Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 59 - Изге Яҙма


Гонаһ һәм тәүбә

1 Баҡ, Раббының ҡулы ҡотҡармаҫлыҡ булып ҡыҫҡарманы; Ҡолағы ишетмәҫлек булып ҡатманы.

2 Тик ғәйептәрегеҙ һеҙҙе Алланан айырҙы; Гонаһтарығыҙ арҡаһында Раббы һеҙҙән йөҙ сөйөрҙө, Тауышығыҙҙы ишетмәҫ булды.

3 Сөнки ҡулдарығыҙ – ҡанға, Бармаҡтарығыҙ ғәйеп ғәмәлдәргә нәжесләнгән. Ауыҙығыҙ ялған һөйләй, Телегеҙҙән алдаҡ түгелә.

4 Һис кем хөкөм ғәҙел булһын, тимәй, Үҙ дәғүәһен дөрөҫлөк менән яҡламай. Буш һүҙгә ышаналар, ялған һөйләйҙәр. Яуызлыҡҡа йөклө булып, золом тыуҙыралар.

5 Ҡара йылан күкәйе баҫалар, Үрмәксе ауы үрәләр. Кем ул күкәйҙе ашай, шул үлер, Ярылғанынан ағыулы йылан сығыр.

6 Улар үргән ауҙан кейем сыҡмаҫ, Ҡулдары туҡығанға төрөнә алмаҫтар. Ҡылған ғәмәлдәре – тик яуызлыҡ, Ҡулдарының эше – йәбер-золом.

7 Аяҡтары яуызлыҡҡа табан сабыр, Ғәйепһеҙҙең ҡанын түгер өсөн ашығырҙар. Баштарындағы уйҙары енәйәтсел, Юлдарында – емереклек һәм һәләкәт.

8 Улар именлек юлын белмәйҙәр, Йөрөгән юлдарында ғәҙеллек юҡ. Атлаған һуҡмаҡтары кәкре, Унан барғандар тынғылыҡ тапмаҫ.

9 Шуға күрә лә ғәҙеллек беҙҙән йыраҡ, Раббы беҙҙе ҡотҡармай. Яҡтылыҡҡа өмөтләндек, ә әйләнәбеҙҙә ҡараңғылыҡ; Нур эҙләйбеҙ, дөм-ҡараңғыла йөрөйбөҙ.

10 Һуҡыр һымаҡ диуарға тотоноп, Күҙһеҙ кеүек һәрмәнеп йөрөйбөҙ. Төшлөктә эңерҙәгеләй һөрөнәбеҙ, Һау-сәләмәттәр араһында – үлекбеҙ.

11 Һәммәбеҙ ҙә айыу һымаҡ үкерәбеҙ, Күгәрсен шикелле ыңғырашабыҙ. Ғәҙеллек көтәбеҙ, әммә ул юҡ; Ҡотҡарыу көтәбеҙ – беҙҙән йыраҡ.

12 Сөнки Һинең алдыңда артыҡ башбаштаҡ булдыҡ, Гонаһтарыбыҙ беҙгә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла, Енәйәттәребеҙ һәр саҡ күҙ алдында, Ғәйебебеҙҙе беләбеҙ.

13 Башбаштаҡланып Раббынан ваз кистек, Аллабыҙҙан йөҙ сөйөрҙөк, артынан эйәрмәнек. Йәбер-золомға, хыянатҡа өндәнек, Үҙебеҙ уйлап сығарып, ялған һөйләп йөрөнөк.

14 Ғәҙеллек ҡыуылды, дөрөҫлөк йыраҡта ҡалды. Сөнки хәҡиҡәт ҡала майҙанында абынды, Выждан инер өсөн юл тапманы.

15 Бер ерҙә лә хәҡиҡәт юҡ, Яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше талана. Раббы быларҙы күрҙе һәм хәҡиҡәт юҡлығына әрнене.

16 Хәлде үҙгәртерлек бер кемдең дә булмағанын күрҙе, Яҡлаусының булмауына хайран ҡалды. Үҙ көсө менән еңеү яуланы, Хаҡлығы Уға таяныс булды.

17 Ул дөрөҫлөктө һарайта итеп кейҙе, Ҡотолоу торҡаһын башына һалды, Үслек ябынсаһына уранды, Ярһыуына япма һымаҡ төрөндө.

18 Һәр кемгә ғәмәлдәренә күрә бирер. Дошмандарына асыу менән яуап ҡайтарыр, Уны күрә алмағандарҙы язаға тарттырасаҡ, Диңгеҙ буйындағыларға әжерен бирәсәк.

19 Көнбайышта Раббының исеменән, Ҡояш сығышында Раббының шөһрәтенән ҡурҡырҙар. Сөнки ташҡын һыу һымаҡ килгәндә, Раббының һулышы уны ҡыуыр.

20 «Йолоп алыусы – Сионға, Яҡуп нәҫеленең гонаһтан ваз кискәндәренә килер!» – тип белдерә Раббы.

21 «Миңә ҡалһа, – ти Раббы, – Улар менән төҙөшкән килешеүем ошо: һеҙгә иңдергән Рухым, ауыҙығыҙға һалған һүҙҙәрем әленән алып мәңгегә һеҙҙең үҙегеҙҙән, балаларығыҙҙан һәм зат-зәүерегеҙҙең ауыҙынан китмәҫ».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan