. Уны улы Пинхастың биләмәһендә – Әфраим таулығындағы Пинхас Гивғаһында дәфен ҡылдылар. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia