Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 8 - Изге Яҙма


Билдә: Маһер-Шалал-Хаш-Баз

1 Раббы миңә былай тине: – Яҙыр өсөн бер ҙур таҡта ал да унда кеше уҡырлыҡ итеп «Маһер-Шалал-Хаш-Баз» тип яҙ.

2 Урияһ ҡаһин менән Йәвәрәхъяһ улы Зәкәрьяһты үҙемә ышаныслы шаһит итеп һайланым.

3 Бынан һуң пәйғәмбәр булған ҡатыным менән яҡынлыҡ ҡылдым һәм ул, ауырға ҡалып, ир бала тапты. Раббы миңә: – Уға Маһер-Шалал-Хаш-Баз тип исем ҡуш, – тине. –

4 Сөнки сабый: «Атай, әсәй», – тип әйтеп өйрәнгәнгә тиклем үк Ашшур батшаһы Дамасктың байлығы менән Самарияла таланған табышты үҙе менән алып китәсәк.

5 Раббы тағы ла миңә былай тине:

6 – Был халыҡ, тын ғына аҡҡан Шилоах һыуҙарын һанға һуҡмайынса, Ресин менән Ремалъяһ улына һоҡлана икән,

7 Мин бөйөк Хаким, Евфраттың ҡөҙрәтле ташҡын һыуҙарын – Ашшур батшаһы менән уның ҡеүәтен – Был халыҡтың өҫтөнә ебәрәм. Ошо ташҡын бөтә үҙәндәрҙе тултырып, Ярҙарынан ташып сығасаҡ,

8 Бөтә Йәһүҙә еренә йәйелеп, Уның боғаҙына етәсәк. Ғәскәрҙәр, ҡанаттарын йәйеп, Бөтөн илеңә туласаҡ, эй Ғиммануил!

9 Эй халыҡтар, бергә тупланығыҙ ҙа ҡырылығыҙ! Ер йөҙөндәге бар алыҫ илдәр, ҡолаҡ һалығыҙ! Һуғышҡа әҙерләнегеҙ ҙә ҡырылырһығыҙ! Эйе, яуға әҙерләнегеҙ, әммә һәләк булырһығыҙ!

10 Ниәт ҡороғоҙ, тик ул емерелер! Хәбәр һөйләгеҙ, әммә ул бойомға ашмаҫ. Сөнки Алла беҙҙең менән!


Раббының киҫәтеүе

11 Раббы миңә, был халыҡ тотҡан юлдан бармаҫҡа иҫкәртеп, ҡөҙрәтле ҡулын өҫтөмә ҡуйған килеш былай тине:

12 – Был халыҡтың йәшерен эш тигәнен Һеҙ йәшерен һанамағыҙ. Улар ҡурҡҡандан ҡурҡмағыҙ, тетрәнмәгеҙ.

13 Күк ғәскәрҙәре Раббыһын – Уны мөҡәддәс һанағыҙ. Унан ғына ҡурҡығыҙ, Тик Унан дәһшәтләнегеҙ.

14 Ул Изге торлаҡ булыр, Ләкин Исраилдың ике батшалығы өсөн Абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая, Йәрүсәлимдә йәшәүселәр өсөн Боғалаҡ һәм тоҙаҡ булыр.

15 Күптәр һөрөнөп йығылыр ҙа имгәнер, Тоҙаҡҡа төшөп тотолор.

16 Ошо һүҙҙәр яҙылған шаһитнамәне бәйләп ҡуй, өйрәткәндәремә шәкерттәрем алдында мөһөр баҫ.

17 Яҡуп нәҫеленән йөҙөн йәшергән Раббыға ышанам мин, өмөтөм Унда.

18 Бына мин һәм Раббы миңә биргән балалар; беҙ – Сион тауында төйәк иткән Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Исраилдағы билдәләре һәм хикмәттәребеҙ.

19 Әгәр һеҙгә: «Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға, бышылдаған һәм мығырҙаған күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итегеҙ», – тиһәләр, «Халыҡ үҙенең аллаларынан һорарға тейеш түгелме ни? Тереләр хаҡында үлеләр менән кәңәшләшәләрме ни?» – тип әйтегеҙ.

20 Бары ҡанун һәм шаһитнамәгә генә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр ҙә уларҙың әйткәне шуларға тап килмәй икән, улар өсөн таң атмаясаҡ.

21 Улар ас һәм сараһыҙ килеш ил буйлап йөрөр, аслыҡтан батшаларын һәм аллаларын ҡарғар. Юғарыға ҡарарҙар,

22 күҙҙәре менән ергә бағырҙар – бөтә ерҙә ҡайғы һәм ҡараңғылыҡ, үлемесле ҡараңғылыҡ. Ҡуйы ҡараңғылыҡҡа бырғалған улар! Әммә иҙелгәндәр өсөн ҡараңғылыҡ булмаҫ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan