Ишағыяһ 65 - Изге ЯҙмаРаббы хөкөмө һәм ҡотолоу 1 «Мине һорамағандарға яуап бирергә әҙер инем, Мине эҙләмәгәндәргә табылдым. Исемем менән саҡырмаған ҡәүемгә: „Мин бындамын – бында!“ – тинем. 2 Яман юлдан йөрөгән, Үҙҙәре теләгәнсә ҡыланған Фетнәсел халыҡҡа көнө буйы Ҡулдарымды һуҙып торҙом. 3 Ул халыҡ, баҡсаларҙа ҡорбан салып, Кирбестәр өҫтөндә хуш еҫ төтәтеп, Күҙ алдымда даими Мине рәнйетә. 4 Улар ҡәберлектәрҙә ултырып, Йәшерен урындарҙа төнәйҙәр, Сусҡа ите ашайҙар; Ҡаҙандарында хәрәм ит ҡайнаталар. 5 Бер-береһенә әйтәләр: „Йыраҡ тор, Миңә яҡынлама, сөнки мин һинән изгерәкмен“. Уларҙың барыһы көнө буйы янып торған ут һымаҡ, Төтөндәре танауымды әсеттерә. 6 Былар барыһы алдымда яҙылған. Мин өндәшмәйенсә ҡалмам – әжерен ҡайтарырмын. Ҡылғандарын баштарына төшөрөрмөн. 7 Уларҙы үҙҙәренең гонаһтары өсөн дә, Аталарының гонаһтары өсөн дә язалармын, – ти Раббы. – Улар тауҙарҙа хуш еҫ төтәттеләр, Ҡалҡыулыҡтарҙа Мине хурланылар. Шуға күрә ҡылғандарына ҡарап, Әжерен тулыһынса бирермен». 8 Раббы былай ти: «Йөҙөм тәлгәшендә һут булғанда: „Әрәм итеп ҡуйма, унда бәрәкәт бар“, – тиҙәр. Ҡолдарым хаҡына Мин дә шулай эшләрмен, Уларҙың һәммәһен дә һәләк итмәм. 9 Яҡуп нәҫеленән яңы быуын тыуҙырырмын, Йәһүҙә тоҡомонан тауҙарыма хужа сығарырмын. Һайлап алған халҡым шул тауҙарҙы биләп алыр. Минең ҡолдарым шунда йәшәр. 10 Мине эҙләгән халҡыма Шарон үҙәне – көтөүҙәр өсөн утлау, Ғахор үҙәне мал-тыуарға ял урыны булыр. 11 Ә һеҙҙе иһә, Раббыны ташлаған, Изге тауымды онотҡан, Бәхет илаһына табын япҡан, Яҙмыш илаһына туҫтаҡлап шарап һонған бәндәләрҙе, 12 Ҡылыс хөкөмөнә тапшырырмын: Һәммәгеҙ теҙ сүгерһегеҙ, боғаҙланырһығыҙ. Сөнки саҡырҙым – яуап ҡайтарманығыҙ, Мин әйттем – тыңламанығыҙ; Мин яман һанағанды ҡылдығыҙ, Мин хуш күрмәгәнде һайланығыҙ». 13 Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Минең ҡолдарым ашар, һеҙ ас ҡалырһығыҙ. Ҡолдарым эсер, һеҙ сарсауҙан ғазап сигерһегеҙ. Улар шатланыр, һеҙ иһә хурлыҡҡа төшөрһөгөҙ. 14 Ҡолдарым ҡыуанып күңел асыр, Һеҙ йән ғазабынан иңрәрһегеҙ, Рухығыҙ һынғандан һыҡрарһығыҙ. 15 Исемегеҙ һайлап алған халҡымдың ауыҙында Бары ҡарғыш өсөн тороп ҡалыр. Раббы Хаким һеҙҙе үлемгә дусар итер, Ә Үҙенең ҡолдарына башҡа исем бирер. 16 Был илдә кем үҙенә фатиха һорай, Шул Тоғро Алла исеме менән доға ҡылыр. Илдә әгәр берәйһе ант итһә, Тоғро Алланың исеме менән ант итер. Элекке ҡайғылар онотолор, Хәсрәт күҙ алдымдан юҡҡа сығыр». Яңы күк һәм яңы ер 17 Раббы былай ти: «Бына ҡара! Мин яңы күк, яңы ер яратам. Үткән эштәр инде хәтергә алынмаҫ; Бүтәнсә башҡа ла инеп сыҡмаҫ. 18 Ғәмәлдәремә мәңге ҡыуанып һөйөнөгөҙ; Йәрүсәлимде ҡыуаныс итеп, Халҡын ҡыуаныс сығанағы итеп бар ҡылам! 19 Мин Йәрүсәлим өсөн һөйөнөрмөн, Халҡым өсөн шатланырмын. Унда башҡаса илау тауышы, Аһ-зар ишетелмәйәсәк. 20 Инде унда яңы тыуған сабыйҙар үлмәҫ, Өлкән йәшкә етмәйенсә, һис кем вафат булмаҫ. Берәйһе йөҙ йәштә донъя ҡуйһа, „Йәшләй китте“ тип әйтерҙәр, Йөҙгә етмәй киткәнде ҡарғалған тип һанарҙар. 21 Улар, өйҙәр һалып, шунда йәшәр, Баҡсалар үҫтереп, емешен ашарҙар. 22 Инде улар һалған йорттарҙа башҡалар йәшәмәҫ, Улар үҫтергән йөҙөм ағасының емешен башҡалар ашамаҫ, Халҡымдың ғүмере ағастар ғүмереләй оҙон булыр, Мин һайлап алғандар үҙ хеҙмәт емешенең рәхәтен күрер. 23 Уларҙың хеҙмәте бушҡа китмәҫ, Тапҡан балалары бәлә-ҡаза күрмәҫ. Сөнки үҙҙәре лә, балалары ла Раббы фатихалаған тоҡом буласаҡ. 24 Улар Мине саҡырғансы уҡ яуап бирермен, Өндәшеп тә өлгөрмәҫтәр, ишетермен. 25 Бүре менән бәрәс бергә утлар, Арыҫлан хас үгеҙ һымаҡ һалам ашар. Йыландың ейгәне тупраҡ булыр. Изге тауымдың бер ерендә лә Бер кем һис зарар килтермәҫ, зыян итмәҫ». Раббы шулай ти. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia