Йушағ 18 - Изге ЯҙмаБашҡа ерҙәрҙең бүленеүе 1 Ерҙәрҙе тулыһынса яулап алғандан һуң, Исраил йәмғиәте Шилола йыйылып, Осрашыу сатыры ҡорҙо. 2 Әммә Исраилдың ете ырыуы һаман биләмәгә ер алмағайны әле. 3 Йушағ исраилдарға: – Тағы оҙаҡ мыштырларһығыҙмы? Атайҙарығыҙҙың Аллаһы Раббы биргән ерҙе ниңә һаман биләмәгә алмайһығыҙ? – тине. – 4 Һәр ырыуҙан өсәр кеше һайлап алығыҙ ҙа мин уларҙы илде тотош йөрөп сығырға ебәрермен. Ерҙе өлөштәргә бүлерлек итеп, уның һүрәтләнешен эшләһендәр ҙә минең яныма әйләнеп ҡайтһындар. 5 Улар илде ете өлөшкә бүлергә тейеш. Йәһүҙә тоҡомонда – көньяҡтағы ерҙәре, Йософ тоҡомонда төньяҡтағы ерҙәре ҡала. 6 Ә һеҙ ҡалған ерҙе ете өлөшкә бүлеп һүрәтләгеҙ. Был һүрәтләнеште миңә килтереп бирерһегеҙ, һәм ошонда, Аллабыҙ Раббы хозурында, мин һеҙҙең өсөн йәрәбә һалырмын. 7 Әммә арағыҙҙа левиҙәр биләмә алмаҫ, сөнки уларҙың өлөшө – Раббыға ҡаһин булып хеҙмәт итеү. Ә Ғад, Рәүвән ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы Раббы ҡоло Мусанан Иордан йылғаһының көнсығышына табан ерҙәр алғайны инде. 8 Һайлап алынған кешеләр юлға сыҡҡанда, Йушағ уларға был илдең һүрәтләнешен эшләргә ҡушты. – Барығыҙ, – тине Йушағ уларға, – илде уратып йөрөп сығығыҙ, уның һүрәтләнешен эшләгеҙ һәм минең янға әйләнеп ҡайтығыҙ. Шунан мин ошонда, Шилола, Раббы алдында һеҙҙең өсөн йәрәбә һалырмын. 9 Улар илде йөрөп сыҡтылар һәм, ҡалаларына күрә уны ете өлөшкә бүлеп, һыҙмаһын яһанылар. Шунан улар Шилоға, Йушағ янына тупламға әйләнеп ҡайттылар. 10 Унда, Шилола, Раббы хозурында, Йушағ йәрәбә һалды һәм илде Исраил ырыуҙары араһында бүлде. Бинйәмин ырыуына бирелгән ерҙәр 11 Тәүге йәрәбә нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуына төштө. Уларға бүленгән ер Йәһүҙә менән Йософ улдары биләмәләре араһына тура килде. 12 Уның төньяҡ сиге Иордан буйынан башлана, төньяҡ битләүҙән Йерихоны уҙа ла көнбайышҡа, тауҙарға күтәрелә, Бейт-Ауен сүленә табан китә. 13 Артабан сик Лузға табан барып, Луздың, йәғни Бейт-Илдең көньяғынан битләүгә бара һәм Ғатароҫ-Аддарға, Түбәнге Бейт-Хорондан көньяҡтараҡ ятҡан тауға ҡарай төшә. 14 Унда сик, Бейт-Хорондан көньяҡтараҡ ятҡан тауҙан һуң ер бүлеменең көнбайыш ситен урап үтеп, көньяҡҡа борола, Йәһүҙә ырыуыныҡы булған Ҡыръяҫ-Бәғел, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим ҡалаһында тамамлана. Был – көнбайыш сик. 15 Көньяҡтағы сик Ҡыръяҫ-Еғарим эргәһенән башлана. Ул көнбайыштан Нәфтоах сығанағына табан һуҙыла. 16 Һуңынан Бен-Һинном үҙәне менән йәнәш, Рефалар үҙәненән төньяҡтараҡ ятҡан тау итәгенә табан төшә лә, йевусиҙәр биләмәһенең көньяҡ битләүенән Һинном үҙәне буйлап аҫҡа китә һәм Рогел инешенә табан һөҙәкләй. 17 Артабан сик төньяҡҡа, Шәмәш инешенә табан борола, Адуммим артылышы янындағы Гелилоҫҡа табан барып, Рәүвән улының Боһан ҡаяһына ҡарай төшә. 18 Унан сик Бейт-Ғарава ҡаршыһындағы төньяҡ битләү буйлап үтә һәм Ғарава тигеҙлегенә төшә, 19 Бейт-Хогланың төньяҡ битләүенән бара һәм Тоҙло диңгеҙҙең төньяҡ осона, Иордан йылғаһы тамағына барып сыға. Был – көньяҡ сик. 20 Көнсығыш сиге – Иордан йылғаһы. Нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуының биләмә ерҙәрен уратып алған сиктәр ошо. 21 Түбәндәге ҡалалар нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуына ҡарай: Йерихо, Бейт-Хогла, Ғемәҡ-Ҡесис, 22 Бейт-Ғарава, Семараим, Бейт-Ил, 23 Ғаууим, Пара, Ғофра, 24 Кефар-Ғаммони, Ғофни һәм Гевағ. Йәмғеһе – ун ике ҡала һәм улар тирәһендәге ауылдар. 25 Ғивғон, Рама, Беероҫ, 26 Миспе, Кефира, Моса, 27 Рәҡәм, Ирпеил, Тарала, 28 Селағ, Әләф, Йевус, йәғни Йәрүсәлим, Гивға һәм Ҡыръяҫ-Еғарим – тирә-яҡтағы ауылдары менән йәмғеһе ун дүрт ҡала. Нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуының биләмә ерҙәре шул. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia