Ишағыяһ 64 - Изге Яҙма1-2 Йә Раббы, әгәр күктәрҙе ярып төшһәң икән! Ул сағында утта сыбыҡ-сабыҡ дөрләгән, Һыу бығырҙап ҡайнағандай, Хозурыңда тауҙар тетрәп китер ине! Дошмандарыңа исемеңде танытыр инең, Ҡәүемдәр алдыңда тетрәп торор ине! 3 Беҙ көтмәгән дәһшәтле ғәмәлдәрҙе ҡылғаның, Ергә төшкәнең, тауҙарҙы алдыңда ҡалтыратҡаның бар. 4 Үҙенә өмөт бағлағандарға Шундай эштәр ҡылған Алла Һин генә. Борондан бирле Һинән башҡаны Һис бер күҙҙең күргәне, Һис берәүҙең ишеткәне, Һис бер ҡолаҡҡа ингәне булманы. 5 Ҡыуаныс менән тәҡүә ғәмәлдәр ҡылған, Һинең юлдарыңдан йөрөгән, Һинең әмерҙәреңде онотмағандарҙы Һәр йәһәттән хуплап ҡаршылайһың. Һин асыуландың – беҙ оҙаҡ гонаһ ҡылдыҡ. Инде ҡотолоу таба алырбыҙмы? 6 Беҙ һәммәбеҙ нәжес һымаҡ булдыҡ, Тәҡүәлегебеҙ бысранған кейем кеүек. Бөтәбеҙ ҙә япраҡ һымаҡ һулыныҡ, Ғәйептәребеҙ беҙҙе ел һымаҡ алып китә. 7 Исемеңде әйтеп саҡырған, Һин тип йән атҡан бер кем юҡ. Шуға күрә беҙҙән йөҙ йәшерҙең, Беҙҙе үҙ ғәйептәребеҙҙең ихтыярына бирҙең. 8 Тик шулай ҙа, Раббы, Һин – беҙҙең Атабыҙ! Беҙ – балсыҡ, ә Һин – беҙҙең көршәксе. Барыбыҙ ҙа – Һинең ҡулдарыңдың эше. 9 Йә Раббы, самаһыҙ асыуланма, Ғәйептәребеҙҙе гел иҫеңдә тотма. Ҡараһаңсы: беҙ барыбыҙ ҙа – Һинең халҡың! 10 Изге ҡалаларың сүлгә әйләнде, Сион – сүллек, Йәрүсәлим бушап ҡалды. 11 Аталарыбыҙ Һине данлаған урын – Мөҡәддәс һәм күркәм ҡорамыбыҙ яндырылды, Бөтә ҡәҙерле нәмәбеҙ һәләк булды. 12 Быларҙан һуң да, йә Раббы, Үҙеңде тыйып торорһоңмы? Өндәшмәйенсә беҙҙе самаһыҙ ғазапларһыңмы? |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia