Ишағыяһ 62 - Изге ЯҙмаЙәрүсәлимдең яңы исеме 1 Еңеүе таң һымаҡ нурланып балҡығанға, Ҡотолоуы ялҡын кеүек янғанға тиклем Сионды яҡлап һүҙ әйтмәйенсә тормам, Йәрүсәлимде хәстәрләүҙән туҡтамам. 2 Ҡәүемдәр һинең еңеүеңде, Бөтә батшалар даныңды күрер. Раббы Үҙе ҡушҡан яңы исем менән аталырһың. 3 Һин – Раббының ҡулында гүзәл бер сәллә, Аллаңдың усында батша тажы буласаҡһың. 4 Инде һине – «ташландыҡ», Ереңде «бушлыҡ» тимәҫтәр; Уның урынына һине «һөйгәнем минең», Илеңде иһә «ирле ҡатын» тиерҙәр. Сөнки Раббы һине һөйөр, Илең дә хужалы-ирле булыр. 5 Егет ҡыҙға өйләнгәндәй, Улдарың да һине мәңгегә үҙенә алыр. Кейәү кәләшенә нисек ҡыуана, Аллаң да һиңә шулай һөйөнөр. 6 Диуарҙарыңа, эй Йәрүсәлим, Мин һаҡсылар ҡуйҙым. Көнөн-төнөн уларҙың тауышы тынмаҫ. Эй Раббының иҫенә төшөрөп тороусылар, Һеҙ ҙә үҙегеҙгә тынғылыҡ бирмәгеҙ! 7 Раббы Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырғанға, Уны ер йөҙөнөң ғорурлығына әйләндергәнгә тиклем Раббыға тынғылыҡ бирмәгеҙ! 8 Раббы Үҙенең уң ҡулын, Көслө ҡулын, күтәреп ант итте: «Инде ашлығыңды дошмандарға ризыҡ итеп бирмәм, Яттар һинең михнәтләнеп Һыҡҡан шарабыңды эсмәҫ бүтән. 9 Ашлыҡты кем урған, шул ризыҡланыр, Ул Раббыға маҡтау йырлар. Йөҙөмдө йыйғандар шарапты Изге ҡорамым ихатаһында эсер». 10 Сығығыҙ, сыҡ ҡапҡаларҙан! Халыҡҡа юл әҙерләгеҙ! Тупраҡты тигеҙләп юл һалығыҙ, Таштарынан таҙартығыҙ! Халыҡтарға юл күрһәтеп, байраҡ күтәрегеҙ! 11 Раббы ерҙең алыҫ тарафтарына белдерҙе: «Сион-ҡыҙға әйтегеҙ: „Ана Ҡотҡарыусың килә; Әжере – Уның менән, бүләге алдынан атлай“. 12 Сион халҡын „Раббы йолоп алған изге халыҡ“ тиерҙәр. Ә һине, Йәрүсәлим, „Алланың һөйөклөһө, ташланмаған ҡала“ тип атарҙар». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia