Ишағыяһ 9 - Изге ЯҙмаИменлек Хакимы 1 Элекке ваҡытта Зевулун менән Нафтали ерҙәрен түбәнһеткән Раббы, киләсәктә диңгеҙ юлын, Иордандың аръяғын, ят ҡәүемдәр йәшәгән Галилеяны данға күмер. 2 Ҡараңғылыҡта йөрөгән халыҡ Бөйөк бер яҡтылыҡ күрҙе. Дөм ҡараңғы илдә йәшәүселәр өҫтөндә нур балҡыны. 3 Йә Раббы! Был халыҡты ишәйттең, Уның ҡыуанысын арттырҙың. Ураҡ ваҡытында һөйөнгәндәй, Яумал бүлешкәндә шатланғандай, Улар Һинең хозурыңда ҡыуаналар. 4 Сөнки Һин уларҙың муйынындағы ҡалыпты – Елкәләрен баҫып торған йөктө, Уларҙы иҙеүселәрҙең таяғын Мидйәндәрҙе еңгән көндәгеләй һындырып ташланың. 5 Яу ҡырын тапаған бөтә итектәр, Ҡанға буялған кейемдәр яндырылыр, Ялҡынға ем булыр. 6 Сөнки беҙҙең өсөн сабый тыуҙы – Беҙгә бер улан бирелде. Хакимлыҡ уның яурынында булыр, Уның исеме Ғәжәйеп Кәңәшсе, Ҡөҙрәтле Алла, Мәңгелек Ата, Именлек Хакимы тип аталыр. 7 Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр, Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр. Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр. Был бөгөндән алып мәңге дауам итер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк. Раббының Исраилға асыуы 8 Яҡупҡа хәбәр ебәрҙе бөйөк Хаким, Был һүҙ Исраилдың өҫтөнә төштө. 9 Бөтә халыҡ – Әфраимда, Самарияла йәшәүселәр – Был хаҡта хәбәрҙар булды. Улар эреләнеп һәм тәкәбберләнеп әйтте: 10 «Кирбес йорттар йығылған икән, Шымартылған таштан һалырбыҙ; Ҡырағай инжир ағастары ҡырҡылған икән, Кедрға алмаштырырбыҙ». 11 Шуға Раббы Ресиндың дошмандарын күтәрҙе, Уға ҡаршыларҙы ҡотортто. 12 Көнсығыштан арамиҙарҙы, Көнбайыштан пелештиҙәрҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Улар, ауыҙҙарын киреп, Исраилды һоғондо. Быларҙан һуң да Раббының асыуы баҫылмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр. 13 Әммә халыҡ үҙен туҡмаған Раббыға боролманы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһын эҙләмәне. 14 Шуға күрә Раббы Исраилдың Башын да, ҡойроғон да, Хөрмә ботағын да, ҡамышын да Бер көндө ҡырҡып ырғытыр. 15 Баш тигәне – аҡһаҡал менән ил ағалары, Ҡойроғо – ялғанға өйрәткән пәйғәмбәрҙәр. 16 Сөнки әйҙәүселәре был халыҡты аҙаштырыр, Улар артынан эйәреүселәр оятҡа ҡалыр. 17 Шуға күрә бөйөк Хаким Уларҙың егеттәре өсөн ҡыуаныс тоймаҫ, Етемдәрен, тол ҡатындарын ҡыҙғанмаҫ. Сөнки һәммәһе аллаһыҙ, яуыз, Ауыҙҙары нахаҡ һөйләй. Шул арҡала Раббының асыуы ҡайтмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр. 18 Сөнки залимлыҡ ут һымаҡ Сәнскәкте, билсәнде ялмап алыр, Ҡара урмандарҙа ялҡынланыр, Төтөн бағанаһы күтәрелер. 19 Күк ғәскәрҙәре Раббыһының асыуы Илде ялҡын һымаҡ өтөп алыр, Халыҡ ялҡынға ем булыр, Туған туғанын йәлләмәҫ. 20 Уңын киҫерҙәр ҙә ас ҡалырҙар, Һулын ашарҙар – туймаҫтар; Һәр кем үҙ яҡынын ашар. 21 Менашше Әфраимды, Әфраим Менашшены ейер, Шунан бергә Йәһүҙәнең өҫтөнә ташланырҙар. Шунда ла Раббының асыуы ҡайтмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia