Йушағ 20 - Изге ЯҙмаҺыйыныу ҡалалары 1 Раббы Йушағҡа: 2 – Исраилдарға әйт, Мин һеҙгә Муса аша бойорғанымса, һыйыныу ҡалалары һайлағыҙ, – тине. – 3 Берәйһе яуыз ниәтһеҙ, яңылышлыҡ менән кеше үлтерһә, ҡан үсен ҡайтарыусынан шунда ҡасып ҡотола алыр. 4 Ул ошо ҡалаларҙың береһенә ҡасып барып, ҡала ҡапҡаһы алдына баҫһын да ҡала аҡһаҡалдарына ни булғанын һөйләп бирһен. Уны ҡалаға индерһендәр һәм йәшәп торор өсөн урын бирһендәр. 5 Уны ҡон ҡайтарам тип килгән кешегә тотоп бирмәһендәр – ул яуыз ниәт менән үлтермәгән бит, теге үлгән кеше менән уның араһында дошманлыҡ булмаған. 6 Үлтергән кеше, йәмғиәт хөкөмөнә баҫҡансы, был ҡалала ҡалырға тейеш. Был хәл булған осорҙа хакимлыҡ иткән баш ҡаһин вафат булғас ҡына ул үҙенең ҡалаһына, үҙ өйөнә әйләнеп ҡайта алыр. 7 Һыйыныу ҡалалары тип иғлан ителделәр: Галилеяла, Нафтали тауҙарында – Ҡәдәш; Әфраим таулығында – Шәхәм; Йәһүҙә тауҙарында – Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон. 8 Иордан аръяғында иһә Йерихонан көнсығышта һыйыныу ҡалалары шулар: Рәүвән ырыуына ҡараған яҫы таулыҡта, сүлдә – Бәсәр; Ғад ырыуына ҡараған Ғилғәд төбәгендә – Рамоҫ; Менашше ырыуына ҡараған Башан төбәгендә – Голан. 9 Шулай итеп, бына шулар һыйыныу ҡалалары итеп билдәләнде. Исраил халҡынанмы йәки улар араһында йәшәгән килмешәктәрҙәнме яуыз ниәтһеҙ кеше үлтергән һәр кем – йәмғиәт хөкөмө алдына баҫҡанға тиклем ошо ҡалаларҙа ҡан үсен ҡайтарыусынан ҡасып ҡотола алыр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia