Йушағ 17 - Изге ЯҙмаМенашше ырыуының икенсе яртыһына бирелгән ерҙәр 1 Йософтоң баш балаһы Менашше ырыуына ла йәрәбә буйынса ер бүленде. Менашшеның баш балаһы, Ғилғәдтең атаһы, ысын яугир Махирҙың нәҫелдәренә Ғилғәд һәм Башан ерҙәре эләкте. 2 Менашше ырыуындағы башҡа нәҫелдәргә – Авиғәзәр, Хеләҡ, Асриил, Шәхәм, Хефәр һәм Шемидағ улдарына ла биләмә ерҙәре бүлеп бирелде. Былар – Йософ улы Менашшеның вариҫтары, уларҙан таралған нәҫелдәр. 3 Менашшеның улы Махирҙан тыуған Ғилғәдтең улы Хефәрҙән тыуған Селофхадтың улдары юҡ, ә ҡыҙҙары ғына бар ине. Уларҙың исемдәре Махла, Ноға, Хогла, Милка һәм Тирса ине. 4 Ул ҡыҙҙар ҡаһин Әлғазар, Нун улы Йушағ һәм башлыҡтар янына килеп: – Раббы Мусаға ағай-энеләребеҙ менән бер ҡатарҙан беҙгә лә биләмәгә ер бирергә ҡушҡан, – тинеләр. Шулай итеп, Йушағ, Раббы бойороғона ярашлы, уларға аталарының ағай-энеләре менән бер рәттән биләмәгә ер бүлеп бирҙе. 5 Шул рәүешле Менашше ырыуына, Иордан аръяғындағы Ғилғәд менән Башандан тыш, ун биләмә эләкте, 6 сөнки Менашше ырыуынан теге ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр менән бер ҡатарҙан биләмә алды. Ә Ғилғәд ере Менашшеның башҡа нәҫелдәренә булды. 7 Менашше ере Ашер ырыуы ерҙәренән Шәхәмгә ҡаршы ятҡан Михмеҫаҫҡа тиклем һуҙыла. Унан сик көньяҡҡа, Ғейн-Таппуахҡа китә. 8 Таппуах ере – Менашшеныҡы, ләкин Менашше биләмәләре сигендә ятҡан Таппуах үҙе Әфраим нәҫелдәренә ҡарай. 9 Артабан сик Ҡана йылғаһы буйлап түбән китә. Йылғаның көньяғында, Менашше ырыуының ҡалалары араһында, Әфраим ырыуыныҡылар ҙа бар ине. Шунан сик һыҙығы, йылғанан төньяҡҡа үтеп, диңгеҙ ярына етеп тамамлана. 10 Йылғаның көньяғындағы ерҙәр – әфраимдарҙыҡы, төньяҡтағыһы – менашшеларҙыҡы, артабан Менашшеның сиге – диңгеҙ. Төньяҡта улар Ашер менән, көнсығышта Исасхар менән сикләшә. 11 Исасхар менән Ашер ерҙәрендә Менашшеға улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Бейт-Шеан, Йивлеғам; улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Дор, Ғейн-Дор, Тағанах һәм Мегиддола йәшәүселәр бирелде. Улар өс ҡалҡыулыҡты тәшкил итә ине. 12 Ләкин Менашше ырыуы был ҡалаларҙы баҫып ала алманы һәм ҡәнғәниҙәр шул ерҙә йәшәп ҡалды. 13 Аҙағыраҡ, исраилдар ҡеүәтләнгәс, ҡәнғәниҙәрҙе хеҙмәт бурысы үтәргә мәжбүр итте, ләкин уларҙы ерҙәренән тулыһынса ҡыуып сығара алманы. 14 Йософ нәҫелдәре Йушағҡа: – Ниңә һин беҙгә биләмәгә бер генә өлөш ер, бер генә өлкә бирҙең? Беҙ бит Раббы фатихаһы менән ишәйгән күп һанлы халыҡ, – тине. 15 Йушағ: – Әгәр һеҙ күп икәнһегеҙ һәм һеҙгә Әфраим тауҙары етерлек түгел икән, перизиҙәр һәм рефалар еренә барығыҙ ҙа, урманды төпләп, үҙегеҙгә ер таҙартып алығыҙ, – тип яуапланы. 16 Йософ нәҫелдәре: – Беҙгә был тауҙар аҙ. Ә үҙәнлектә – Бейт-Шеанда һәм уның тирә-яғындағы ауылдарҙа, Изреғил үҙәнендә йәшәүсе ҡәнғәниҙәрҙең яу арбалары тимерҙән бит, – тине. 17 Йушағ Йософ нәҫеленә – Әфраим һәм Менашше ырыуҙарына: – Һеҙ күмәк. Һеҙ көслө. Һеҙҙең биләмә ерҙәрегеҙ бер өлөш кенә булмаҫҡа тейеш, – тип яуап ҡайтарҙы. – 18 Бөтә урманлы таулыҡ һеҙҙеке булһын. Һеҙ урманды ҡырҡып ташларһығыҙ, һәм тауҙар бер яғынан икенсе яғынаса һеҙҙеке булыр. Ҡәнғәниҙәр көслө, уларҙың тимер яу арбалары бар – шулай ҙа һеҙ уларҙың ерҙәрен баҫып алырһығыҙ! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia