Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 7 - Изге Яҙма


Ахаз батшаға ебәрелгән билдә: Ғиммануил

1 Ғуззияһтан тыуған Йоҫамдың улы Ахаз Йәһүҙәгә батшалыҡ иткән осорҙа, Арам батшаһы Ресин менән Исраил батшаһы Ремалъяһ улы Пеҡах Йәрүсәлимгә һөжүм иттеләр, әммә ҡаланы ҡулға төшөрә алманылар.

2 Дауыт нәҫеленә Арам менән Әфраим ғәскәрҙәренең берләшеүе тураһында хәбәр килгәс, Ахаз батша менән халыҡтың йөрәге елдә сайҡалған урман ағастары һымаҡ һелкенде.

3 Шул саҡ Раббы Ишағыяһҡа былай тине: – Улың Шеар-Яшув менән Ахазды ҡаршыларға сыҡ. Ул өҫкө быуа арығының осонда Кейеҙсе баҫыуына барған юлда тора.

4 Уға әйт: «Абай бул, әммә борсолма, ҡурҡма! Йөрәгең был төтәп ятҡан ике торонбаш – арамиҙар батшаһы Ресин менән Ремалъяһ улының асыу утынан шөрләмәһен!

5 Арамиҙар, Әфраим һәм Ремалъяһ улы менән бергә, һиңә ҡаршы яуыз ниәт йөрөтә. Әйтәләр:

6 „Әйҙә, Йәһүҙәгә барайыҡ, халҡына ҡурҡыу һалайыҡ, илде ҡулыбыҙға төшөрәйек һәм Тавеил улын батша итеп ҡуяйыҡ“».

7 Әммә Раббы Хаким былай ти: «Был эш барып сыҡмаясаҡ, ғәмәлгә ашмаясаҡ.

8 Сөнки Дамаск – бары тик Арамдың баш ҡалаһы; Ресин да бары тик Дамасктың башлығы. Әфраим алтмыш биш йылдан тар-мар ителер, Ул халыҡ булыуҙан туҡтар.

9 Самария – бары тик Әфраимдың баш ҡалаһы, Ремалъяһтың улы бары тик Самарияның башлығы. Әгәр ҙә ныҡлап ышанмаһағыҙ, Ҡаршы тора алмаҫһығыҙ».

10 Раббы Ахазға тағы ла былай тине:

11 – Аллаң Раббынан берәй билдә һора. Үлеләр донъяһы һымаҡ тәрән йәки күк йөҙө шикелле бейек булһын.

12 Әммә Ахаз: – Һорамайым, Раббыны һынамайым, – тине.

13 Шунан һуң Ишағыяһ: – Тыңла, эй Дауыт нәҫеле! – тине. – Кешеләрҙең сабырлығын һынауың етмәгән, инде минең Алламдың сабырлығын һынайһыңмы?

14 Шуға күрә бөйөк Хаким Үҙе һеҙгә бер билдә бирә: бына йәш ҡатын ауырға ҡалып, бер улан табыр һәм уға Ғиммануил тигән исем ҡушыр.

15 Бала, ямандан баш тартып, яҡшыны һайлар йәшкә еткәнсе, бал да май менән туҡланыр.

16 Әммә сабый ямандан баш тартып, яҡшыны һайлар йәшкә еткәнсе, һине ҡурҡыуға һалған был ике батшаның ерҙәре ташландыҡ ҡалыр.

17 Раббы һиңә, халҡыңа, атаң нәҫеленә Әфраим Йәһүҙәнән айырылғандан алып был көнгә тиклем һис күрелмәгән бәлә ебәрер, өҫтөгөҙгә Ашшур батшаһын килтерер.

18 Ул көндө Раббы Мысыр йылғалары тамағындағы себенгә, Ашшур ерендәге бал ҡортона һыҙғырыр.

19 Улар уйһыуҙарға һәм ҡаялар араһындағы йырындарға, ҡыуаҡлыҡтарға, көтөүлектәргә осоп килеп ҡуныр.

20 Был көндө бөйөк Хаким Евфраттың аръяғында ялланған бәке – Ашшур батшаһы – менән һаҡалығыҙҙы, сәсегеҙҙе, тәнегеҙҙәге бөтә төктәрегеҙҙе ҡырып ташлар.

21 Ул көндө бер тана менән ике һарыҡ аҫыраған кеше

22 улар биргән мул һөттөң эремсеген ашар. Илдә тороп ҡалғандар барыһы ла эремсек һәм бал менән туйыныр.

23 Ул көндө мең шекел көмөш торорлоҡ мең йөҙөм ағасы үҫкән урындар сәнскәк һәм билсән менән ҡапланыр.

24 Кешеләр унда уҡ менән йәйә тотоп йөрөр, сөнки бөтә ерҙе сәнскеле ҡыуаҡ ҡаплап алыр.

25 Ҡасандыр кәтмән менән йомшартылған тау биттәренә инде сыҡмаҫһың, сәнскеле ҡыуаҡлыҡтарҙан ҡурҡырһың; унда һыйырҙар йөрөр, һарыҡтар тапар.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan