Йушағ 16 - Изге ЯҙмаӘфраим ырыуына бирелгән ерҙәр 1 Йософ нәҫелдәренә йәрәбәгә төшкән ерҙәрҙең сиге Иордан буйынан – Йерихо ҡалаһы эргәһендәге Йерихо сығанағынан көнсығыштараҡ башланып, сүл аша Бейт-Ил ҡалаһына табан, тауға үрләй. 2 Бейт-Илдән – Лузға, артабан аркиҙар йәшәгән Ғатароҫҡа йүнәлә, 3 унан һуң көнбайышҡа яфлетиҙәр еренә, Түбәнге Бейт-Хоронға һәм Гәзәргә тиклем төшә лә диңгеҙгә барып терәлә. 4 Йософ нәҫелдәре – Менашше һәм Әфраим ырыуҙары – ана шул ерҙәрҙе биләмә итеп алды. 5 Әфраим ырыуына нәҫелдәренә күрә эләккән ер биләмәләре бына ошо: сик һыҙығы көнсығышта Ғатароҫ-Аддарҙан башлана һәм, Үрге Бейт-Хоронға етеп, 6 диңгеҙгә табан китә. Төньяҡта Михмеҫаҫтан көнсығышҡа һуҙыла ла Танааҫ-Шилоға борола, артабан көнсығышҡа, Яноахҡа табан йүнәлә; 7 Яноахтан Ғатароҫҡа һәм Нағараға төшә, Йерихоға яҡынлай һәм Иордан йылғаһына барып етә. 8 Таппуахтан сик Ҡана йылғаһы буйлап көнбайышҡа һуҙыла һәм диңгеҙгә барып етә. Нәҫелдәренә күрә Әфраим ырыуының биләмә ерҙәре ошо. 9 Менашше улдарының ер биләмәләренән Әфраим улдарына әйләнә-тирәләге ауылдар менән бергә ҡалалар ҙа бүлеп бирелде. 10 Әммә Әфраим ырыуы Гәзәрҙән ҡәнғәниҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Ҡәнғәниҙәр, мәжбүри хеҙмәт башҡарып, әфраимдар араһында әлеге көнгә тиклем йәшәй. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia