Ишағыяһ 57 - Изге ЯҙмаХалыҡтың хыянаты 1 Тәҡүә кеше үлеп китә – Һис кем быны күңеленә яҡын алмай. Тоғро әҙәм мәрхүм була – Ни өсөн икәнен бер кем дә аңламай. Яуызлыҡтан ҡотолһон тип, тоғро кешеләр алына – 2 Тыныслыҡҡа ирешә. Дөрөҫ юлда йөрөгәндәр Мәңгелек урындарында тыныс ята. 3 «Һеҙ иһә, эй күрәҙәсе ҡатындың балалары, Фәхеш һәм зинасылар тоҡомо, яҡын килегеҙ! 4 Һеҙ кемде мәсхәрә итәһегеҙ? Кемгә ҡаршы ауыҙ асаһығыҙ? Кемгә ҡарап тел сығараһығыҙ? Һеҙ – енәйәт балалары, ялған орлоғо! 5 Имәндәр араһында, Суҡ япраҡлы һәр ағас аҫтында дәртегеҙ ҡотора. Уйһыуҙарҙа, ҡаялар ышығында Балаларығыҙҙы ҡорбанға килтерәһегеҙ. 6 Уйһыуҙағы шыма таштар – һинең өлөшөң, Эйе, улар һинең насибың! Уларға түкмә ҡорбандар бирҙең, Уларға икмәк саҙаҡалары килтерҙең. Шуны күреп, Мин ҡәнәғәт булайыммы? 7 Түшәгеңде юғарыла, бейек тау башында һалдың, Ҡорбандарыңды салырға шунда мендең. 8 Ишегең артына, ишек яңаҡтарың артына Ерәнгес тамғалар ҡуйҙың. Мине ташлап, түшәгеңде астың, Уны киңәйттең, уйнаштарың менән килешеү беркеттең. Бергә ятырға тип йән аттың, Күҙ алмай уларҙың яланғаслығына баҡтың. 9 Илаһ Мөләхкә зәйтүн майы ташының, Хуш еҫле майҙарҙы муллап исрафланың. Илселәреңде йыраҡҡа оҙаттың, Үлеләр донъяһына тиклем төшөрҙөң. 10 Оҙон юлда талсыҡҡан хәлдә лә: „Өмөтөм бөттө!“ – тип әйтмәнең. Көсөңдө туплап, яңынан торҙоң. Шуға ла арыу һиҙмәнең. 11 Миңә хыянат итерлек, Мине иҫтән сығарырлыҡ, Күңелеңдән юйып ырғытырлыҡ итеп, Кем ҡурҡытты, кем ҡотоңдо алды? Мин оҙаҡ өндәшмәй торған өсөн, Минән ҡурҡыуҙан туҡтанығыҙмы? 12 Һүҙҙә генә тоғро булғанығыҙҙы, Ҡылған ғәмәлдәрегеҙҙе асасаҡмын, Уларҙың һеҙгә файҙаһы булмаҫ. 13 Ярҙам һорап ҡысҡырғанығыҙҙа, Йыйған боттарығыҙ ҡотҡарырмы? Һәммәһен дауыл осороп алып китәсәк, Иҫкән ел һепереп түгәсәк. Миңә һыйынғандар иһә илгә хужа булыр, Мөҡәддәс тауымды биләмәгә алыр». Раббының халҡына шифа бирәсәге 14 Раббы әйтә: «Юл һалығыҙ, юлды тигеҙләгеҙ! Халҡым алдындағы ҡаршылыҡтарҙы алып ташлағыҙ!» 15 Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм. 16 Мәңге дәғүәләшеп тормам, Һәр ваҡыт асыулы булмам. Юҡһа Үҙем бар ҡылғандарҙың рухы һыныр, Кеше заты хәлдән тайыр ине. 17 Халҡымдың гонаһсыл ҡомһоҙлоғо арҡаһында, Асыуланып, уны язаланым. Унан йөҙ йәшерҙем, асыуландым, Әммә барыбер хыянат итеп, Үҙ юлынан бара бирҙе. 18 Мин уларҙың юлын күреп торҙом, Тик шулай ҙа был халыҡты дауалармын, Үҙем етәкләп барырмын, йыуатырмын. Ҡайғылыларҙың теленә 19 Маҡтау һүҙҙәре һалырмын. Йыраҡтағы-яҡындағыға ла тыныслыҡ-именлек булһын! Барыһын да шифалармын», – ти Раббы. 20 Яуыздар иһә сайҡалған диңгеҙ кеүек. Ул диңгеҙ тын тора алмаҫ, Тулҡындары ләм һәм бысраҡ сығарыр. 21 «Яуыздарға именлек юҡ!» – ти минең Аллам. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia